Бурыстарыбыҙ ҡағыҙҙа ҡалмаһын26.08.2016
2015 йылдың көҙө иҫтәлекле булды, сөнки Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттан тыш съезы уҙҙы һәм башҡорт донъяһына ҡағылышлы күп мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты. Ҡоролтайҙың Башҡарма комитетына байтаҡ яңы ағзалар ҡабул ителде, эш комиссиялары булдырылды, уларҙың етәкселәре тәғәйенләнде. Хәҙер инде халыҡ менән эшләүҙе дөрөҫ һәм планға ярашлы итеп башҡарыу ғына шарт. Эште “Башҡортостан” гәзитенә ҡушымта булып тергеҙелгән “Ҡоролтай тауышы” ла еңеләйтәсәк. Оҙон ғүмерле булһын баҫмабыҙ. Һәр башҡорт уның тураһында белеп, бәйләнештә булырға тырышһа, башҡорт халҡын борсоған барлыҡ мәсьәләләр буйынса ла фекер алышыу мөмкинлеген файҙаланһа ине.
Төп мәсьәләләрҙең береһе – Ҡоролтай етәкселегенә халыҡ менән бәйләнешкә инеп, эшләп китеү мөһим булды. Бының өсөн халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған ғәмәли эш һөҙөмтәләре күренә башланы. Шул нигеҙҙә проблемалар ҙа ыңғай хәл ителә. Ҡоролтай йәмәғәт ойошмаһы бит, халҡыбыҙҙың милли мәнфәғәттәрен яҡларға тейешле ойошма. Тимәк, республика етәкселеге алдында законлы талаптар ҡуйып, бергә эшләргә тейеш.
“Халҡыңды һөйөргә ваҡыт та, аҡса ла кәрәкмәй” тигән әңгәмәлә профессор Фәнил Фәйзуллин: “Беҙ – Рәсәйҙең федератив ҡоролошона нигеҙ һалған халыҡ”, – тигәйне. Бөгөн Ҡоролтайҙың халыҡты берләштереүҙә, илебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа башҡараһы эштәре етерлек. Ҡушымтаның беренсе һанында милләт алдында торған иң беренсел проблемалар күрһәтелде. Уларҙы атҡарыу өсөн фиҙакәрлек кәрәк. Тәү сиратта Ҡоролтай етәкселегенә.
Телгә алған әңгәмә лә беренсел башҡарылаһы эштәргә иғтибар туплай. Был йәһәттән бигерәк тә “Урал батыр” эпосын киңерәк файҙаланайыҡ. Үҙ иле, үҙ ере өсөн изге эштәрҙең үлемһеҙлеген һәр быуынға һеңдереү мөһим. Ҡобайырҙы яттан һөйләү менән генә эш бөтмәй. Әлбиттә, уныһы ла кәрәк, әммә төп йөкмәткеһен аңлатыу, мәғәнәһен төшөнөп ғәмәли тормошта ҡуллана белеү күпкә емешлерәк буласаҡ.
Эйе, тарихыбыҙ бик ҡатмарлы ла, михнәтле лә. Әммә, быуаттар буйы көрәшеүҙән арыпмы, һуңғы дәүер эсендә башҡорт һүрелде, үҙ-үҙенең яҙмышына битараф була башланы. Был осраҡта, күрәһең, халҡыбыҙҙың һуңғы йылдарҙағы ассимиляцияға бирелеүе лә бер сәбәп булып торалыр. Бындай вайымһыҙлыҡтан нисек ҡотолорға? Ике төрлө милләттән тыуған бала кем яғында булырға тейеш? Күренеүенсә, һуңғы йылдарҙа исеме урыҫса, фамилияһы мосолманса булғандар күбәйгәндән-күбәйә. Бындай күренеш менән килешеү мөмкин түгел. Әгәр Ҡоролтай халыҡ менән ошо юҫыҡта эшләмәһә, иртәгә беҙ булмаясаҡбыҙ. Бының өсөн урындағы ҡоролтайҙарҙың эшен яйға һалыу мотлаҡ. Ә төбәктәрҙә ҡоролтайҙарҙың быға тиклемге эше маҡтарлыҡ түгел, күп урында улар исем өсөн генә булдырылғайны.
Иң элек халыҡ булып, үҙ республикаңда хужа булып йәшәү өсөн телде яҡлау, мәктәптәрҙе һаҡлау, өҫтәүенә унда үҙ телебеҙҙә уҡытыуҙы тергеҙеү кәрәк. Бының өсөн ата-әсәләр менән тығыҙ һәм эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыу – урындағы ҡоролтайҙарҙың төп бурысы.
Ғаиләлә генә түгел, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында милли тәрбиә биреү мотлаҡ.
Баҫмабыҙҙа туплана барған тәжрибәне тейешенсә ҡуллана алыу ҙа ҙур эш буласаҡ.