Эҙәрмәндәр яугирҙәрҙе эҙләй24.08.2016
Башҡортостан эҙәрмәндәре Псков өлкәһенең Себеж районында экспедиция үткәрә. Был төбәктә 1941 йылдың йәйендә 170-се уҡсылар дивизияһы ҡаты һуғышта ҡатнашҡан. Йыйылма отрядҡа Стәрлетамаҡтың “Обелиск” һәм Өфөнөң “Правда” отрядтары эҙәрмәндәре инде.
– Быйыл “Обелиск” ағзалары был төбәккә икенсе тапҡыр юлланды. Эҙәрмәндәр 1941 йылда 170-се уҡсылар дивизияһы ҙур юғалтыуҙар кисергән ерҙә әүҙем эшләй. Дивизия беҙҙең республика яугирҙәренән төҙөлгән. Эҙәрмәндәр әленән-әле улар тураһында мәғлүмәт таба, яҡташтарыбыҙҙың һөйәктәрен тыуған яғыбыҙға оҙатыу сараһын күрә, – тине Башҡортостандың Патриотик тәрбиә үҙәгендәге бүлек етәксеһе Владимир Волков.
Ошо көндәрҙә эҙәрмәндәр Псков өлкәһендә тағы ла бер яҡташ яугирҙең һөйәктәрен тапты. “Хәтер йөгө” һалдаттың тыуған ере – Бөрө районына оҙатылды. Республиканың Эҙәрмән отрядтары фонды советы рәйесе Илдар Бикбаев әйтеүенсә, яугир Псков өлкәһенең Фотьево ауылы янында һәләк булған. Уның медальоны Великие Луки ҡалаһының “Высота” эҙәрмәндәр отряды тарафынан табылған.