Шифахана ҡунаҡхана түгел20.03.2012
Өфөләге “Йәшел сауҡалыҡ” һәм “Йәйғор” шифаханаларын ҡунаҡхана комплексы итеп үҙгәртеп ҡороу проекты йәмәғәтселектә шау-шыу тыуҙырҙы. Дәүләт Думаһы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева ошоға ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе.
— Беренсенән, пациенттарҙы дауалау һәм реабилитациялау эҙмә-эҙлекле һәм өҙлөкһөҙ алып барылған осраҡта ғына һөҙөмтә бирә, — тине депутат. — Дауаханаларҙың койка-урындарға ҙур ҡытлыҡ кисереүе сер түгел, шуға күрә өлкәндәрҙе һәм балаларҙы дауалау йыш ҡына стационарҙа түгел, амбулатория шарттарында алып барыла. Ул ҡайһы саҡта аҙағынаса еткерелмәй, һөҙөмтә бирмәй. Аяҡҡа баҫтырыу осоронда урындағы шифаханаларҙы файҙаланыу мәсьәләне ыңғай хәл итәсәк. Өфө биләмәһендәге шифаханалар, тәү сиратта, инсульт, инфаркт, йөрәктең ишемия ауырыуы, төрлө хирургия операциялары кисергән пациенттарҙы дауалау өсөн тәғәйенләнә. Бындай пациенттарға юл йөрөү тыйыла, стационарҙарҙа интенсив дауалау курсынан һуң, улар, ҡағиҙә булараҡ, шифаханаларға ебәрелә.
Икенсенән, шифахана-курорт дауалауы — халыҡҡа күрһәтелгән социаль ярҙамдың бер өлөшө. Юғары һөҙөмтәле заманса курорттар комплексын ойоштороу һәм һәр төбәктә, тотош илдә ғәмәлдәге шифаханалар селтәрен һаҡлап ҡалыу — ошо өлкәләге дәүләт сәйәсәтенең төп маҡсаты. Башҡортостандың шифахана-курорт системаһын үҫтереүгә республика бюджетынан бик күп аҡса һалынды. Төбәк шифаханалары үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Баш ҡаланы ҡунаҡханалар менән тәьмин итеү проблемаһын һаулыҡ һаҡлау учреждениелары иҫәбенә хәл итеү маҡсатҡа ярашһыҙ тигән фекерҙәмен. Республикалағы шифахана-курорт селтәрен юҡҡа сығарырға ярамай, сөнки дәүләттең төп ҡиммәте — сәләмәт граждандар.
Марина ШУМИЛОВА.


Вернуться назад