Ауыл ҡатындары яңыса йәшәргә өйрәнә24.08.2016
Ауыл ҡатындары яңыса йәшәргә өйрәнә “Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә” тигән әйтемде һуңғы ваҡытта йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, ауыл “артта ҡалған йәмғиәт”, “насар тормош” кәүҙәләнеше булыуҙан туҡтап, бөгөн, киреһенсә, заман талаптарына яуап биргән, яңыса фекер йөрөткән, һәр эшен аш итеп һатыуға сығара алған, байлыҡта һәм муллыҡта йәшәгән кешеләр төбәге булараҡ танылыу ала бара. Эш юҡ, аҡса етмәй, тип ҡайғырмай бөгөн улар. Үҙ көстәре менән кәртә тултырып мал көтөп, йәшелсә, еләк-емеш ултыртып, умарта тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, бынамын тигән итеп донъя көтөргә ынтылалар. Бөгөн балалар тәрбиәләү, ир бағыу, йорт-ҡураны ҡарау менән бер рәттән, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары иңенә йәнтөйәктең киләсәк яҙмышы ла һалынған. Тап улар ауыл тотҡаһына әүерелә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ғөмүмән, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡтың сағыу бер өлгөһө булған, матурлыҡ һәм нәзәкәтлелектең асыҡ миҫалына әйләнгән ябай ауыл ҡатынының тырышлығына һәм уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Тормошонда ниндәй генә ауырлыҡтар күрһә лә һынмаған, йәшәүҙе һәм кешеләрҙе яратҡан, эске һәм тышҡы матурлығы менән барыһын да нурлап, мөләйемлеге һәм уңғанлығы менән арбап, ауылдаштарын шатландырып, яҡындарына терәк һәм кәрәк булып йәшәй алыуы менән маҡтауға лайыҡ улар. Ябай ауыл ҡатыны образын ниндәйҙер китаптарҙан, фильмдарҙан эҙләү кәрәкмәй, улар яныбыҙҙа ғына. Тик күрә, таба белергә генә кәрәк. Бөгөн шундай ябай ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының бер нисәүһе менән яҡындан таныштырырға булдыҡ. Әйткәндәй, улар башҡорттоң гүзел төбәктәрендә – Хәйбулла һәм Әбйәлил тарафтарында йәшәй.
Үлән сәйе яһау оҫтаһы

