Ипотекаға фатир алам тиһәң…24.08.2016
Башҡортостанда яңы торлаҡҡа ипотека ставкаһының 10 процентын субсидиялау һәм кредит финанслауы алғанда төҙөлөш ойошмаларына Төбәк фонды тарафынан залог биреү тураһындағы проекттар әҙерләнде.

Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу республикала торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндерәсәк, төҙөлөш комплексына тейешле ярҙам күрһәтәсәк. Төбәк Баш­лығы Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы, 2025 йылға тиклем эконом-класлы, тәү сиратта мохтаж булған кешеләр өсөн торлаҡты күпләп сафҡа индереү программаһы эшләнде. Ул ипотека-аҡса туплау системаһын, торлаҡты киләсәктә һатып алыу мөмкинлеге менән ҡуртымға биреү алымын файҙаланыуҙы күҙ уңында тота.
Документта социаль торлаҡ төҙөү күләмен биш йыл эсендә 300 мең квадрат метрҙан 800 меңгә тиклем арттырыу ҡарала. Программа ике этапта: 2017 – 2021 йылдарҙы һәм 2022 – 2025 йыл­дарҙы үҙ эсенә ала. Уларҙың тәүгеһендә мохтаждарҙың 70 процентын, икенсе­һендә иһә барыһын да торлаҡ менән тәьмин итеү күҙаллана. Финанслауҙың төп сығанағын “АИЖК” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм федераль үҫеш институттарының льготалы заем аҡсаһы тәшкил итәсәк. Шулай уҡ дәүләткә ҡарамаған пенсия фонд­тарының аҡсаһын йәлеп итеү һәм облигация заемдарын файҙаланыу ниәте бар.







Вернуться назад