“Һәр осорҙа халыҡ ул тыуҙыра”24.08.2016
“Һәр осорҙа  халыҡ ул тыуҙыра” Ҡырмыҫҡалы районында төрлө саралар уҙып тора. Күптән түгел Рәсәй төбәктәренең мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре килеп Шайморатов-генералға сәскә һалһа, унан алда батырыбыҙҙың Ҡыҙыл Йондоҙо ҡайтыуы хөрмәтенә байрам үткәрелде. Был иһә урындағы хакимиәттең милли усағыбыҙҙы һаҡлауға тос өлөш индереүе тураһында һөйләй. Бына әле халҡыбыҙҙың бөйөк мәғрифәтсеһе, оло аҡыл эйәһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы уҙған сараға юл тотоуыбыҙ.

Йәйҙе күргәндәй булына быйыл. Уны хатта уңған килен менән сағыштыра күптәр. Ана, төшлөккә етмәҫ элек ҡояш та нисек ҡыҙҙыра. Ишетеп ҡалһа, Хрущев иллә ҡыуаныр ине: һуң, кукуруз һынлы кукуруз да өлгөргән, тиҙәр бит. Баҫыу ситтәрендә көнбағыштарҙың ауырлыҡтан башы эйелгән. Шуларҙы күҙәтә-күҙәтә, ниһайәт, Ҡырмыҫҡалының Ибраһим ауылына ла килеп еттек. Унда иһә халыҡ апаруҡ ҡына йыйылып өлгөргән. Мәсет эргәһенә теҙелешкән милли кейемдәге ағинәйҙәр ҡунаҡ ҡаршыларға әҙер. Ә ҡолаҡҡа тәү салынғаны шағирыбыҙ Ирек ағай Кинйәбулатовты юҡһыныу һүҙҙәре булды. “Унһыҙ үткән был тәүге ҙур сара”, – тип берәү ауыр һулап ҡуйҙы. Икенсе оста иһә Ҡырымдан да ҡунаҡтар килеүе тураһында хәбәр йөрөй ине.
Шул арала филология фәндәре докторы, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов, үткәндәр тураһында бәйән итеп, Мөхәммәт­сәлим Өмөтбаевтың әле арабыҙҙа йөрөгән нәҫеле менән таныштырҙы. Иң олоһо – Факиһа Низаметдинова исемле мөләйем инәй. Йәштәре – Ғәйшә менән Айгөл Өмөтбаевалар.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов етәкселегендә ҡунаҡтар ҙа килеп етте. Улар араһында Дәүләт Думаһы депутаттары Павел Качкаев, Зөһрә Рәхмәтуллина, Ҡырым республикаһының Белогорск районы хакимиәте башлығы Галина Перелович һәм башҡалар бар ине. Иң тәүге “һуҡмаҡ” Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың музейына һуҙылды. Унда мәғрифәтсебеҙҙең бюсына сәскәләр һалып, шәхескә бәйле боронғо ҡомартҡылар менән таныштыҡ. Экспонаттар араһында ни генә юҡ! Ул эш өҫтәле булһынмы, шул дәүерҙе сағылдырған һүрәттәрме, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы тураһында мәғлүмәт, шиғырҙары урын алған. Иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткәне мәҙрәсәләрҙә уҡыу әсбабы өсөн М. Өмөтбаев тарафынан әҙерләнгән Ер шарының картаһы булды.
Артабан халыҡ олуғ шәхестең ҡәберен зыярат ҡылды: сәскә һалып, яҡты рухына доға уҡылды. М. Өмөтбаевтың ҡәбер ташына ҡарата бер риүәйәт тә йөрөй: таш аҫтына китаптары йәйелгәнлектән, әле булһа ергә һеңмәй ултыра икән. Был риүәйәткә образлы ҡараш ташлағанда, мәғрифәтсебеҙҙең аҡыл тәрәнлеге, шәхес юғарылығы, ысынлап та, мәңгелек!
Артабан беҙҙе Ҡырмыҫҡалы көтә ине. Бына үҙәк майҙанға килеп баҫтыҡ. Иң тәүҙә ҡул оҫталары эшләгән ағас айыу, терпе, торналар ҡаршы алды. Ингән ерҙәге арка аҫтында шул саҡ “бал ҡорттары” өйөрөлөргә кереште. Кескәйҙәр башҡарған ошо бейеүҙән ҡунаҡтарҙың күҙендә осҡондар уйнаны. Балалар бейеүҙәрен тамамлағас, уларҙың артында ҙур күргәҙмә хасил булды. Тәүҙә стендтар күҙгә салынды. Береһендә – мәғрифәтсенең әҫәрҙәре, икенсеһендә – йәмәғәт эшмәкәрлеге, өсөнсөһөндә – Өфө осоро... Ғөмүмән, унда халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тормош юлынан һәр өлөш урын алған. Уның исемендәге премия лауреаттары исемлеге лә бирелгән. Баҡһаң, үҙем күреп йөрөгән ағайҙар – Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ғиниәт Ҡунафин, Фәнзил Саньяров, Фәнил Ҡоҙаҡаев ошо бүләк эйәләре икән.
