Быйыл йәй Интернет селтәрендә Дағстан Республикаһында ҡалҡып сығасаҡ ике мәсет хаҡында хәбәр таралды. “Вестник Кавказа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Рамаҙан айы тамамланыу менән асыла улар. Яңы иман йорттарын төҙөү идеяһы менән республика имамы сығыш яһаған. Биш меңгә яҡын кешене һыйҙырырлыҡ был ғибәҙәтханаларҙың береһенә –Зәйнулла Рәсүлев, икенсеһенә уның уҡыусыһы Ғатаулла Баязитовтың исеме бирелә. Бер яҡтан, был ваҡиғаға ҡыуанһаҡ, икенсе яҡтан, виртуаль селтәрҙә таралған мәғлүмәттә: “Мечети будут носить имена известных татарских религиозных деятелей Зайнуллы Расулева и Гатауллы Баязитова”, – тигән юлдарҙы уҡып, “Быныһы ни булды тағы?” тигән һорау бирәһең. Эйе, барыһы ла аңлашыла: иманға ҡайтыусылар һаны артыу менән Дағстан башлығы кәңәшсеһе Мөхәммәд Мөхәммәдов яңы иман йорттарын сафҡа индереү ниәте менән яна, йәнә лә изге ай тамамланыуға ҡарай Татарстан Диниә назараты вәкилдәрен дә саҡырырға уйлай улар. Әммә Интернет селтәрендә лә, бөтә Ислам донъяһындағы китаптарҙа ла, мәғлүмәт сығанаҡтарында ла Зәйнулла Рәсүлевтең башҡорт икәнлеге яҙылған. Айырым республикаһы, дәүләт теле булған башҡорттар ер йөҙөнән, Аллам һаҡлаһын, юғалмаған да инде. Быны нисек аңларға? Дағстандың дин әһелдәре Башҡортостанды, башҡорттарҙы танымаймы? Әллә дин әһелдәренең биографияһын белеп бөтмәйме? Нисек кенә булмаһын, Дағстан Республикаһының рәсми органдары быға яуап бирергә бурыслы. “Зәйнулла Рәсүлев – башҡорт халҡының рухи короле”, – тигән урыҫ академигы, шәрҡиәтсе В. Бартольд. Ошо киң билдәле һүҙҙәрҙе белмәйме икән ни замандаштар?” – тип “Бәйләнештә” социаль селтәрендә яҙып сыҡҡайным 30 июндә.
Ошо уҡ көндә Дағстан диниә назаратына хат менән мөрәжәғәт иттем. Бына ошондай яуап килде уларҙан: “Хөрмәтле Лариса Абдуллина! Барығыҙға ла яҡшы көн теләйбеҙ! Башта уҡ шуны әйтеп үтке килә: Дағстан Республикаһы мөфтиәтенең бер вәкиле лә Зәйнулла Рәсүлев әфәнденең (рухы яҡтырып китһен) ниндәй милләттән булыуы хаҡында һүҙ әйтмәне. Мәғлүмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Беҙ үтенесегеҙҙе мотлаҡ иғтибарға алырбыҙ. Беҙҙең өсөн Зәйнулла әфәнде Рәсүлев – күренекле дин әһеле, бик күп асыҡ һәм сер һаҡлаған белемдәргә эйә булған шәхес һәм, ниһайәт, Рәсәйҙең генә түгел, ә бөтөн донъя дин әһелдәренең рухи остазы.
Күренекле шәйехтең исеме менән аталасаҡ мәсетте асыуға тәғәйенләнгән сараны башлағанда беҙ мотлаҡ рәүештә теге йәки был милләт вәкилдәренең намыҫына тейерҙәй мәлдәргә иғтибар итәсәкбеҙ. Минең уйымса, Зәйнулла Рәсүлевте үҙенең халҡы вәкиле итеп күрергә теләгәндәр барыһы ла уны яратҡандары, яҡты хәтерен һаҡлағандары һәм милләттәренең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен мәңгеләштереүҙә ниндәй роль башҡарғанын онотмағандары өсөн шулай эшләй. Шуға күрә иң тәүҙә беҙҙе, дағстандарҙы, һәм бөтә Рәсәй халҡын ихлас күңелдән был бөйөк ваҡиға менән тәбрикләйем. Һеҙҙе был сарала күреүебеҙгә ихлас шат булыр инек.
Форсаттан файҙаланып, Һеҙҙе яҡынлашып килгән изге байрам – Ураҙа байрамы менән ҡотларға теләйем!
Ихтирам һәм изге доғалар менән матбуғат хеҙмәте етәксеһе Әҙил Ибраһимов”.
Бер кем дә Зәйнулла ишан исеме тирәһендә тауыш сығарырға йыйынмай. Дағстандағы ҡәрҙәштәргә рәхмәт яуһын, тип уйланым бындай йөкмәткеле хаттан һуң! Башҡорт Зәйнулла ишандың кемлеген, моғайын, улар ҙа таныр. Иншаллаһ!
Июнь аҙағында Интернет-ресурстарҙа мәсет асылыу хаҡында мәғлүмәт сығыу менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарамағындағы дәүләт-конфессия һәм дини ойошмалар менән мөнәсәбәттәр буйынса комиссияһы исеменән хат Дағстан мөфтиәте мөфтөйө, шәйех Әхмәт хаджиға, Дағстан Республикаһы Хөкүмәтенең намыҫ азатлығы, дини ойошмалар менән мөнәсәбәттәр комитеты етәксеһе Магомед Абдурахмановҡа ла ебәрелгән.
