Ҡояш өтөп барғанда...30.08.2016
Йәй – күптәрҙең түҙемһеҙлек менән көтөп алған яратҡан миҙгеле. Әммә тынсыу һәм эҫе һауа ҡайһы бер категорияға ҡараған кешеләр, атап әйткәндә, ауырлы ҡатындар, бала имеҙгән йәш әсәйҙәр, бәләкәй балалар, өлкән йәштәгеләр, хроник сирлеләр һаулығына кире йоғонто яһауын оноторға ярамай. Көндәрҙең эҫе тороуын иҫәпкә алып, унан һаҡланыу сараларын иҫкә төшөрөү урынлы булыр.


Иң беренсе һауа торошона ҡарап кейенегеҙ, башығыҙға кейергә онотмағыҙ. Иң яҡшыһы, әлбиттә, көндөҙгө 12-нән 5-кә тиклем урамға сығыуҙан тыйылып тороу. Сығырға тура килгән осраҡта күләгәле урындан йөрөргә тырышығыҙ, даими рәүештә асыҡ ерегеҙҙе еүеш салфетка менән еүешләгеҙ, сикәгеҙгә ментол һәм бөтнөк майы һөртөгөҙ, дезодорант һәм хушбуй ҡулланмағыҙ. Өҫ һәм баш кейемегеҙ ебәк, мамыҡ һәм етен кеүек тәбиғи туҡыманан булһын, сөнки синтетик әйберҙәр һауа үткәрмәй.
Бина эсендә лә эҫе ауыр кисерелә. Кондиционер булһа яҡшы, әлбиттә, әммә урамдағы һәм биналағы температураның айырмаһы 6 градустан артырға тейеш түгел, һыуыҡ тейҙереүегеҙ ихтимал.
Тәҙрәгә ҡуйылған жалюзи, асыҡ төҫтәге пәрҙәләр ҙә ҡояштың эҫе нурынан һаҡлай. Бүлмә һауаһын шулай уҡ иҙән йыуып, һыу бөркөп сафландырырға мөмкин.
Көн ныҡ эҫе булғанда мунса, сауна инеүҙән баш тартығыҙ, физик эштәрҙе сикләгеҙ. Йылы душ инегеҙ, мөмкинлек булмаһа, битегеҙҙе, ҡулығыҙҙы, аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ.
Эҫелекте еңел үткәреүҙә шулай уҡ яҡшы туҡланыу мөһим. Тоҙло, әсе, майлы, консерваланған һәм ҡаҡланған ризыҡтарҙан баш тартығыҙ. Рационға күберәк йәшелсә, емеш-еләк, йәшел тәмләткестәр индерегеҙ. Торт, шоколад урынына күрәгә, йөҙөм ашағыҙ, был кипкән еләктәр, томат һуты кеүек үк, ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай.
Эҫе көндә күберәк эсергә тырышығыҙ. Сәғәт һайын лимон һуты ҡушылған таҙа һыу, һалҡын йәшел сәй, мүк еләгенән морс, кефир эсеү яҡшы. Ныҡ һалҡын эсемлек һыуһынды ҡан­дырмай, шуға күрә бүлмә температураһындағына өҫтөнлөк би­регеҙ. Ҡаты сәй, кофе, алкоголле эсемлек ҡулланыу тыйыла.
Ауырлы ҡатындарға, гипертониянан, йөрәк сиренән яфа­лан­ғандарға күп һыу эсергә ярамай. Ә эҫене нисек үткәрергә һуң уларға? Даими рәүештә терһәк һәм тубыҡ бөгөлдәренә, ҡул һыртына, биткә һыу һибергә, йышыраҡ ауыҙҙы сайҡарға кәңәш ителә. Гипертониктарға ҡан баҫымын тикшереп тороу мөһим.





Вернуться назад