Балаларҙың именлеге өсөн24.08.2016
Балаларҙың именлеге өсөн Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында барлыҡ балалар һауыҡтырыу лагерҙарын берҙәм реестрға индерергә кәрәк тигән фекерҙә.
– Йәйге һауыҡтырыу учреждениеларының берҙәм дәүләт реестрын төҙөү мәсьәләһе күптән өлгөрөп етте. Тейешле лицензияһы булмаған дәүләт йәки шәхси ойошма был реестрға эләгә алмаясаҡ, өҫтәүенә һәр ата-әсә, йәйге ялды ойоштороусы бындай учреждение, уның һауыҡтырыу алымдары менән туранан-тура танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, – тине сенатор.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Башҡортостан Хөкүмәте бинаһында балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороуға ҡағылған закон акттарына үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимде әҙерләүсе эш төркөмө ултырышын үткәрҙе.
Ул быйыл июндә “Сямозеро” парк-отеле” балалар һауыҡтырыу лагерында ял итеүселәрҙең дауылға эләгеүен, һөҙөмтәлә 14 баланың һәләк булыуын хәтергә төшөрҙө.
Ошо ваҡиғанан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин был өлкәләге ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә ҡушты. Федерация Советында рәйес урынбаҫары Галина Карелова етәкселегендә махсус эш төркөмө төҙөлдө. Уға балаларҙың ялын ойоштороу йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләү бурысы йөкмәтелде.
Хөкүмәт йортондағы кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һауыҡтырыу учреждениеларында балаларҙың именлеген тәьмин итеүгә, педагогтарҙы лагерға эшкә алғанда талаптарҙы көсәйтеү зарурлығына, ата-әсәләр менән бәйләнеш булдырыуға ҡағылған мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Тағы ла бер мөһим талап – квалификациялы медицина хеҙмәт­кәренең тәүлек әйләнәһенә эш урынында булыуы һәм күрһәтелгән хеҙмәткә лицензия. Лилиә Ғүмәрова төбәк парламентындағы профилле комитетҡа Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә көнүҙәк мәсьәләләрҙе иҫәпкә алып, балаларҙың ялын медицина йәһәтенән тәьмин итеүҙең һөҙөмтәле системаһын ойошторорға ҡушты.
Кәңәшмәлә һауыҡтырыу учреждениеларын категорияларға бүлеү темаһы күтәрелде. Ғәмәлдәге система хаҡтар түбән булған учреждениеларға булышлыҡ күрһәтеүҙе күҙаллай. Шул уҡ ваҡытта сифатлы туҡланыу ойошторолған, бассейны, яҡшы матди-техник базаһы булған лагерҙар конкурстан үтмәй ҡала.
– Был дөрөҫ түгел, балалар өсөн ял һәм һауыҡтырыу учреждениеларының категори­ялылығын ғәмәлгә индереү шарт. Әле махсус эш төркөмө төҙөү тураһында һөйләшеү булды. Ул тәҡдимдәре менән федераль кимәлгә сығасаҡ, – тине парламентарий.
Шулай уҡ ошондай учреждениеларҙың матди базаһын нығытыу, уларҙы квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Сенатор республика Мәғариф министрлығынан һауыҡтырыу учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡытыу семинарҙары күләмен арттырыуҙы һораны.
Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, тәҡдимдәрҙең барыһы ла Федерация Советындағы балаларҙың ялын ойоштороуҙың берҙәм системаһын төҙөгән эш төркөмөнә еткереләсәк.
– Башҡортостан балаларҙы йәйге ялға йәлеп итеү, ошо маҡсатҡа аҡса бүлеү буйынса йыл һайын алдынғы урындарҙы биләй. Республикабыҙҙың тауышын ишетерҙәр һәм беҙҙең ыңғай тәжрибәне иҫәпкә алырҙар тип ышанам, – тине Лилиә Ғүмәрова.




Вернуться назад