Ҡайһы берәүҙәр мөлкәтен күрһәтергә “онотҡан”26.08.2016
Республикала Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа ҡайһы бер кандидаттар банк иҫәбе һәм мөлкәт тураһындағы мәғлүмәттәрен күрһәтергә “онотҡан”. Сәйәси партияларҙың вәкилдәре менән осрашыуҙа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова ошондай мәғлүмәтте еткерҙе.
Уның әйтеүенсә, кандидаттарҙың барыһы ла иҫәптәре һәм мөлкәте тураһында хәбәр иткән. Тикшереү барышында ҡайһы берәүҙәрҙең автомобилен, банктағы иҫәбен күрһәтмәүе асыҡланған. Кандидаттарҙың берәүһе суд хөкөмөнә тарттырылыуы хаҡында белдермәгән. Һөҙөмтәлә уның теркәлеүе ғәмәлдән сығарылған. Бер нисә кандидаттың килеме, мөлкәте һәм белеме буйынса мәғлүмәттәрендә айырмалыҡтар бар.
Наилә Алтынова осрашыуҙа махсус иҫәптәргә бәйле хәл тураһында ла һөйләне.
– 22 авгусҡа ҡарата кандидаттарҙың 60 махсус һайлау иҫәбе асылған. Шуларҙың 31-ендә аҡса бар, ҡалғандары уны тотоноп бөткән йәки аҡсаны бөтөнләй һалмаған. Финансһыҙ агитация кампанияһын алып барыу ҡыйынға төшәсәк, сөнки закон буйынса баҫма продукция һайлау фонды аҡсаһына сығарыла, – тине ул.
Кандидаттарҙың махсус иҫәптәренә 39 миллион һум аҡса индерелгән, шуның 840 меңе (2 проценты) – граждандарҙың, 16 миллионы (40 проценты) – ойошмаларҙың иғәнәләре, 11 миллионы (29 проценты) – кандидаттарҙың, 9 миллионы (25 проценты) кандидатты күрһәткән сәйәси партияларҙың аҡсаһы. Уларҙың барыһы ла округ һайлау комиссияларының Контроль-ревизия хеҙмәте тарафынан күҙәтелә.