Ҡалала кем талана?30.08.2016
Ҡалала кем талана? Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеге кеше күңелендәге сей яраға әйләнеүе сер түгел. Был тармаҡты үҙгәртеп ҡороу тураһында хәбәрҙәр, мәғариф системаһын үҙгәртеү кеүек үк, телдән төшмәй. Ләкин, ни генә тиһәк тә, эшебеҙҙең һүҙҙән ары киткәне юҡ.


Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ инфраструктураһы донъяла иң ҡатмарлылар иҫәбендә. Илебеҙҙәге коммуналь селтәрҙәр 548 мең саҡрымға һуҙылған. ­Яба­йыраҡ итеп әйткәндә, Ер менән Ай араһынан 1,5 тапҡырға күберәк. Был өлкәләге йыллыҡ аҡса әйлә­неше 4 триллион һум тәшкил итә.
Әйтергә кәрәк, 90-сы йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар дәүләт тарафынан контролдә тотолманы, аҡса етмәү арҡаһында, төҙөкләндереү эштәре башҡа­рылманы, коммуникациялар иҫкер­ҙе, бәғзеләре эшлектән сыҡты. Билдәле булыуынса, Совет осоронда торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ­тағы тарифтар түбән булды. Ошо арҡала был тармаҡ предприятиелары йыш ҡына табышһыҙ эшләне. Халыҡты хеҙмәтләндереү сифаты ла бик түбән кимәлдә ине. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта башланған реформалар был өлкәләге түләүҙәрҙе 100 процентҡа еткереүҙе үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуйҙы. Бөгөн күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн халыҡ тулыһынса үҙе түләй. Бюджетта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эш­лә­гән предприятиелар өсөн дотация­лар ҡаралмаған. Даими рәүештә тарифтарҙың арта барыуы ла шуға бәйле. Ошо йылдарҙа улар башҡа хаҡтарға ҡарағанда тиҙерәк артты. Күп ғаиләләрҙә коммуналь сығым килемдең 20 процентынан ашып китте. Был осраҡта социаль яҡлау саралары ҡаралған. Әгәр ҙә был түләүҙәр ғаилә ағзаһының айлыҡ килеменең 20 процентынан ашып китһә, ғаилә район хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала, һәм ошо айырманы түләү өсөн субсидия бүленә. Бөгөн халыҡтың 98 проценты бурысын ваҡытында түләп бара. Көнбайышта, мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр ғаилә киле­менең уртаса 40 процентын тәш­кил итә. Хаҡтарҙың үтә түбәнлеге был тармаҡтағы бизнесҡа булыш­лыҡ итмәйәсәк – уларға эшләүҙең ҡы­ҙығы бөтәсәк. Шул уҡ ваҡытта тарифтар саманан тыш юғары булһа, халыҡ уны түләүҙән баш тартасаҡ. Әлбиттә, хаҡтарҙың йылдан-йыл артыуын ябай кеше квитанция килгән һайын күрә. Һәр кем был осраҡта бөтә ғәйепте торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ауҙара. Ләкин газ, электр, йылы­лыҡ һәм һыуға артҡан хаҡтар өсөн тейешле предприятиелар яуаплы. Улар махсус булдырылған Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ме­нән үҙ-ара килешә һәм дәүләт тарафынан раҫланған тарифтар билдәләнә. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, бер квитанция урынына бер нисәү таратыла. Һәр ресурс өсөн түләгән аҡса туранан-тура уны етеште­реү­се предприятие иҫәбенә күсерелә.
Ҡалала кем талана?Йортто хеҙмәтләндергән өсөн айырым торлаҡ тарифтары булдырылған. Уларҙың кимәлен көйләү был йортта йәшәүселәргә йөкмәтелгән.
