Өфө режиссеры Вадим Вәлиуллиндың “Кредит” фильмы IV “Короче” Рәсәй ҡыҫҡа метражлы кино фестивалендә лауреат булды. Ул иң яҡшы сценарий өсөн бүләкләнде.Картинала бер ҡыҙҙың яҙмышы һүрәтләнә. Ул ипотека кредиты түләй, әммә көтмәгәндә үлемесле сиргә һабышыуы, бер ай самаһы ғына йәшәргә ҡалыуы хаҡында белеп ҡала. Сюжеты күңелһеҙ булыуға ҡарамаҫтан, фильм үҙенсәлекле художестволы ҡараш, ижади ҡыйыулыҡ йәһәтенән айырылып тора. Жюри ағзалары ла тап ошоноң өсөн уны бүләкләргә ҡарар иткәндер, күрәһең. Күптән түгел “Кредит” фильмы “Кинотавр”ҙың ҡыҫҡа метражлылар конкурсында ла еңеүгә өлгәшкәйне.
Әйткәндәй, “Короче” фестивале ошо көндәрҙә генә тамамланды. Ул Калининградта үтте. Төп конкурста 38 картина ҡатнашты. Өс көн эсендә тамашасылар иғтибарына 130-ҙан ашыу ҡыҫҡа метражлы фильм тәҡдим ителде.