Иҫке ҡағиҙә яҡшыраҡ ине23.08.2016
Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында урын етмәү мәсьәләһе һис тә әһәмиәтен юғалтмай әле. Бигерәк тә ҡалаларҙың яңы сафҡа ингән кварталдарында, сөнки торлаҡ төҙөүсе ойошма хужалары йыш ҡына фатир һатып кеҫә ҡалынайтыуҙы ғына көҫәй, унда йәшәйәсәк халыҡҡа дауалау, белем һәм тәрбиә биреү учреждениелары кәрәклеге хаҡында уйлап та бирмәй.


Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкил­дәре, кешеләрҙең мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып, илдең барлыҡ федераль округтарында мәғариф ойошмаларына ихтыяжды өйрәнгән. Тикшереүгә йәлеп ителгәндәрҙең яртыһы тиерлек бала­ларының класында уҡыусылар һаны 25-тән күберәк булыуын белдергән. Был рәсми мәғлүмәттәрҙә лә сағыла: уҙған уҡыу йылында Рәсәйҙә мәктәп­тәрҙең 22 проценты самаһы ике сменала эшләгән. Өс сменаға бүлеп уҡытҡандар ҙа бар әле һаман!
Илдең Мәғариф һәм фән ми­нистрлығы мәктәпкәсә тәрбиә учреждениелары буйынса шундай талап тәҡдим итә: ҡалала – 174, ауылда 62 сабыйға бер балалар баҡсаһы тура килергә тейеш. 1999 йылда Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы раҫлан­ған һәм быйыл апрелдә ғәмәлдән сыҡҡан методика иһә кеше йәшәгән биләмәләр, торлаҡ комплекстары һанына, өйҙәрҙең тығыҙлығы кимәленә һәм тыуым коэффициентына нигеҙлән­гән, балалар баҡсаһы менән тәьмин ителештең ысынбарлыҡта нисек булыуы ла иҫәпкә алынған. Мәктәптәргә килгәндә, быға тиклем ихтыяж халыҡ һанынан иҫәпләп сығарылған аныҡ норматив нигеҙендә билдәләнгән, әлеге тәҡдим буйынса иһә ҡала ерендә – 892, ауылда 201 уҡыусыға бер белем усағы ҡарала. Халыҡ фронты әүҙем­селәре фекеренсә, яңы ҡағиҙәләр социаль өлкә объекттарын барыһы ла файҙалана алырлыҡ итеү маҡсатына яуап бирмәй, сөнки демографик һәм иҡтисади үҙенсәлектәр иғтибарҙан ситтә ҡала.


Интернетҡа бәйлелек кәмегән


“Рәсәйҙең мәктәп уҡыусылары хәҙер Интернет селтәренә һирәк инә һәм тырышыбыраҡ белем ала”, – тип белдергән “ESET” антивирус компанияһы, үҙе үткәргән мониторинг һөҙөмтәләрен барлағас.


Тикшеренеүселәр асыҡлауынса, үҫмер­ҙәрҙең яҡынса 44 проценты глобаль селтәрҙә тәүлек әйләнәһенә “ултыра”, 33 проценты иһә интернет менән дәрес әҙерләү араһында тигеҙлек һаҡларға тырыша. Компьютерҙан да, телефондан да сайттарға инмәүселәр 4 процент тәшкил итә, ти.
Белгестәр был һандарға ҙур өмөт бағлай. Ни тиһәң дә, 2014 йылдағы мониторинг көноҙоно интернеттан сыҡмаусы балаларҙы 55 процент тип күрһәткән, дәрес әҙерләгәндән һуң ғына компьютерға һонолоусылар ул саҡта 22 процент ҡына булған.



Вернуться назад