Бергә барыу еңелерәк, берҙәм булыу хәйерлерәк26.08.2016
Бергә барыу еңелерәк, берҙәм булыу хәйерлерәк Урал дуҫым шылтырата:
– Киттек, – ти, – Стәрлебашҡа, унда бер шәп ғаилә бар – шулар хаҡында мәҡәлә яҙырһың.
Бер тема хаҡына ғына юлға сығырға икеләнһәм дә, дуҫтың һүҙен кире ҡағып буламы ни, ҡуҙғалдыҡ.
Юлда барғанда Урал ауылдарындағы бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл тураһында бәйән итте:
– Совет заманында бер һыйыр менән быҙау аҫрарға ғына рөхсәт ителә ине бит, ә ауылдаш инәйҙең һыйыры игеҙәк быҙау килтергән. Быҙауы икәү булғас, ауыл Советына саҡыртып яфалағандар, ахыр сиктә инәй проблеманан “артыҡ” малҡайын һатып ҡотолған.
Ысынлап та, һәр замандың үҙ етешһеҙлеге. Элек дәүләт кешене фатир-йорт, эш менән тәьмин итһә, ҡураңда иркенләп донъя көтөү тыйылды. Хәҙер бушлай нигеҙ хаҡында хыялланып та булмай, уның ҡарауы үҙ көсөң, үҙ елкәң менән аҡса эшләү, кинәнеп донъя көтөү өсөн шарттар етерлек. Хәйер, шул эшең ярҙамында аҡсалы ла, йортло ла була алаһың, һаулығың менән елкәң генә ҡаршылашмаһын.


Ипотекамы, әллә һыйырмы?

Бергә барыу еңелерәк, берҙәм булыу хәйерлерәкМостафа ауылына инеп киләбеҙ – беҙҙе бөхтә йорт ҡаршылай. Дөрөҫөрәге, ике йорт-ихата, уларҙы тимерҙән матур итеп уратып алған кәртә бер­ләштерә.
– Һин күрәсәк герой ғаиләһе менән – ошо йортта, ата-әсәһе уңдағыһында йәшәй, – тип аң­латты юлдашым әлеге күре­неште.
Мыҡты ғына кәүҙәле йорт хужаһы, биҙәкле ҡапҡанан сығып, үҙе ҡаршы ала.
– Фиҙәрис Көҫәпҡолов булам, ошо ауылда тыуып үҫтем, тыуған ауылымды һуңғы тын алышыма тиклем ташлап китмәйәсәкмен, – тип йылмая ул. Бына был, исмаһам, егеттәрсә! Тыуған еренең ҡәҙерен белеп, уны яратып йәшәгәне телмәренән үк күренеп тора. Тимәк, шул ерҙең ысын хужаһы булып, унан файҙа алып йәшәргә тейеш. Күҙаллауҙарым хата түгел икән – Көҫәпҡоловтар мал тота, иген сәсә.
– Бөтә эштәрҙе атай-әсәй менән бергә алып барабыҙ, ваҡыттары булғанда кейәү-еҙнәләр ҡайтып ярҙамлаша, шулай бергә эшләйбеҙ, бергә ашайбыҙ, – тип һүҙен дауам итә Фиҙәрис. – Элек фермерлыҡ менән шөғөлләнә инек, хәҙер эшмәкәрлегебеҙ шәхси хужалыҡ булараҡ алып барыла.
Ҙур ихатанан ҙур өйгә уҙабыҙ. Юҡ, туҡтап тор, өй алдындағы матурлыҡҡа бер һирпеп ҡарамай үтеп китеү мөмкин түгел. Ә унда ожмах баҡсаһы икән дә! Төрлө-төрлө сәскәләр, емеш ағастары теҙелеп киткән. Ҡып-ҡыҙыл алмағас бигерәк тә сағыу балҡый. Өйҙә беҙҙе өс матур ҡыҙ – Фиҙәлиә, Камилә һәм Әҙилә ҡаршы алды. Кемдер ваҡ эш менән мәшғүл, кемдер уйнап кинәнә. Иң мөһиме: ҡыҙҙар ипле, тәрбиәле күренә. Аш бүлмәһендә иһә хужабикә Лиана йүгереп йөрөй.
