Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы “webvybory 2012” ялған сайтының барлыҡҡа килеүе хаҡында хәбәр итә һәм Интернеттан файҙаланыусыларҙы мутлашыусыларҙың аҫтыртын ғәмәлдәренән һаҡланырға саҡыра.
— Енәйәтселәр ысын порталдың адресы кеүек үк адреста сайт асҡан. Уның тәүге ике хәрефе генә айырыла: бер “w” урынына ике “v” ҡуйылған, — тиелә ведомствоның бөгөнгө релизында. — Был ресурс ҡулланыусынан, йәнәһе, “аутентификация үтеү” һәм видеотапшырыуҙар архивына инеү өсөн кеҫә телефоны һандарын һорай.
Министрлыҡ был сайттың һайлау участкаларынан онлайн-тапшырыуҙар өсөн webvybory2012.ru порталына бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы булмауын белдерә. Ысын порталдан файҙаланыу өсөн кеҫә телефоны һандарын йыйыу талап ителмәй. Өҫтәүенә видеотапшырыуҙар архивын дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ҡарарға була, ул webvybory2012 сайтында күрһәтелмәй.
— Проекттың барлыҡ ҡулланыусыларын иғтибарлы булырға һәм мутлашыусыларҙың йәки ҡотҡо таратыусыларҙың ҡармағына эләкмәҫкә саҡырабыҙ, — тиҙәр министрлыҡта.
М. МӨХӘМӘТОВА.