Шартлаталар бармаҡты, бейетәләр һармаҡты...26.08.2016
Шартлаталар бармаҡты,  бейетәләр һармаҡты... Һеҙ ҡалала юл аша сығып барған кешене күҙәткәнегеҙ бармы? Тәүҙә ул бер туҡтауһыҙ уңға-һулға ҡарана. Машиналар мине күрәме икән, йәнәһе. Урталағы һыҙатҡа еткәс, уның иңбашы ла турая, башы ла күтәрелә төшә. Бордюрға килеп етәрәк иһә ул автомобилдәргә һауалы ҡараш ташлай. “Үткәрмәй ҡайҙа бараһығыҙ?” тигәнде аңлаталыр был. Кеше психологияһының үҙенсәлектәрен сәйәсмәндәр элек-электән власть йәки иҡтисади олигархия мәнфәғәтендә файҙаланырға тырышҡан...

Һайлауҙар яҡынлашып, ҡайһы бер таҫма телле әҙәмдәр үҙҙәрен депутат итеп һайлатыу өсөн тауҙай вәғәҙәләр бирә башлаһа, миңә ломехуза тигән ҡуңыҙ иҫкә төшә. Был бөжәктәрҙең арҡаһында ниндәйҙер шыйыҡса (наркотик?) бүлеп сығарыусы алтынһыу төҫтәге сәс була икән. Ҡырмыҫҡа иләүҙәре янына килеп, улар тегеләргә шул матдәне ялата. Һөҙөмтәлә ҡырмыҫҡалар “зомби”ға әүерелә: улар ошо ҡуңыҙҙарға һәм уларҙың балаларына аҙыҡ ташый башлай. Был осраҡта уларҙың үҙ балаларының ас та ҡалыуы ихтимал. Иләүгә хәүеф янаған осраҡта ла бындай ҡырмыҫҡалар тәү сиратта ҡуңыҙ балаларын ҡотҡарырға ашыға.
Депутатлыҡҡа ҡайһы бер кандидаттар ҙа беҙҙе һәр төрлө ҡыҙыҡтырғыс проекттары менән албырғатырға, бер нимә менән дә нигеҙләнмәгән хыялдарына ышандырырға тырыша. Хәҙер заманы, әлбиттә, башҡасараҡ. Ә 90-сы йылдарҙа, демократия шауҡымы башланған һәм уны үҙебеҙсә аңлаған дәүерҙә, сәйер хәлдәр күп була ине. Ҙур һайлау алды кампанияһы ҡыҙған саҡта Санкт-Петурбургта, мәҫәлән, бер кандидаттың ярҙамсылары ҡала мәктәбенә шылтырата: “Беҙҙең кандидат балаларға бүләктәр өләшергә ҡарар итте, шул маҡсатта тәнәфестә балаларҙы линейкаға теҙә алмаҫһығыҙмы икән?”
Тәбиғи, педагогтар шатланып риза була. Билдәләнгән сәғәттә йәшниктәр тейәгән автомашина килеп тә туҡтай. “Ғәфү итегеҙ, беҙ бүләктәрҙе йәһүд милләтенән булған балаларға ғына бирәбеҙ – хужабыҙ шулай ҡушты, – тип иңбашын һикертә бүләк таратыусы. – Ул бит үҙе лә шул милләттән. Йәһүдтәр бармы?” Бер бала ла өндәшмәй. Бәлки, ҡайһы берҙәре әйтергә уңайһыҙлан­ғандыр. Автомобиль, йәшниктәрен алып, кире китеп бара. Һуңынан асыҡла­ныуынса, был “акция”ны ошо йәһүд милләтле кандидат түгел, ә шул уҡ һайлау округында кандидатураһын ҡуйған икенсе бер кеше әҙерләгән икән. Конкурентына ҡарата нәфрәт тыуҙырыу һәм уның күпселек тауышты йыйыуына юл ҡуймау өсөн, әлбиттә. Бындай намыҫһыҙ алымдар артабан “бысраҡ пиар” исеме алды.