Бөгөн һатыуҙа сәйҙәрҙең ниндәйе генә юҡ?! Үлән ҡушылғандары ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла, ҡараһы ла етерлек. Һәр кемгә күңеленә хуш килгән сәйҙе һатып алыу мөмкинлеге бар. Ә бына ете төрлө үләндән эшләнгән хуш еҫле, таҙа һәм саф көйөнсә һаҡланған, шифалы һәм сихәтле үлән сәйен һайлау бәхете күптәргә эләкмәй.
Ауыл ҡатындары яңыса йәшәргә өйрәнәТеләк булғанда, уны үҙебеҙгә лә әҙерләү мөмкинлеге бар. Сәй яһау оҫталарының береһе Әбйәлил районының Амангилде ауылында йәшәй. Әлфинә Әбүбәкерова уның нескәлектәренә ҡәйнәһе Әминә инәйҙән өйрәнеп ҡалған.
– Ҡәйнәм йыл һайын ете төрлө үләндән сәй эшләр ине. Ҡыш буйы рәхәтләнеп эсеп сығабыҙ, һораусылар булһа, уларға бирер ине. Үләндәрҙең шифаһы ярҙам иткәндер, балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә бер ваҡытта ла тымау тейҙереп, һыуыҡ алдырып ятҡаныбыҙ булманы. Хәҙер уны үҙем әҙерләйем, балалар “өләсәйҙең сәйе” тип яратып эсһә, ейән-ейәнсәрҙәр “тәмле сәй” тип йөрөтә, – ти Әлфинә Мөҙәрис ҡыҙы.
Сәй яһау өсөн таҙа урында ҡырҙа үҫкән ҡарағат, ер һәм ҡурай еләге япраҡтарын, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ерегүлән (еркәүек тип тә йөрөтәләр, урыҫсаһы – таволга) һәм боланут (иван-чай) япраҡтарын йыйып алырға кәрәк. Сәйгә тип әҙерләнгән үләндәрҙе июль урталарында, аяҙ көндә сәғәт 11-гә тиклем йыйыу мотлаҡ. Һәр береһенән 200 грамм тирәһе алына, ә бына еркәүекте 100 грамм ҡушыу ҙа етә, сөнки был үлән бик көслө. Йыйылған үләндәрҙе бергә бутайбыҙ ҙа клеенкаға урап, быҡтырырға һалабыҙ. Ваҡыты менән ҡарап торорға мөмкин. Ямғырлы йылда уралған үлән – өс көндә, ә ҡоро йылдарҙа 6-7 көнгә тиклем ята. Үләндәр ҡарайып быҡһа, улар өлгөргән тип иҫәпләнә. Артабан уларҙы ышыҡ урынға һалып, елләтеп киптерәбеҙ.
– Ҡәйнәм кипкән үләндәрҙе ҡулдары менән ваҡлай торғайны, мин ит турағыс аша үткәрәм. Ете төрлө үләндән барлыҡҡа килгән сәйҙе киптереп алғас, файҙаланырға мөмкин. Уны айырым сәй итеп эсергә кәрәк, әммә шуны ла оноторға ярамай: оҙайлы ваҡыт ҡулланыу кәрәкмәй. Бигерәк тә ҡыш эсһәгеҙ барлыҡ сирҙәрҙе ҡыуыр, күңелде күтәрер ауырыу һеҙҙе урап үтер, – тип йылмайҙы Әлфинә Әбүбәкерова. – Йәмле йәйҙең матур көндәрен хәтерләткән үлән сәйе һәр кемдең өҫтөлендә булыуын теләйбеҙ.

Ҡул эштәре — тормош йәме

Ауыл ҡатындары яңыса йәшәргә өйрәнәҺуңғы ваҡытта тәбиғи материалдан яһалған, кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән көндәлек кәрәк-яраҡтың, кейем-һалымдың баһаһы арта, уны һатып алыусылар күбәйә бара. Ҡул эштәре менән шөғөлләнгәндәр ҙә заман менән йәнәш атлай: Европа илдәренең модаһынан һис тә ҡалышмай, үҙ оҫталыҡтарын арттыра бара. Шундай ҡул оҫталарының береһе Раиса Мансурова оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡыта, хаҡлы ялға сыҡҡас та, күңелендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашырырға тотона. Тәүҙә сигеү сигә, төрлө әйберҙәр тегә, әле күптәргә ятыраҡ тойолған йәйге сумкалар эшләү менән мауыға.
Сумканың ниндәй ҡатмарлылығы бар, тегәһең дә ҡуяһың, тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Тик ашыҡмай тор, уҡыусым. Оҫтаның нисек эшләүенә иғтибар ит. Әгәр сит илдә Әбйәлил уңғаны Раиса Мансурова етештергән әйберҙәрҙе күрһәләр, иманым камил, ҡулдан эшләнгән иҫ китмәле матур аксессуар, тип шунда уҡ талашып алып бөтөрҙәр ине. Әлегә матурлыҡтың асылын, уның ни тиклем юғары зауыҡ, нескә күңел, тилбер ҡул менән эшләнгәнен аңлап етмәйбеҙ шул...
Ә инде ошо сумкаларға килгәндә, улар шул тиклем матур, еңел һәм уңайлы. Бигерәк тә йәйге миҙгелдә кейгән кейемеңә тап килтереп тотоп сыҡҡанда, күптәрҙең һушы китерлек! Ә инде пляжға йәки тәбиғәт ҡосағына ял итергә алып сыҡҡанда, уға ҡарап, күңелең йәнә ҡанатланып, осоп китерҙәй булаһың.
Тәүҙә Раиса Кәлимулла ҡыҙы буласаҡ сумка өсөн кәрәкле туҡыманы әҙерләй, ул етен булһа, бигерәк тә отошло. Артабан ошо тауарға үҙенсәлекле биҙәк сигеп ҡуя (сәскә, ҡош, милли орнамент һәм башҡалар). Буласаҡ сумканың үлсәмен алдан уҡ билдәләй, уның төп өлөшөнә сағыу төҫлө икенсе туҡыма киҫәктәрен беркетеп тегә.
– Күңел һалып башҡарғанда, бер сумканы тегеү өсөн ике-өс көн етә, — ти алтын ҡуллы хужабикә.
Көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙ бушағас, яратҡан теген машинаһы эргәһенә килеп ултырһа, үҙен ифрат бәхетле кеше һанай ул.


