Дәүләткә – 185 мең тонна иген26.08.2016
Дәүләткә –  185 мең тонна иген Дәүләт интервенция фондына Башҡортостан аграрийҙары 185 мең тоннанан ашыу яңы уңыш игенен һатырға ниәтләй. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл иген интервенцияһында 15 райондан 29 хужалыҡ ҡатнашыу теләген белдергән.


Әйткәндәй, Рәсәйҙә иген һатыу һәм һатып алыу буйынса дәүләт интервенциялары 2001 йылдан үткәрелә. Уның маҡсаты – игенгә эске хаҡты тотороҡландырыу. Уңыш мул булған осраҡта был сара игендең артығын баҙарҙан алыу һәм хаҡтың үҫешен дәртләндереү мөмкинлеген бирә. Һөҙөмтәлә аграрийҙар юғалтыу кисермәй. Тауар интервенцияһы уңыш аҙ булған йылдарҙа дәүләт фондынан игенде баҙарға сығарыу ярҙамында хаҡты түбәнәйтеүгә йүнәлтелә.
2009 йылдан интервенцияны үткәреү буйынса дәүләт агенты – Берләштерелгән иген компанияһы.







Вернуться назад