Эше булһа, күҙәтеүселәре табылыр26.08.2016
Беҙҙең республикаға Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма (ОБСЕ) ҡарамағындағы Демократия институттары һәм кеше хоҡуҡтары бюроһы вәкилдәре Марша Вайнерман (АҠШ гражданы) менән Оганез Казарян (Әрмәнстан) килде.
Уларҙың тәүге осрашыуы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев менән булды. Парламент етәксеһе партияның барлыҡ программа документтарын да күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе һәм һайлау барышында ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуйылмаясағына ышандырҙы.
– Беҙҙең сәфәр фәҡәт күҙәтеү рәүешендә барасаҡ һәм бөтә ялыуҙарҙы ла теркәп барырға тейешбеҙ, – тине Марша Вайнерман.
ОБСЕ вәкилдәре шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында булып, уларҙағы һайлау алды кампанияһы барышы менән танышып ҡайтты. Ҡунаҡтар ошо төбәктәрҙәге һайлау комиссияларының составы һәм ҡайһы фирҡәгә ҡарауҙары менән ҡыҙыҡһынды. О. Казарян әйтеүенсә, беҙҙең республикала һайлау мәлендә 18 халыҡ-ара күҙәтеүсе эшләйәсәк.