Балаң мәктәпкә әҙерме?24.08.2016
Балаң мәктәпкә әҙерме? Тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана. Балалар оҙайлы каникулдан һуң мәктәпте, класташтарын һағынып, осрашыу минуттарын көтә. Өс ай ял иткәндән һуң тиҙ генә уҡыу процесына инеп китеү еңелдән түгел. Уҡыу башланырға һанаулы көндәр ҡалды, тимәк, бөгөндән баланы мәктәпкә әҙерләргә кәрәк.
Эште ниҙән башларға? Белгестәр әйтеүенсә, иң беренсе сиратта, баланың организмы ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡһын, уҡыуы уңышлы һәм сәләмәтлегенә зыян килмәһен өсөн, уның көн тәртибен яйға һалыу мотлаҡ. Иртәнге күнекмәне көн тәртибенә индереү зарур. Иртәнге ашҡа эремсек, һоло бутҡаһы, йәшелсә, емеш-еләк ҡушһаң, бик файҙалы булыр.
Күнекмәнең икенсе көнөнә организм яйлап өйрәнә, иртән тороу ҙа еңелерәк була башлай. Өсөнсө көнгә баланы дәрескә кәрәк ваҡытҡа уята башларға мөмкин. Әгәр ҙә улай килеп сыҡмаһа, ярҙамға төшкө йоҡо килер. 6-8 йәшлек бала тәүлегенә 10 сәғәт йоҡларға тейеш. Бала киске сәғәт туғыҙҙан да ҡалмайынса йоҡларға ятһа, иртән тороу ауыр булмай. Ятыр алдынан бала менән мотлаҡ аралашырға кәрәк, бергәләп иртәгәһе көндө планлаштырығыҙ. Хатта өлкән балалар ҙа йоҡлар алдынан әкиәт тыңларға, баштан һыйпап алғанды ярата. Психологтар фекеренсә, баланы был тынысландыра, тыныс йоҡлап китергә мөмкинлек бирә.
Көн тәртибен яйға һалғас, уҡыу дисциплинаһына ла күсергә мөмкин. Кистәрен ҡабатлау таблицаһы буйынса һорау-яуап ойоштороғоҙ, ролдәргә бүлеп, әкиәт уҡыу ҙа файҙа ғына булыр. Уҡытыусы каникул ваҡытына биргән мәсьәләләрҙе бергәләп сисегеҙ. Ҡайһы мәсьәләнең еңел, ҡайһыһының ауыр бирелеүен асыҡлағыҙ. Уҡыу әсбаптарын бергәләп һайлағыҙ.
Ҡалған икенсе аҙнаны пландар ҡороуға бағышлағыҙ. Балағыҙҙың ниндәй түңәрәк­тәргә йөрөргә теләүен һорашығыҙ. Ҡыҙҙар гимнастика, еңел атлетика, бейеү түңә­рәктәренә өҫтөнлөк бирһә, малайҙар үҙ сиратында хоккей, футбол, каратэ түңә­рәктәренән баш тартмаҫ.
Уҡыу программаһына ингән яңы предметтар тураһында аңлатма алып барығыҙ. Психологтар кәңәш итеүенсә, һуңғы биш көндө ғаилә менән өйҙә үткәрегеҙ. Был бигерәк тә ялын лагерҙа үткәргән балалар өсөн мөһим. Кистәрен велосипедта, роликтарҙа, урамда, паркта бергәләп йөрөргә була.
Ә шулай ҙа уҡыу башланыуын бары­һынан нығыраҡ көткән, мәктәп формаһын бер нисә тапҡыр кейеп ҡараған – ул беренсе класс уҡыусылары. Был көн уларҙың тормошо өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. 1 сен­тябрҙә ул ябай баланан уҡыусыға әйләнә, киләсәк көндәрҙе ҡыҙыҡлы итеп күҙ алдына килтереп, мәктәпкә ҙур өмөттәр бағлай.
Белгестәр фекеренсә, иң мөһиме – балаға уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Бының өсөн алдан баланың эш урынын булдырырға кәрәк Балағыҙҙы һәр ваҡыт маҡтағыҙ, көн һайын уңыштары менән ҡыҙыҡһынып тороғоҙ.






Вернуться назад