Эшмәкәрлеге көйләнә26.08.2016
Республикабыҙҙа яуым-төшөмдөң булмауы арҡаһында Ағиҙел һәм Өфө йылғаларындағы һыу һаҡлағыстарҙың эше көйләнә.

Республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы хәбәр итеүенсә, бындай саралар сәнәғәт һәм һыу бүлеү предприятиеларының өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итергә тейеш. 1 октябргә тиклем Павловка, Йомағужа, Нөгөш, Ыҫлаҡ һәм Туймазы һыу һаҡлағыстары һыуҙы күберәк ағыҙасаҡ.
– Планға ярашлы секундына 20 кубометр һыу ағыҙыу ҡаралһа, әле уны 25 кубометрға тиклем арттырырға ҡарар ителде. Йылғаларҙың кимәлен күтәреү өсөн һыу запасы етерлек, – тине Кама бассейны һыу идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Марина Макарова.
Шул уҡ ваҡытта ҡоролоҡ арҡаһында йылғалар һайыҡҡан. Өфө һәм Ағиҙелдең үрендә яуым-төшөм норманың яртыһына ла етмәй.


Вернуться назад