Ауыҙҙы асһаҡ, үпкә күренә20.03.2012
Ил Президентын да һайланыҡ, партияларға ҡарата ҡарашыбыҙҙы ла күрһәттек. Беҙҙең теләк шул: артыҡ серегән байҙар һәм берәҙәктәр булмаһын ине. Эш урындарын сит ил граждандарына биреп, аҫаба халыҡ төрлө тарафҡа таратылмаһын, ер-һыу бүлгеләп һатылмаһын.
Тормош ныҡ үҙгәрҙе. Байҙар, бер-береһен уҙҙырып, мөлкәт туплай, һәр балаһына иҫ китмәле йорттар һала. Ә ғүмер буйы әсе тир түгеп эшләүселәр нисек торлаҡлы булырға тип баш вата. Уйландырған мәсьәләләр бик күп. Мәҫәлән, малсылыҡ фермалары ҡайҙа булды? Ә урам тулы эшһеҙҙәр аптырашып йөрөй. Магазиндарҙа араҡы йәки һыра тулы, көмөшкә ҡыуыу тыйылмай. Эшһеҙлектән ҡайһы берәүҙәр ғаиләһен, сабыйҙарын ҡалдырып, Себергә юллана. Ә уларҙы үҙ районында йәки ауылында эшләтеүҙе яйға һалып булмаймы икән? Колхоздар тарҡалды, мәктәптәр ябылды. Райондарҙағы кирбес, бетон заводтары ла туҡталды. Йөн эшкәртеү урыны бар ине, хәҙер ул да онотолдо. Ауыл халҡы һарыҡ аҫраһа ла, быйма баҫтыра алмай йонсой. Игене булһа, тарттырырға тирмәне юҡ. Икмәк һәр хужалыҡтың үҙендә бешерелһә, әллә ҡайҙан ташырға кәрәкмәҫ тә ине. Район үҙәгенән килтерелгәне йә сей була, йә икмәк еҫе лә аңҡымай. Әйбер тектерәм тиһәң, көнкүреш йорто буш, тегеү ойошторолмай.
Республикаға, Өфөгә сит ил граждандарының килеүе һәм төпләнеүе хаҡында ишетеп беләбеҙ. Ә ниңә уларҙы теркәргә рөхсәт итәләр, үҙ еребеҙҙе һаҡларлыҡ хужалар юҡмы ни? Стәрлетамаҡ тулы вьетнамдар, Өфөлә — көньяҡ халҡы һәм сиғандар. Үҙебеҙҙең халыҡтың да яҡшы йәшәгеһе килә, уларға эш кәрәк. Ни өсөн байтаҡ пенсионер 70 – 80 йәшкә тиклем эшләй, ә йәштәрҙе урын юҡ тип алмайҙар? Бына ошо мәсьәләләр етди борсой. Бигерәк тә ауылдарға ҡағылған проблемаларҙың ҡыйыуыраҡ, етеҙерәк хәл ителеүен көтәбеҙ.
Н. ХАНТИМЕРОВ.
Ауырғазы районы,
Степановка ауылы.


Вернуться назад