Һәр пенсионерға – 5 мең һум26.08.2016
Рәсәйҙә быйыл пенсияны индексациялап еткереүҙе 5 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү менән алмаштырасаҡтар. Ул 2017 йылдың ғинуарында түләнәсәк. Бындай ҡарар өҫтәмә рәүештә 200 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеүҙе талап итә.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Финанс министрлығына ошо аҡсаны табыу тураһында күрһәтмә бирҙе. Уның әйтеүенсә, власть сәйәси һәм иҡтисади ҡыйынлыҡтар яйға һалынғанса көтөп тә тора алыр ине.
– Әммә был осраҡта ҡәтғи фекерҙәмен – халыҡ менән ихлас һөйләшергә, үтәй алмаҫлыҡ вәғәҙә бирмәҫкә, әйткәнде нисек булһа ла эшләргә кәрәк. Тап шуға күрә бөгөн ошондай ҡарар ҡабул иттек, – тине Рәсәй Хөкүмәте Башлығы. Дмитрий Медведев бындай ҡарар пенсионерҙарға хаҡтың ҡиммәтләнеүе арҡаһында тыуған юғалтыуҙарын ҡапларға ярҙам итер тигән ышаныс белдерҙе.
Ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһалды
Өфөләге Конгресс-холда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Ул 2016 йылдың тәүге яртыһында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналды.
Ултырышта республика Хөкүмәте, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостандағы территориаль һәм федераль дәүләт власы органдары вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары, ойошмалар һәм предприятиелар етәкселәре ҡатнашты.
(Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте
алдағы һанда уҡығыҙ).
Иртәме-һуңмы ғәҙеллек тантана итер
Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара паралимпия комитетының Рәсәй йыйылма командаһын Рио-де-Жанейролағы 2016 йылғы Паралимпия уйындарында ҡатнашыуҙан ситләтеүе тураһындағы ҡарарын кешелекһеҙ тип атаны.
– Халыҡ-ара паралимпия комитетының факттарҙы, дәлилдәр базаһын, шәхси яуаплылыҡты билдәләү буйынса тейешле эш башҡармайынса, Рәсәйҙең йыйылма командаһын уйындарҙан тотош ситләтеү хаҡындағы ҡарары – кешелекһеҙ. Ул юридик принциптарға ла, дөйөм әхлаҡ ҡанундарына ла яуап бирмәй, – тине республика етәксеһе. – Паралимпиясылар ябай спортсылар түгел, шулай уҡ юғары ҡаҙаныштар спорты ла улар өсөн ябай ярышты ғына тәшкил итмәй. Спортта еңеп, улар яҙмышына ҡаршы сыға. Спортты ойоштороусыларҙың кешелекһеҙ ҡарарын тәнҡитләү менән бер рәттән, беҙ ғәмәлдәге хәлгә дөрөҫ баһа бирергә тейешбеҙ. Халыҡ-ара кимәлдә “намыҫлы” спортсыларҙы яҡлауҙың йоғонтоло алымдарын булдырыу шарт. Башҡортостандың паралимпия хәрәкәте данлы традицияларға эйә. Ғәҙеллектең иртәме-һуңмы тантана итеүенә, спортсыларыбыҙҙың, тренерҙарыбыҙҙың һынауҙы лайыҡлы үтеүенә, уларҙың хеҙмәтен шик аҫтына ҡуйырға маташҡандарға еңеү менән яуап ҡайтарыуына иманым камил. Ә беҙҙең, йәмғиәттең һәм властың бурысы – был йәһәттән уларға бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеү.
Йәшәү минимумы билдәләнде
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2016 йылдың II кварталына халыҡтың йән башына уртаса айлыҡ йәшәү минимумы дәүмәле билдәләнде. Ул 8 839 һум тәшкил итә.
Халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәренә килгәндә, эшкә һәләтлеләр өсөн уның дәүмәле – 9 363, пенсионерҙарға – 7 167, балаларға – 9 018 һум.
Йәшәү минимумы дәүмәле Башҡортостандағы ҡулланыу кәрзине һәм Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең территориаль органы мәғлүмәттәре нигеҙендә квартал һайын билдәләнә.