Матурлыҡты һандалға һала вандал30.08.2016
Матурлыҡты һандалға һала вандал Вандал һүҙен беҙ һуңғы ваҡытта йыш ишетәбеҙ. Матди һәм рухи ҡиммәттәрҙе емереүсе ул. Тарихҡа, үткәнебеҙгә төкөрөп ҡараусы, ҡорбандарҙың рухын мыҫҡыллаусы.

Вандализм эпидемияһы ҡайҙан йоҡто әле беҙгә? Телевидение, интернеттың йоғонтоһо барҙыр. Кешене аңралатыу дауам итә. АҠШ-тың 1945 йылда уҡ СССР-ға ҡарата раҫланған доктринаһы һаман ғәмәлдә. Тик СССР юҡ инде, уны Рәсәй алмаштырҙы.
Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең Еңеү “кем тарафынандыр” шик аҫтына алына. Совет кешеһенең ҡаһарман­лығына ышанмау, һуғыш етәкселәрен аҡылһыҙ итеп күрһәтергә тырышыу көсләп-көсләп таратыла. Рәсәй яңы үҫеш юлына төштө-төшөүен, ә тәүге йылдарҙа илһөйәрлекте лә үҫтереү онотолдо. Һөҙөмтәлә үҙ тарихын белмәгән, атай-олатайҙарының үткән юлын ихтирам итмәгән быуын үҫеп сыҡты. Уларҙың мейеһе сит ил фильмдары, йәнһүрәттәре, мифик персонаждары менән томалана.
Вандализм дөрөҫ булмаған тәрбиәнән килә. Ә тәрбиә өйҙә генә бирелмәй. Һүҙ тағы ла мәктәпкә килеп төртөлә. Мәғарифта барған реформаны ғәйепләргәме? Ғөмүмән, һәр тармаҡта барған үҙгәртеп ҡороуҙарҙы ҡабул итеп, өйрәнеп, үҙләштереп тә өлгөрөп булмай ҙа баһа.
Өфөлә һәйкәлдәргә ҡаршы иғлан ителмәгән һуғыш бара. Быйыл Өфө дәүләт циркы алдына билдәле клоун – “Карандаш”тың скульптураһын урын­лаштырғайнылар. Билдәһеҙ кешеләр уны төндә ватып киткән. Клоунда ғына үстәре ҡанмаған вандалдар шулай уҡ Салауат Юлаев проспектындағы “Сәскәле арба”ны, “Егет менән ат” һынын да йыҡҡайны. Быға тиклем Дим биҫтәһендәге фонтанда “Кувшин күтәргән ҡыҙ”ҙы, Менделеев урамын­дағы Урмансылар хөрмәтенә стеланы емерҙеләр.
Бындай төр хулиганлыҡ өсөн 40 мең һум штраф, 360 сәғәт мәжбүри эш йәки 3 айға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.
Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәрҙәре яҙын урамдарҙа һәм парктарҙа меңәрләгән төп сәскә ултыртҡайны, әммә уларҙың күбеһен урлағандар. Билдәһеҙ кешеләр бөтәһе 66 мең төп үҫентене ҡаҙып алған, вандалдар сәскә генә түгел, башҡа әйберҙәрҙе лә алып китә. Суйын эскәмйәләр, хатта сүп һауыттары юғала, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.
Ғөмүмән, йыл башынан алып йөҙәрләгән йәмәғәт милкенә зыян килтереү осрағы теркәлгән. Тамсы тама-тама мискәне тултыра тигәндәй, ҡала хакимиәте етәкселегенең дә сабырлығы ҡалманы. Улар полиция хеҙмәткәрҙәрен вандалдарға ҡаршы “һунар” итергә саҡырҙы, ләкин енәйәтселәрҙең “эҫе” эҙ буйынса ҡулға алынғандары юҡ әле.
Әлбиттә, миҙалдың икенсе яғы ла бар. Ҡайһы бер “арт-объект”тарҙың сифаты тураһында ла оноторға ярамай. Ул “аҡҡоштар”, “аттар” нисек барлыҡҡа килә һәм кем тарафынан башҡарыла һуң? Уларҙы эшләгән кешеләрҙең һынлы сәнғәткә мөнәсәбәте бармы? “Һәйкәлдәрҙе” урынлаштырырға кем рөхсәт биргән?..
Нисек кенә булмаһын, үҙ йортобоҙҙо тәртиптә тотоу – һәр кемдең бурысы. Ябай ғына итеп әйткәндә, таҙа һәм матур урамдан барғанда үҙеңдең дә кәйефең күтәрелә, күңелең таҙара. Урам – ошо ҡалала йәшәгән халыҡтың эске халәте ул.






Вернуться назад