Рәхмәт хаты24.08.2016
Тыуған көндә туғандарыңдан, дуҫтарыңдан, яҡындарыңдан матур теләктәр ишетеү – үҙе бер байрам. Минең юбилейым айҡанлы донъяның төрлө тарафынан бик күп ҡотлауҙар килде. Һәр берегеҙҙең йөрәк түренән урғылып сыҡҡан ихлас ҡотлауҙарығыҙҙы уҡып шатландым. Форсаттан файҙаланып, оло рәхмәтемде еткергем килә. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләйем!
Ихтирам менән Рәсәйҙең атҡаҙанған,
Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов.


Вернуться назад