Шунда уҡ райондың баҫма матбуғатына, йәнә кино йылына бағышланған күргәҙмәне ҡараныҡ, милли кейем-һалым өлгөләренә һоҡландыҡ. Бер ситтә райондың әҙәбиәт картаһы ҡуйылған. Ете ҡыҙға арналған мөйөш күңелде арбап тора. Унда фотоһүрәттәр, риүәйәт менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ Ете ҡыҙҙың ҡурсағы ла урын алған. Ҡайһы ғына өҫтәлде ҡарама, һәммәһен сәскәләр биҙәй. “Тәбиғәткә ҡарай тәҙрә”, “Ҡояшлы яланда”, “Сәскәләр балы” тигән исемдәр ҙә бирелгән үҙҙәренә. Бигерәк тә әсәләргә бағышланған һәйкәл иғтибарҙы эләктереп ала.
Арыраҡ – “Көлһылыу” композицияһы, Буратино менән Мальвина көтөп тора. Шул мәлде күңелде һиҫкәндереп, Ирек Кинйәбулатовтың М. Өмөтбаевҡа арналған “Һәр осорҙа халыҡ ул тыуҙыра” тигән шиғыры яңғыраны. Бына мәғрифәтсебеҙ алдыбыҙға килеп сыҡты ла шиғырҙарын уҡып ебәрҙе һәм тарихтың киләһе биттәре буйлап алып китте. Унда Мифтахетдин Аҡмулла, Ғабдулла Туҡай күренде. Шиғырҙар менән бәләкәй генә буклеттар ҙа тараттылар. Береһенә ҡараһам, Ғабдулла Туҡайҙың да юбилей йылы икәнлеген шәйләнем. Баҡһаң, уның тыуыуына 130 йыл булып киткән икән.
Ҡырмыҫҡалылар беҙҙе башҡорт мәғрифәтселәренең ижадтары буйынса эшләнгән интерактив таҡта менән дә таныштырҙы. Быны улар “Башҡорт мәғрифәтселәре” тигән ижади проект өсөн бирелгән республика Башлығы грантына булдырғандар.
Артабан алдыбыҙҙа майҙан йәйелде. “Далан” үрнәк ансамбле “Ирәндек”те бейеп ебәрҙе. Сәмле йәштәрҙең сығышына концерт номерҙары үрелеп китте. Берсә халыҡ йырҙары яңғыраны, берсә бейеүҙәр йөрәкте елкендерҙе. Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирелде.
– Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев һынлы бөйөк кешенең Ҡырмыҫҡалы ерендә тыуыуына, ижад итеүенә беҙ ғорурланабыҙ. Уның иҫтәлегенә ҡулдан килгәнсә эш атҡарырға тырышабыҙ. Бына, музей төҙөнөк, хәҙер мөмкин тиклем уны заманса яңыртып торабыҙ. Эргәһенә бюст та ҡуйылды. Бөгөн иһә һеҙ үҙегеҙ был ғәмәлдәрҙең шаһиты. Шулай уҡ ошонда йәшәп ижад иткән Аксаков, Юртов кеүек шәхестәргә бәйле эшмәкәрлек алып барабыҙ. Улар барыһы ла беҙҙең еребеҙҙең байлығы. Бөгөн ошондай байрам үткәрә алыуыбыҙ ҡыуаныслы. Күптән түгел Ҡырымда ла мәғрифәтсебеҙгә арналған сара үтте. Шуға күрә ҡунаҡтарыбыҙ алдында баш эйәм. Билдәле булыуынса, М. Өмөтбаевтың ике йыллап ғүмере Ҡырымға бәйле, – тине ул.
Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллина, Павел Качкаев, Ҡырым республикаһының Белогорск районы хакимиәте башлығы Галина Перелович телмәр тотто. Ҡырым вәкилдәре Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөүҙәре тураһында әйтте.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев мәғрифәтсебеҙҙең тарихсы, этнограф, шағир, публицист булыуын, байтаҡ педагогик хеҙмәттәр яҙыуын билдәләне. Байрамды төптән уйлап, еренә еткереп үткәреүҙәре өсөн урындағы хакимиәткә рәхмәтен белдерҙе. Ысынлап та, ошо сара артында күпме кешенең хеҙмәте, тырышлығы ята бит.
Көнө буйы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев телдән төшмәне. Берсә “быуаттар буйына өйрәнә торған ижад”, берсә “студенттарға ла уны төплөрәк еткерергә кәрәк” тигән фекерҙәр яңғыраны.
Әйткәндәй, мәғрифәтсенең 175 йыллығына арналған сараның да был тәүгеһе түгел. Был йәһәттән юғары уҡыу йорттарында конкурстар, фәнни конференциялар уҙғарылды. Гәзитебеҙҙә лә “Башҡорт халҡының Ломоносовы”, “Маяҡ итеп рухи йәдкәрен”, “Мәғрифәт рухы бөркөлә бынан” кеүек мәҡәләләр баҫылды. Шәхестәребеҙҙе данлаған ошондай байрамдар халҡыбыҙҙың бәҫен күтәрер, еңеүҙәргә әйҙәр. Ә инде рухлы халыҡ лайыҡлы улдарын тыуҙырасаҡ.






Вернуться назад