Ниндәйҙер сәйәсмән йәки ойошма файҙаһына йәмәғәтселек фекерен тыуҙырыу үткән быуаттың аҙағында һәм ошо быуат башында ғәйәт ҙур үҫеш алды. Беҙ уны телевидение аша, мәҫәлән, көн һайын күҙәтәбеҙ. Был йүнәлеш Public Relations (“Паблик Рилейшнз”) – ҡыҫҡаса PR-эшмәкәрлек йәки “пиар” тип атала. Әле даими ҡулланылһа ла, тамырҙары тарих төпкөлөнә барып тоташа. Боронғо Ҡытайҙа, Грецияла, Рим империяһында, мәҫәлән, хакимдар кешеләрҙе үҙ власын танырға ҡурҡытып ҡына түгел, ә өгөтләү һәм ышандырыу юлы аша ла күндергән. Яңы дингә тотош халыҡтарҙы инандырыуҙы ла, большевиктарҙың заводтарҙы – эшселәргә, ә ерҙе крәҫтиәндәргә бирергә вәғәҙә итеүен дә, 2000 йылға һәр совет ғаиләһенә фатир (бушлай!) бирәсәктәре хаҡындағы лозунгты ла PR-эшмәкәрлек исемлегенә индерергә мөмкин. Күреүебеҙсә, “пиар” беҙҙе кешелек тарихы барышында һәр саҡ оҙата килә.
Хәҙерге заман “пиарсылары” уйлап табып торған алымдар иҫ киткес күп төрлө һәм уларҙың ысын тормошҡа тура киләме-юҡмы икәнлеген айырыу ҙа бик ҡыйын. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек ҡош киҙеүе тыуҙырған афәтте бөтәгеҙ ҙә хәтерләйҙер. Уның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн Урал һәм Себер төбәктәрендә генә лә 150 мең баштан ашыуыраҡ ҡош юҡ ителде, күп кенә ҡошсолоҡ фабрикалары бөлөү сигенә етте. Рәсәй Ҡошсолар союзы хәбәр итеүенсә, килгән зыян 110 миллион һумдан ашты. “Ҡош киҙеүе элек-электән бар бит ул, халыҡ үҙе сараһын күрә белә, кеше өсөн ҡурҡыныс түгел” тигән хәбәрҙәр ара-тирә күренеп ҡалды, тик уларға ҡолаҡ һалыусы булманы, ахырыһы.
Һәм... был киҙеү кинәт кенә юҡҡа сыҡты. Был юғалыу донъя яңылыҡтары таҫмаһындағы бер хәбәр менән тура килде: АҠШ-тың көнсығыш яры буйында океанда “Катрина” тип аталған ғәрәсәт “Буш аяҡтары”, йәғни тауыҡ боттары тултырылған тиҫтәләрсә баржаны һыуға батырҙы. Улар Рәсәйгә ҡарап юл алырға тейеш ине. Артабан ҡош киҙеүе тураһындағы хәбәрҙәр матбуғатта ла күренмәй башланы. Ысынлап та, ҡош киҙеүе шундай хәүефле масштабта йәйелеп киттеме, әллә был бәләнең туҡтап ҡалыуының “Катрина” менән бергә тура килеүе осраҡлы хәлме? Уныһын бер кем дә аныҡ һәм ышаныслы итеп аңлата алмайҙыр, моғайын. Бында ҡайһы гәзиттең, интернет сайтының йәки телевидение каналының беренсе булып хәбәр һалыуы ла мөһим түгел. Хәл-ваҡиғаның барлыҡҡа килеүе йәки уның билдәле бер йүнәлешкә табан үҫеүе менән ҡыҙыҡһынған сығанаҡтар йәшеренеп ҡала. Козьма Прутковтың “Тамырына күҙ һал” тигән лаҡабы бар бит. Кемдең ниндәй һөҙөмтә менән ҡыҙыҡһыныуын күрәҙәләргә генә ҡала. Ә күрәҙәлекте, урыҫтар әйтмешләй, “к делу не пришьешь”.