Ҡорот ашаған кешенең тәне сәләмәт булыр

Ауыл ҡатындары яңыса йәшәргә өйрәнәЫрымбур өлкәһенең Хәйбулла районындағы Бүре ауылына килен булып төшкән Фәнирә Яратҡолованы ауылдаштары “Ҡорот оҫтаһы” тип йөрөтә. Был юҡҡа түгел, әлбиттә. Хужабикәнең төп шөғөлдәренең береһе — ҡорот етештереү. Ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырған да әлеге шул ҡорот.
— 2013 йылда Орск ҡалаһынан килгән танышым мин эшләгән ҡоротто ашап ҡарағандан һуң, икенсе килеүенә күпләп ҡорот яһап ҡуйырға тәҡдим итте. Ҡунаҡ һүҙен йыҡмайым, тип байтаҡ ҡорот әҙерләп ҡуйҙым. Танышым уларҙы үлсәп алып хаҡы өсөн иҫәпләшеп, тағы килергә йыйыныуын аңғартып, йәнә заказ ҡалдырып китте. Шул көндән алып ҡорот эшләргә тотондом, — ти Фәнирә Исҡужа ҡыҙы.
Уңған ҡатын бөгөн ниндәй генә ҡорот әҙерләмәй: сейәле, муйыллы, ҡарағатлы, укроплы, һуғанлы тиһеңме, әсеһен йә сөсөһөнмө — барыһын да эшләй ул.
— Һатыуға килгәндә, күбеһенсә сөсө ҡорот үтемле, — тине апай.
Ҡатыҡ ойотоу, уны әсетеү серҙәре, ҡаҙанда эркет ҡайнатыу үҙенсәлектәре тураһында хужабикә шул тиклем ҙур ҡыуаныс менән һөйләй. Махсус ҡорот ҡайнатыу өсөн мейес менән ҡаҙаны ла бар.
— Ошонда эркет ҡайнатып, ҡорот һарҡытып, күп ваҡытым үтә, — ти Фәнирә Яратҡолова.
Элек-электән ҡороттоң шифаһы тураһында һәр беребеҙ инәй-өләсәйҙәребеҙҙән ишеткәне барҙыр. Ул организмды ҡом-таштарҙан таҙарта, ашҡаҙан-эсәк юлындағы паразиттарҙы бөтөрә, ғөмүмән, күп кенә ауырыуҙан дауа булып тора. Ҡоротта С витамины, кальций, магний һәм көс-ҡеүәтте һаҡлаусы башҡа минераль матдәләр ҙә күп.
Элегерәк ир-егеттәрҙе яуға оҙатҡанда, моҡсайҙарына кипкән ҡорот һалғандар, оҙайлы походтарҙа яугирҙең төп аҙығы ла ҡорот булған. Йылҡы итен ашап, ҡоротлап һурпа эскән ата-бабаларыбыҙ бер ҡасан да сирләмәгән. Бөгөн ауыл халҡы ғына түгел, ҡалала йәшәүселәр ҙә һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирә, бигерәк тә ҡоротто үҙ итә.
— Ике аҙнаға бер тапҡыр 50 килограмм самаһы ҡорот әҙерләп ҡуям, килеп алып китәләр. Фәҡәт ҡоротҡа өҫтөнлөк бирәм, эремсекте тик үҙебеҙ өсөн генә эшләйем. Ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше бар: кемдер ҡыҙыл эремсек эшләп һатһа, икенсеһе — май оҫтаһы, өсөнсөләре сыр етештерә. Заказсыларыма үҙемә хужалығымда нимә кәрәк, шуларҙы һатып алып килергә ҡушам, бартер ысулы менән алыш-биреш итәбеҙ. Шәхсән минең өсөн уңайлы ла, килемле лә. Заказсыларым да ҡәнәғәт.
Әйткәндәй, Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йыл һайын “Ҡорот байрамы” ойошторола. Унда Фәнирә Яратҡолованың ҡороттары иң тәмле һәм сихәтле булыуы менән башҡаларҙыҡынан айырылып тора.