– Барыһы ла үҙебеҙҙеке, – тип һүҙгә ҡушыла хужабикә өҫтәлгә һый-хөрмәт теҙгән арала, күҙем һап-һары балға төшкәнде һиҙгәндәй. – Кисә генә айырттыҡ, көнбағыш сәскәһенән йыйғандар, 25 умартабыҙ бар.
Ҡала фатирынан һис тә ҡалы­шырлыҡ түгел итеп эшләнгән һәм матур итеп йыһазландырылған өйгә һоҡланып, хужаларҙан:
– Күп аҡса тотонолғандыр инде был тиклем донъя ҡорор өсөн? – тип төпсөндөм.
– Һөт һатыуҙан алынған килемде ваҡ мәшәҡәткә тотонабыҙ. Салауат ҡалаһына баҙарға аҡ ризыҡ һатырға йөрөйбөҙ – ай һайын 30 мең һум аҡса эшләйбеҙ. Ә һимертеп һуйған башмаҡ­тарҙың аҡсаһын ҙур әйберҙәр һатып алыуға тотонабыҙ, – тине хужалар. Фатир тигәндән, артабанғы һөйләшеүҙән шуныһы ла асыҡлана: был ғаилә мал ярҙамында донъяһын ауылда ғына киңәйтмәй икән – Салауатта “Әсәлек капиталы” аҡсаһын ҡушып фатир һатып алғандар.
– Ҡыҙҙар үҫә бит, ҡайһы­һылыр, бәлки, ауылда ҡалырға теләмәҫ, – тип аңлатты улар был ғәмәлдәрен.
Кемдер үҙе йәшәр өсөн фатир алып, ғүмерлеккә ипотекаға батҡан мәлдә әлегеләй уңғандар балаларының нигеҙен алдан уҡ хәстәрләп ҡуя. Ошонан һуң ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү отошһоҙ, тип әйтеп ҡара инде.
...Етте! Өйҙә генә хәбәрләшеп ултырыу килешмәҫ, тауҙай йорт та һалырлыҡ, ҡалала фатир ҙа алырлыҡ табыш биргән хужалыҡты үҙ күҙҙәрем менән күрмәй булдыра алмайым. Ихатаға йүнәләбеҙ. Аттарҙың эҫелә һыу эсергә ҡайтҡан сағы икән, кире ҡыуырға ваҡыт. Фиҙәрис ҡыҙҙарын эйәртеп һарайға инеп китте. Бына бит, дөрөҫ тәрбиә бирһәң, донъя көтөр өсөн малай ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа ниндәй таяныс!
Күп тә үтмәй, тояҡ тауыштары, кешнәүҙәр ишетелә. Артабан хас та риүәйәттәгесә күренешкә шаһит булдым: ат көтөүенең бер осо яланда, икенсеһе һарайҙан сығып бөтмәгән...
Бергә барыу еңелерәк, берҙәм булыу хәйерлерәк– Йылҡы үрсетеүгә күптән түгел генә тотондоҡ, уның ҡарауы 15 баш булып китте инде, – тине Фиҙәрис хужалығының был тармағы хаҡында. – Быйыл көслө тоҡомло айғыр алып ҡайттым, киләсәктә ит һәм ҡымыҙ етештерергә уйлайбыҙ, – тип пландары менән дә уртаҡлашты.
