Һүҙ эш менән нығытыла24.08.2016
Һүҙ эш менән нығытыла Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Конс­тантин Толкачев Ҡырмыҫҡалы районында эш сәфәрендә булды. Бында ул халыҡ, район активы менән осрашты, бер нисә социаль объектты ҡарап сыҡты, райондың социаль-иҡтисади хәле, үҫеш мөмкинлектәре менән танышты.

Константин Толкачев, район активы алдында сығыш яһап, “Реаль эштәр” партия проектының тормошҡа ашырылыуына айырым иғтибар бирҙе.
– Был проект наказдарҙың үтәлешендә халыҡтың күпләп ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Һайлап алынған проекттарҙы тормошҡа ашырыуға дәррәү тотонһағыҙ ине, – тине Константин Борисович.
Уның әйтеүенсә, бер нисә проектты район халҡы тәҡдим иткән, әле ошо башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек бара.
Парламент рәйесе урындағы почта элемтәһе бүлексәһендә булды. Күптән түгел генә бүлексәнең пенсия таратҡан хеҙмәткәре үлтерелгән. Константин Толкачев уның хеҙмәттәштәре менән аралашты, яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.


Вернуться назад