Ваҡиғаларҙың ағышында хәбәрҙар булһын һәр милләттәшебеҙ тигән маҡсат менән баш ҡалабыҙға килгән яуап хатын да гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итмәксемен.
“Дағстанда бөйөк башҡорт иман белгесе, дин әһеле, мәғрифәтсе һәм реформатор, шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевте яҡшы беләләр һәм тәрән ихтирам итәләр. Республикабыҙҙың дин әһелдәре һәм алдынғы йәмәғәтселеге бөйөк шәйех ҡалдырған рухи һәм ғилми мираҫты уның юлын дауам итеүсе, Дағстандың күренекле дин әһеле Сәйфулла ҡаҙый Башларов арҡылы һаҡлап ҡала алғандар.
Дағстан Республикаһының баш ҡалаһы Махачкалала шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтең исеме менән аталасаҡ иң ҙур мәсеттәрҙең береһе асылыуы ул исламдың рухи, мәңге юғалмай торған ҡиммәттәрен халыҡҡа еткергәне һәм таратҡаны өсөн башҡорт иман белгесенә ҡарата дағстандарҙың ихтирам һәм рәхмәт билдәһе булып тора һәм беҙҙең республика халыҡтары араһында туғандарса мөнәсәбәттәрҙең нығыныуына булышлыҡ итер.
Беҙҙең, үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер электрон киң мәғлүмәт саралары Махачкалала Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет асылыу хаҡындағы мәғлүмәтте биргәндә, уны татар дин әһеле тип яҙып, хата ебәргән. Һеҙгә шуны еткерәбеҙ: http://mahachkala.jjew.ru, http://www.vestikavkaza.ru һәм башҡа хата ебәргән сайттар ирекле электрон киң мәғлүмәт саралары иҫәпләнә һәм уларҙың мөхәррирлек сәйәсәтенә беҙ йоғонто яһай алмайбыҙ. Ул сайттарҙа мәғлүмәт мәсет асыу тураһындағы иң тәүге материал сығарған “Татар- информ” мәғлүмәт агентлығына һылтанып бирелә (http://www.tatar-inform.ru/news/ 2016/06/23/509588/).
Киләсәктә Дағстан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларында бындай хата ебәрелмәҫ, тип ышандырабыҙ.
Ихтирам менән Комитет рәйесе М.А. Абдурахманов”.
Рәхмәт дағстандарға беҙҙең шәйехебеҙҙе ҙурлағандары өсөн.
Яңыраҡ Дағстанда башҡорт шәйехе Зәйнулла ишан Рәсүлев исемендәге мәсет асылһа ла, унда уның милләте күрһәтелмәне. Был хаҡта электрон мәғлүмәт саралары аша билдәле булды. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы “түңәрәк өҫтәл” ойошторорға ниәтләй ине, ә Башҡортостан Диниә назаратында был мәсьәләгә ҡыҫылмаясаҡтары хаҡында белдерҙеләр.
Тик бына мәсет асыу тантанаһына республикабыҙҙың рәсми дини ойошмаларына саҡырыу килеп тә ҡатнашмауҙары нимәгә бәйле һуң? Ә был сарала кемдәр генә ҡатнашмаған: Дағстан мөфтөйәте вәкилдәренән тыш, Мәскәү, Сыуашстан, Татарстан, Кемерово өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы республикаһы, тотош Ҡаф тау төбәге мосолмандары байрамда ҡатнашып, үҙ һүҙҙәрен әйткән. Тик бөйөк башҡорт шәйехенең тыуған ере – Башҡортостан мосолмандары ғына был саранан ситтә ҡалды. Ярай, Аллаһ Тәғәлә насип итһә, Учалы районында мәсет асылған кеүек, Зәйнулла ишандың ғәзиз башҡорт ерендә тағы ла бик күп саралар үткәрелер, мәсеттәр ҙә асылыр, ғилми-ғәмәли конференциялар ҙа ойошторолор. Әммә кемдәрҙер беҙҙең рухи королебеҙҙе үҙҙәренеке тип атарға йөрьәт иткәндә өндәшмәй ҡалыу дөрөҫ түгел. Өнһөҙ генә ҡарарҙар ҡабул ителгәндә телһеҙ ҡалып, аҙаҡ кемде ғәйепләргә уйлай һуң ғифләт йоҡоһондағы замандаштар? Дәүләттеме? Шулайҙыр. Рәхәт тә инде үрҙә ултырғандарға ғәйеп ташлау. Ә беҙ үҙебеҙ нимә эшләнек һуң Зәйнулла ишандың рухи байлығын халҡыбыҙға кире ҡайтарыу йәһәтенән? Юҡ, эшләмәйбеҙ түгел, атҡарыла ғәмәлдәр, әммә яй ҡуҙғалабыҙ. Әгәр беҙ Зәйнулла Рәсүлевтең имани, дини эшмәкәрлегенә, һайлаған юлына бөтә йөрәгебеҙ менән тоғробоҙ икән, тимәк, уның рухы ла беҙҙең менән. Иншаллаһ.