Көҫәпҡоловтарҙың һыйыр малы иһә шулай уҡ ике тиҫтәгә яҡын икән. Һауын һыйырҙары ғына ла һигеҙ баш. Һарыҡтар ҙа шул сама, ҡош-ҡорттоң иҫәбе юҡ, тигәндәй. Быйыл ғына ла аҫрауға йөҙ бәпкә алып ҡайтҡандар. Улар үҫһә, Салауат баҙарына йөрөтөр өсөн йәнә бер тауар өҫтәләсәк.
Әлбиттә, был тиклем малды ашатырға ла кәрәк. Әммә был йәһәттән аптырайһы түгел, һоло-арпаны үҙҙәре сәсә, тинек бит. Ғөмүмән, ҡуртымға алған 84 гектар ерҙә иген дә, бесән дә етерлек.
...Айына 30 мең һум өҫтәмә табыш, ҡалала айырым торлаҡ... Нисек кенә булмаһын, икмәккә мул итеп яғылған ҡаймаҡтай күренә был. Ләкин ул ҡаймаҡ икмәккә килеп еткәнсе түгелгән хеҙмәт менән уйланған уйҙарҙың да осо-ҡырыйы күренмәй. Ике күренеште генә күҙ алдына килтерәйек: һигеҙ һыйырҙы, аппарат менән булһа ла, һауыр өсөн көн дә иртәнге сәғәт дүрттән-биштән торорға кәрәк. Һауҙың, айырттың да һаттың түгел, баҙарҙа торған урының өсөн айына түләү мотлаҡ, әсә һөтөнән иртә айырылған быҙауға йәнә сифатлы аҙыҡ хәстәрләү фарыз... Ғөмүмән, мәшәҡәт йыйыла. Шулай ҙа бер ҡыйындың бер рәхәте дәртләндерә барыбер ҙә. Ана шул дәрт менән йәшәйҙәр Көҫәпҡоловтар.

Ҡайғыларҙы шулай баҫалар

Әлеге дәрткә, тырышлыҡҡа ор­лоҡ һалған оло быуын Көҫәп­ҡоловтарҙы ла күрмәй китеү яҙыҡ булыр – күрше йортҡа йүнәләбеҙ.
Бында ла бөхтәлек, муллыҡ бөркөп тора. Ә ихатала техника-тағылма-ҡоролмалар урын алған, оҙон иген һаҡлағысы һуҙылып киткән.
– Ҡасан мал да ҡарап, ҡый үләндәрен дә утап өлгөрәһегеҙ һуң? – тип һорайым йорт хужаларынан.
– Көндөң оҙонлоғо етерлек ул, – ти улар. – Шул эш араһында йөрөп ҡартайырға ваҡыт юҡ, – тип йылмаялар.
Шәрифә инәй менән Мөхәммәт олатай – ғүмере буйы ошо ауылды, ерҙе үҫтереүгә бөтә көсөн һалып йәшәгән быуын. Колхоз заманында дөйөм хужалыҡта тир түккәндәр, алты бала үҫтер­гәндәр. Олатай башта хужалыҡта шофер булып эшләй, унан бригадир итеп үрләтәләр, эшен яҡшы алып барғас, колхоз рәйесе итеп һайлайҙар. Донъя буталып, ауыл хужалығы айырым хужалыҡтар ҡулында ҡалғас та, шөғөлөнән төңөлмәй ул – эште үҙе фермер булараҡ булһа ла алып бара. Ошо рәүешле ауылдаштарын эшле итергә тырыша.
Бергә барыу еңелерәк, берҙәм булыу хәйерлерәкУның менән аралашҡан мәлдә, әлбиттә, ауыл тормошон да урап үтмәйбеҙ.
– Кемдер үҙ ерендә мал таба, бәғзеләр табыш артынан сит тарафтарға юллана, ғөмүмән, социаль объекттары булмаған ҡәҙимге башҡорт ауылы, – ти элекке хужа тыуған еренең бөгөнгө тормошо хаҡында.