Һәр береһенең шифаһы бар

Шифалы үләндәр — аяҡ аҫтында ғына, тип әйтһәк тә, шуны эйелеп алырға ла ваҡыт тапмайбыҙ ҡайһы саҡта. Ә инде сирләп, дауаханаға эләкһәк, кәрәкле дарыу йә үлән эҙләп йүгерәбеҙ. Иғтибарлап ҡарағанда, шифалы үләндәрҙең барыһы ла үҙебеҙҙә үҫкәнлеге асыҡлана, шуға күрә уларҙы ваҡытында йыйып алыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ ине. Күп кенә ауылдарҙа япраҡ йыйып, үлән киптереп, шуларҙың шифаһын татып йәшәүселәр байтаҡ.
Хәйбулла районынан Рәшиҙә Сәйфуллина ла бала саҡтан өләсәһе менән урманға үлән йыйырға йөрөй, шуға күрә ул һәр береһенең исемен биш бармағы кеүек белә, уларҙың дауаһы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй ала.
— Шул тиклем күп үлән-япраҡ йыйғанһығыҙ, уны нимә эшләтәһегеҙ? — тигән һорауыбыҙға, мөләйем генә йылмайып:
— Кешеләргә таратып бөтәм, — тип яуапланы.
Ысынлап та, Рәшиҙә Рамаҙан ҡыҙына туғандары ғына түгел, хатта ауылдаштары ла йыл әйләнәһенә шифалы үләндәр һорап йыш мөрәжәғәт итә. Кемдеңдер ҡан баҫымы юғары, шуға башы ауырта, икенселәренең аяғы һыҙлай, бәғзеләренең балаһы сирләп киткән. Һәр береһенә үҙе йыйған үләндәрҙән төнәтмәләр йәки май эшләп, сирлеләрҙе дауалай. Ни ғәжәптер: дауаһы барыһына ла килешә, хатта йыраҡта урынлашҡан район дауаханаһына ла барырға тура килмәй.
— Шифалы үләндәрҙе мотлаҡ ай тамамланған мәлдә йыям, юрау буйынса ауырыу ҙа һис шикһеҙ бөтөргә тейеш тигән мәғәнә һалына быға. Һәр үләнде йыйыу тәртибе бар: ҡайһыларын – иртәнсәк, икенселәрен төштән һуң өҙөргә кәрәк. Иң мөһиме: уларҙы дөрөҫ киптереп һаҡлау. Күптәр бөтәһен дә бергә ҡушып киптерә, улай итергә ярамай, сөнки һәр үләндең үҙ тәғәйенләнеше бар, ҡайһы бер үләнде икенсе үҫемлек менән ҡатнаштырырға ярамай, дарыу урынына ағыу барлыҡҡа килеүе лә ихтимал, — ти Рәшиҙә Сәйфуллина.
Әйткәндәй, барыһын да беләм, тип барлыҡ үләндәрҙе лә йыйырға кәрәкмәй. Ул Рим Әхмәтовтың “Одолень-трава” тигән китабына таяна, кәңәштәрен файҙаланып эш итә. Һәр кемдең һаулығы — үҙ ҡулында, ти халыҡ әйтеме. Кемдер ҡыйбат хаҡҡа төрлө дарыу алып ҡапҡанда, икенселәр аяҡ аҫтында үҫкән шифалы үләндәрҙе файҙалана.

Махсус тупланманы Кәримә УСМАНОВА әҙерләне.



Вернуться назад