Шулай ҙа коммуналь тарифтар һәм торлаҡты хеҙмәтләндереү өсөн түләнгән аҡсаны сағыштырып ҡараһаң, кеше нимә өсөн күберәк түләй икән? Бынан бер нисә йыл элек 50х50 булһа, хәҙер күпсе­леген коммуналь сығымдар алып тора. Реформалар ошо торлаҡ тарифтары үтә лә “шашып” китмәһен өсөн был тармаҡта конкуренция булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Төрлө формалар ҡаралды: традицион ЖЭУ-лар менән идарасы компаниялар, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре һәм башҡаларын булдырыу. Мәҫәлән, Балтик буйы илдәрендә дәүләт үҙ халҡына ҡәтғи талап ҡуйҙы: һин торлаҡ милекселәре менән ширҡәт төҙөйһөң һәм бөтә проблемаларҙы үҙең хәл итәһең йәки һыуыҡ өйҙә, һыуһыҙ, газһыҙ, электрһыҙ ҡаласаҡһың. Был шарттарҙа халыҡ ширҡәттәр төҙөргә мәжбүр булды. Хәҙер унда муниципалитеттар йортҡа бөтә ресурстарҙы “килтерә”, ә ҡалған барлыҡ нәмә менән шөғөлләнеүҙе – кем урам һеперә, кем подъезд йыйыштыра, кем канализацияны ҡарай – барыһын да йорт хужалары хәл итә. Балтик буйында торлаҡ-коммуналь мәсьәләләр муниципа­литеттарға йөкмәтелгән. Беҙҙәге һымаҡ төрлө инстан­цияларҙа ялыу менән йөрөгән кеше юҡ. Һәр кем үҙенең торла­ғына бәйле тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә. Беҙҙең ауылда үҙ өйөндә йәшәгән кеше, мәҫәлән, ҡыйығы тишелһә, кәртәһе емерелһә, барыһын да үҙе хәстәрләй бит. Ҡала ерендә лә шулай булырға тейеш.
Үкенескә ҡаршы, беҙҙә торлаҡ милекселәре ширҡәте төҙөргә теләүселәр һирәк. Халыҡтың күпселеге дәүләткә өмөт бағлай. Идарасы компаниялар заказсы булып, торлаҡ хужаларының ихтыяжын үтәргә тырыша. Ысынбар­лыҡта иһә заказсы булараҡ торлаҡ милекселәре ширҡәте торорға тейеш. Әммә унда эшләгән кешеләрҙең әҙерлек кимәле түбән булыу сәбәпле, алда аталған идарасы компаниялар барыһын да үҙҙәре хәл итә.
Күптәрҙе борсоған мәсьәләгә – капиталь ремонт өсөн түләүҙәргә – туҡталып китмәй булмай. Бында халыҡты аптыратҡан сетерекле һорауҙар бихисап. «Ни өсөн мин булмаған ремонтҡа түләргә тейешмен?” – тип нәфрәтләнә бәғзеләр. Өфөлә капиталь ремонт өсөн 1998 йылдан бирле түләтә башланылар. Был хәл 2004 йылғаса дауам итте. Капиталь ремонт башлыса бюджет иҫәбенә үткәрелде, сөнки халыҡтан йыйған аҡса сығымдарҙың 10-15 процентын ғына ҡаплай. 2005 йылда яңы Торлаҡ кодексы ғәмәлгә ингәс, Өфөлә Берҙәм капиталь ремонт фонды төҙөлдө. 