Шул саҡ был ихатанан йыраҡ түгел генә һала башланған ҙур йортҡа күҙем төшә. Кемдеке икәнлеген һорашҡас, Мөхәммәт олатай көрһөнөп кенә:
– Мөҙәрис улымдыҡы ине, ғүмере буйы полицияла хеҙмәт итте, участка милиционеры булып башлағайны, полиция хеҙмәтенең район бүлеге начальнигы урынбаҫарына тиклем үҫте. Халыҡ менән килешеп эшләне, хөрмәткә лайыҡ булды. Тик бер нисә йыл элек ҡапыл ғына арабыҙҙан китеп барҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡас, шул йортта кинәнеп йәшәргә, мал үрсетергә хыялланды, – тип йәшерә ул йәшле күҙҙәрен. – Ауыр тупрағы еңел булһын улымдың.
...Ауырлыҡтар, ҡайғылар – Хоҙай тарафынан ебәрелгән һынау, тиҙәр. Кемдер ул һынауҙы үтә, кемдер һығылып төшә. Көҫәпҡоловтар иһә бирешеүсе­ләрҙән түгел, ҡайғыны берҙәмлек­тәре, тырышлыҡтары менән еңергә ынтыла. Бәлки, шулай еңелерәктер ҙә.

Урау-урау юлдар аша һиңә ҡайттым, еркәйем

Эйе, берҙәмлектән күп нәмә тора шул. Нисәмә тапҡыр ҡабатланған “күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигән әйтемде лә иҫкә төшөрөү яҙыҡ булмаҫ. Атап әйткәндә, Фиҙәрис һәм Мөхәммәт менән ауыл ерендә бер-береңә ярҙам итеү хаҡында һөйләшәбеҙ.
– Яҡын-тирәлә башҡа фермер­ҙарҙың булыуы ла шәп, – тине улар. – Сәсеү-урыу ваҡытында бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Техниканың боҙолоп китеүе бер ни түгел, яғыулыҡтың да проблема тыуҙырыуы ихтимал. Бынан тыш ер һәм ҡуртым мәсьәләләре лә етерлек. Ғөмүмән, эште кәңәшләшеп алып барыу еңелерәк, – тип тә өҫтәне хужалар.
Бер аҙ шымып торғандан һуң Фиҙәрис тәҡдимен дә еткереп ҡуйҙы:
– Күрше ауылда шәп фермер дуҫ бар, уның менән да бергә эшләйбеҙ, бәлки, барып күрәйектер?
...Былай булғас, “бер тема хаҡына” ҡылынған сәфәр бай булмаҡсы. Ғөмүмән, бер нисә минуттан Фиҙәристең текә сит ил машинаһында инде Түбәнге Аллағыуатҡа елдерәбеҙ. Нәҡ ошо ауылда Мостафа ҡараған Аллағыуат ауылы биләмәһенең хакимиәте урынлашҡан. Юл ыңғай властарҙың фекерен ишетеү ҙә яҙыҡ булмаҫ.
Бергә барыу еңелерәк, берҙәм булыу хәйерлерәк– Биләмәгә биш ауыл ҡарай. Тик үҙәктә – әлеге ауылда ғына социаль объекттар бар, ҡалғандарында магазиндар ғына эшләп килә, – тип ҡылыҡһырлама бирҙе урындағы йәшәйешкә биләмә хакимиәте идарасыһы Әлфинә Ҡолһарина. Уның ҡарауы халҡын ике ҡул бармаҡтары менән генә һанарлыҡ Октябревканы иҫәпкә алмағанда, ауылдарға газ үткән, тик һыу ҡоҙоҡтарҙа ғына икән.
– Түбәнге Аллағыуатта мәсет төҙөйбөҙ, әлеге көндә халыҡ ошо эш менән мәшғүл, – тип һүҙен дауам итте чиновник, ауылдың үҫешен билдәләп. – Фермерҙар, хужалыҡтар булһа, ауыл йәшәр инде ул. Нисек кенә булмаһын, ауылдарҙың төп таянысы улар бит. Алик Бикташев, Эдуард Ҡолһариндар, мәҫәлән, уңышлы ғына эшләп килә. Пайсыларға иген, бесән тараталар, халыҡты эш урындары менән тәьмин итәләр.