“Пиар элементтары” тормошто үтәнән-үтә һуғаралыр тигән фекер ҙә ҡала ҡайһы саҡта. Айырым ойошмала үҙенең шәп белгес булыуы тураһында фекер тыуҙырырға ынтылған кешенән алып халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиғаларҙы айырым дәүләт файҙаһына “борорға” тырышҡан сәйәсмәндәргә саҡлы – барыһы ла шуларҙы ҡорал итеп ала. Ундай элементтар тотош халыҡтың башын бутарлыҡ көслө ағымға әүерелгән мәлдәрҙе тарих яҡшы хәтерләй. Беҙҙең илдә улар буйынса миҫалдар бигерәк тә Октябрь революцияһы осоронан (Ҡышҡы һарайҙы штурмлау ғәмәлдә бөтөнләй булмаған, тиҙәр) һәм үҙгәртеп ҡороу йылдарынан (ваучерлаштырыу үҙе генә лә ни тора) күп иҫкә төшә.
Илдең идеологик һәм иҡтисади ҡоролошо төбө-тамыры менән үҙгәртелгән әлеге 90-сы йылдарҙа предприятие етәкселәрен һайлап ҡуйыу модаға инеп киткәйне. Тик шуныһы ғәжәп: бер генә токарь йәки бухгалтер ҙа генераль директор булып китә алманы, был вазифаға конкурста мотлаҡ директорҙар советы үҙҙәренең тар даирәһендә алдан билдәләгән кеше еңә лә ҡуя. Шул дәүерҙә Германияла булып ҡайтҡан танышым шулай тип һөйләгәйне:
– ГДР-ҙа кәйефте төшөрҙөләр. Беҙ завод етәкселеген хәҙер тотош коллектив менән һайлап ҡуйыу кимәленә күтәрелеүебеҙ тураһында маҡтанһаҡ, немецтар: “Ә эшселәр ниндәй директор кәрәклеген ҡайҙан белә? Улар менеджментты өйрәнгәнме ни?” – тип аптырай. Предприятиеларға халыҡ үҙе идара итә башланы, тип ышанып та бөткәйнек бит әле...
“Фәлән сәйәсмәндең һөйләгәндәре йәмәғәтселек фекеренә тап килә” йәки “Йәмәғәтселек фекере баҫымы аҫтында власть шул нәмәне эшләргә мәжбүр булды” тиҙәр. Ә йәмәғәтселек фекере нимә нигеҙендә тупланған һәм үҫкән, ул нисек хәбәрҙар булыуға өлгәшә, мәсьәләне ниндәй юлдар менән хәл итергә кәрәклеген кемдәр аша белә алған? Уныһын беҙгә телевизион тапшырыуҙы алып барыусы хәбәр итә, артынса уҡ ғилми дәрәжәләре һәм халыҡ-ара академиялар биргән төрлө титулдары бихисап булған шәп аналитик тәфсирләп мейебеҙгә һеңдерә. Ләкин беҙ быға ышанырға мәжбүрбеҙ. Нисек тикшереп ҡарайһың?!
– Беҙ һайлауҙарға бәйле осорға инәбеҙ. Был ваҡытта йәмғиәттәге һәр төрлө көстәр әүҙемләшә башлай. Уңыштарға күҙ йомоп, ә кәмселектәрҙе күпертеп күрһәтергә яратыусылар ҙа булыр, моғайын. Быны тыныс ҡабул итергә кәрәк. Тормош бит ул – төрлөһө була. Беҙ барыбер ышаныслы алға барыуҙы дауам итәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов яңыраҡ Өфөлә бер төркөм алдынғы­ларға дәүләт наградаларын тапшыр­ғанда.
Шартлаталар бармаҡты, бейетәләр һармаҡты тигән мәҡәл бар халҡыбыҙҙа. “Оҙаҡламай бик тәрән иҡтисади көрсөк башланасаҡ...”, “яңы технология тармаҡты бик йылдам алға илтәсәк, тиҙҙән көрсөктән сыға башлаясаҡбыҙ...”, “яман шеште тиҙ дауалаусы ысул табылды...”, “беҙҙең продукцияға донъяла тиңе булмауын фәләнсә тикшеренеүҙәр асыҡ раҫланы...” Һәр төрлө шундай хәбәрҙәргә шикләнеп ҡарай, ышаныслы һәм күп тапҡыр һыналған сығанаҡтарға ғына ҡолаҡ һала, һығымта яһарға ҡабаланмай һәм тормош тәжрибәһенә таянып ҡына эш итә торған заманда йәшәйбеҙ.









Вернуться назад