5,5 мең йорттан был программаға 3-3,8 меңләбе түләгән. Ҡалғандары, йорттар бәләкәй булыу сәбәпле, түләмәй. Беҙҙең өйҙәр яңы, уға ремонт кәрәкмәй тигән һылтау менән бер нисә ҙур йорттоң да хужалары түләргә риза түгел. Бөгөн ошо 3,8 мең йорттоң 2,5 меңендә капиталь ремонттың бер төрө – ҡыйығын, электр ҡоролмаларын йәки торбаларын алмаштырыу – үткәрелде. Шулай итеп, иҫке йорттар халыҡтан йыйылған аҡсаға “уртаҡ ҡаҙан” принцибы менән йүнәтелеп тора. Түләмәгән йорттарға капиталь ремонт яһалмай. Халыҡтың күпселеге хәлде аңлап ҡабул итһә, ҡайһы берәүҙәргә ҡаршылыҡлы фекер хас: мин беренсе ҡатта йәшәгәс, ҡыйыҡты ремонтлау өсөн түләмә­йем тигәндәре лә етерлек. Шуның арҡаһында дәүләт капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙе түбән ки­мәлдә тоторға тырыша, бының күп өлөшөн үҙ елкәһенә ала. Әйтәйек, торлаҡ һатып алғанда лифт, ҡыйыҡ, баҫҡыс һ.б. өсөн дә түләйбеҙ. Тимәк, фатирыбыҙҙың ғына хужаһы булып тормайбыҙ. Шунлыҡтан уртаҡ майҙан­дарҙы хеҙмәтләндереү сығым­дарын ҡапларға бурыслыбыҙ. Фатирыбыҙ эсендәге ремонтты үҙ аҡсабыҙға башҡарабыҙ бит, уртаҡ милек өсөн дә түләргә кәрәк. Капиталь ремонт программаһы буйынса, йортоғоҙ унда инһен өсөн кәрәкле процедуралар үтергә тейеш. Бында айырым йорт хужалары дөйөм йыйылышта банкта айырым иҫәп асырға тигән ҡарар ҙа ҡабул итә ала. Законда ҡаралған ярты йыл эсендә был ҡарар ҡабул ителмәһә, аҡса “дөйөм ҡаҙанға” күсерелә. Уртаса 10 йыл һайын йорттарҙа капиталь ремонттың ниндәйҙер төрө бер тапҡыр үткәрелергә тейеш.
Күп кенә йорттар менән хәҙер ТСЖ (торлаҡ милекселәре шир­ҡәте), идара итеүсе компаниялар (УК-лар) эш итә. Тормош күрһә­теүенсә, дөрөҫ, оҫта итеп ойош­торолған бындай ойошмаларҙың эшмәкәрлегенән халыҡ, йәғни фатир хужалары,− милекселәр, бик риза. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында үткәрелгән реформа иң элек күп ҡатлы йорттарҙағы фатир милекселәренә ҡағыла, сөнки күп фатирлы йорттарға оҙаҡ йылдар буйы ремонт эшләнмәгән, уларҙа йәшәүсе халыҡ түләгән аҡса үҙҙәренә сифатлы хеҙмәт­лән­дереү төрөндә кире әйләнеп ҡайтмаған. Шуға ла күп кенә йорттар, уларҙың һыу үткәргес, йы­лылыҡ һәм канализация систе­маһы бөгөн авария хәлендә. Ә бына газ системаһы һәйбәт хәлдә һәм уның тирәләй бер ниндәй ығы-зығы, ҡәнәғәтһеҙлек күренештәре юҡ, сөнки газ системаһы иң ҡур­ҡыныс объект булып һанала һәм уға дәүләт яғынан да, ­мах­сус­лаштырылған предприятие тарафынан да даими иғтибар бирелгән, контролдә тотолған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа килгәндә, әлеге көндә 60 −– 70 йыл буйы капиталь ремонт үткә­рел­мәгән йорттар байтаҡ. Ә инженер коммуникациялары тураһында һүҙ йөрөтһәк, унда быға тиклем ысын хужа булмаған. Һыу үткәргес йәки йылылыҡ системаларында берәй авария булған хәлдә, торбаларҙың шул урыны ғына ямалған йәки алмаштырылған. Тиҫтәләгән йылдар өҙлөкһөҙ эшләп килгән системаны тулыһынса алмаштырырға ваҡыт та бит...
Ғөмүмән, күктән йә кемдер килеп эшләгәнен көтөп ята торған заман түгел, һәр кеше үҙ йортонда үҙе хужа булырға тейеш. Үҙ-үҙенә битарафтар ғына талана.


Вернуться назад