Был һүҙҙәрҙән һуң артабанғы герой менән осрашыу теләге айырыуса көсәйҙе.
Йәй ауыл кешеһенең ҡолағын тырнарға ла ваҡыты юҡ мәл, Илнур Моратов та егеттәре менән комбайнын йүнәтә. Ваҡытһыҙ борсоуыбыҙға тартына-тартына ғына ҡул һуҙабыҙ.
...Колхоздар тарҡалғас, урында эшләп йөрөгән ир-егеттәр яуға күтәрелгәндәй Себер тарафтарына артылды, ғаиләләре бында ҡалыу сәбәпле күптәр вахта алымын һайланы. Ундайҙар рәтендә туҡһанынсы йылдар аҙағында әлеге Илнур ҙа була, әммә ике йыл элек ул тыуған яғында төпләнеп, үҙ эшен асып ебәрә.
– Һәр вахтаға юлланған һайын, ошо ерҙәрҙә иген сәсһәм ине, тигән хыял менән ҡуҙғала торғайным, – тип аңлата ул тәү ҡарашҡа сәйерерәк аҙымын. – Ауыл балаһы булғас, ер һәр саҡ үҙенә тартып торҙо, – быныһын инде ғорурлыҡ менән әйтә йүнсел.
Уның ҡарауы, һайлаған аҙымынан төңөлмәгән бит, шуныһына ҡыуанмай мөмкин түгел:
– Тарҡалған хужалыҡтың бинаһын һатып алдым, техника ҡайтарттым. Былтыр 114 гектар ғына эшкәрткәйнек, быйыл 520 гектарҙа бойҙай, арпа, һоло һәм көнбағыш сәстек. Алтмыш баштан ашыу һыйыр малы бар, киләсәктә ошо ике тармаҡты үҫтерергә ине ниәт, – тип киләсәген дә күҙаллай Илнур.
Йән биргәнгә йүн биргән, ти халыҡ. Себер тарафтарында йөрөү ҙә, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәй. Юҡһа башланғыс капитал тигән төшөнсәне әлегә бер кем дә инҡар итмәй – сәсер өсөн дә, ураҡҡа ла техника кәрәк, яғыулығы күпме тора әле. Хәйер, бында эшҡыуарҙар район етәкселегенә лә өмөт менән ҡарай. Әйтергә кәрәк, өмөттәр аҡлана. Күптәр гранттар отоп ҡыуана. Илнур ҙа 1,5 миллион һум субсидия ярҙамында “Беларусь” тракторы һәм һыйырҙар һатып алған.
Фермер менән һөйләшкән арала сапҡыс йүнәткән егеттәргә ҡарап алам. Береһе булышҡанда икенсеһе тик тормай. Афарин, ҡулдарына күҙ эйәрмәй.
– Егеттәрҙең икеһе миндә эшләй, береһе шулай уҡ фермер – ҡустым Илһам, – тип таныштырҙы Илнур улар менән һәм, иң йәшенә мәғәнәле итеп ҡарап алғас, һүҙен былайыраҡ ослап ҡуйҙы:
– Быныһы инде киләсәктәге фермер – Мостафа егете Илнур Ҡолһарин. 19 ғына йәштә булыуға ҡарамаҫтан, үҙенең бер нисә баш малы, техникаһы бар. Маҡсат­тары юғары, – тип маҡтаны ул йәш коллегаһын. Пландары һәм хыялдары тормошҡа ашһын!

Эҫе мунсанан –йылы өйгә

Инде Түбәнге Аллағыуат менән дә хушлашып, ҡайтыр юлға сығып барабыҙ. Шул саҡ иғтибарҙы ауыл ситендәге ҡурсаҡтай йорт йәлеп итте. Шик юҡ, хужаһының ҡулы алтын. Бындай оҫта менән танышып китмәү яҙыҡ булыр.
