Яҙылығыҙ, ҡәрҙәштәр, тапмағыҙ сәбәптәр26.08.2016
Яҙылығыҙ, ҡәрҙәштәр,  тапмағыҙ сәбәптәр “Башҡортостан” гәзите редакцияһында күптән түгел баҫманың төп индексына яҙылып, квитанция күсермәһен ебәреүселәр араһында лотерея уйыны үткәрелгәйне. Ошо көндәрҙә редакциябыҙҙың ишеген бәхетле уҡыусыларыбыҙҙың береһе – телевизор отоусы Ишбулат Баймөхәмәтов ҡаҡты.


– “Башҡортостан” гәзите менән һәр ваҡыт бергә булыу – үҙе оло бәхет. Өҫтәп телевизорлы булыу – икеләтә ҡыуаныс. Шатлы­ғымды аңла­тырлыҡ та түгел, ҡыуандыр­ҙығыҙ, ҙурланығыҙ, – тип кисерештәре менән уртаҡ­лашты Ишбулат ағай.
Ул Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылынан. “Башҡорт­­остан”дың күптәнге дуҫы. Баҫманы 1970 йылдан уҡый. Гәзитте күптән алдырһа ла, квитанцияның күсермәһен ебәреп, бәхетен һынап ҡарарға быйыл беренсе тапҡыр йөрьәт иткән. Баймаҡ районының “Алға” колхозында 40 йыл тракторҙа эшләгән. Әле хаҡлы ялда. Намыҫлы хеҙмәте бихисап награда менән билдәләнгән. Йәмәғәте Көнһылыу Зәйнул­ла ҡыҙы менән ауылда абруйлы ғаиләләрҙән һанала­лар. Көнһылыу Баймөхәмә­това фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ейәндәре Заһир менән Дамирҙы ла тәрбиәләшә улар.
– Бүләккә ейәндәрем ҡыуаныр инде. “Башҡорт­остан”ға быйыл да яҙылдым, киләсәктә лә яҙыласаҡмын, Алла бирһә. Баҫманы әҙер­ләп сығарыусыларға ижади уңыштар теләйем. Ә гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙем шул: “Башҡортостан” – республикабыҙҙың башҡорт­са төп баҫмаһы, хаҡына ҡа­рамай, алдырайыҡ, уҡыйыҡ.





Вернуться назад