– Ғафури районынанмын, – тине Юлдаш Йәнбәков. – Ауылға биш йыл элек килдем.
– Күсенеп килдегеҙме? – төпсөнөүемде дауам итәм.
– Ғүмер буйы ошо ауылда торҙом, 32 йыл мәктәптә биология-химиянан уҡыттым. Йәмәғәтем менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Тик бер мәл тол ҡалдым, яңғыҙ йәшәүҙәре ауыр – Юлдаш ағайың менән сәстәрҙе сәскә бәйләнек, бергә барыу еңелерәк, – тип һүҙгә ҡушылды хужабикә Зөһрә Ҡолһарина.
Әлбиттә, олатай-өләсәй булып бөткәндән һуң өйләнешеү бер, ике ғаилә араһында уртаҡ тел табып йәшәп алып китергә лә кәрәк бит әле. Әммә аҡыллы фекерле Зөһрә апай менән оҫта ҡуллы Юлдаш ағай ике яҡта ла бик тиҙ хөрмәткә ҡаҙана, береһе эш оҫталығына өйрәтһә, икенсеһе кәңәштәре менән тормошто яратырға, ҡурҡмаҫҡа өндәй. Улай ғына ла түгел, аллағыуаттар, күрше-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә оҫтаға тиҙ өйрәнә.
Һөнәрле кеше һөнәрле инде, ауылда оҫта йәшәгәнен белеп ҡалғас та, ағастан-таштан төрлө йорт биҙәүҙәренә заказдар килә башлай, шулай уҡ Юлдаш ағай ҡул ярҙамын да йәлләмәй, тракторы менән дә өмәгә сыға.
...Хужа менән йорт буйлап сәйәхәт ҡылабыҙ. Бер ишекте асабыҙ ҙа... мунсаға килеп сығабыҙ. Баҡтиһәң, ике бина бергә ҡушылып эшләнгән икән. Шул саҡ ҡышҡы һыуыҡтарҙа мунсанан баланы, таҫтамал-кейемдәрҙе күтәреп йүгереп ҡайтыуҙар иҫкә төштө. Бына бит, теләгең булһа, уңайлы шарттар тыуҙырырға мөмкин. Тик, ғәҙәттә, мунса дымлы була бит әле. Юғары квалификациялы белгестәй танауҙы мыш-мыш тартып хужанан ошо хаҡта һорайым.
– Елләтеү юлдары ҡаралған, бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ, – тип йылмайҙы ул.
Ихатала ла уңайлыҡтар етерлек. Һарай башына, мәҫәлән, күтәрелеүе бик тә ҡулайлы икән, өҫтәүенә шулай уҡ ҡурсаҡтай итеп биҙәлгән. Бындай матурлыҡҡа бесән өйөүе йәл түгелме икән, тигән уйҙар ҙа үтте баштан. Нисек кенә булмаһын, матур итеп йәшәй беләләр был йортта... һәр яҡлап та.
Инде көтөп зарыҡҡан оҫтаханаға ла сират етә. Тик... алдан күҙ алдына килтергән станоктарҙың береһен дә күрмәйем – ҡорал эшләй, егет маҡтана тиһәләр ҙә, барлыҡ биҙәкләүҙе бер бәләкәй генә бысҡы, йышҡы һәм оҫта башҡара.
...Сәфәрҙән-сәфәргә “Нисек йәшәйһең, ауыл?” тигән һорауға яуап эҙләгәндә, ауыл кешеләре йыш ҡына: “Бына, шөкөр, халҡым мал тотоп, иген, йәшелсә, еләк-емеш үҫтереп йәшәй”, – тип яуап­лай. Һәр хәлдә, был йәһәттән бай тәжрибә тупланған.





Вернуться назад