Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзаларының яңы уҡыу йылы алдынан федераль округтарҙа үткәргән мониторингы асыҡлауынса, мәктәптәрҙең 30 проценттан да күберәге уҡыусыларҙы бушлай дәреслектәр менән тәьмин итмәй. Ата-әсәләрҙең әсбаптар һатып алыуға уртаса сығымы – 3,4 мең һум тирәһе.Быйылғы тәүге кварталда Рәсәйҙә халыҡтың айлыҡ уртаса килеме 26,3 мең һум тәшкил иткән. Шул һанға нигеҙләнеп иҫәпләп ҡарағанда, әлеге мәлдә бер нисә балаһы мәктәптә белем алған ғаиләләрҙең хәле ни тиклем мөшкөл икәнлегенә төшөнөү ауыр түгел. Китаптар ғына булһа ярай, кейем-һалымын, башҡа кәрәк-ярағын да хәстәрләмәйсә сара юҡ бит. Етмәһә, бер ай ял итеп, яңыраҡ ҡына эшкә сыҡҡанһың икән...
Дөйөм илдә күҙәтелгән проблеманың Башҡортостанға ла хас булыуын билдәләгән халыҡ фронты белгестәре. Мәҫәлән, балаларын Өфө районы мәктәптәренең береһендә уҡытҡан ғаилә: “Инде байтаҡ ваҡыт дәреслектәрҙең өстән бер өлөшөн үҙебеҙгә һатып алырға тура килә”, – тип зарланған. Былтыр етенсе класс уҡыусыларына физика һәм тарих буйынса әсбаптар етмәгән икән. Бынан тыш, йыл һайын инглиз теле, туған тел дәреслектәрен магазиндар буйлап эҙләп йөрөргә мәжбүр итәләр, имеш. Әлеге ата-әсәләр биргән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, быйыл 26 уҡыусынан торған VIII класҡа дөйөм тарих дәреслеге – 15, алгебра китабы – 22, биология әсбабы 20 генә дана эләккән. Өҫтәүенә барыһына ла Р. Альбеткованың урыҫ һөйләше буйынса баҫмаларын, инглиз теленән эш дәфтәрҙәрен һатып алырға кәрәк. Китап магазинында алгебра дәреслектәре комплекты 862 һум торһа, дөйөм тарих – 320, урыҫ һөйләше – 319, инглиз теленән эш дәфтәре 325 һум икән. Уҡытыусылар тарафынан тәҡдим ителгән Д. Колесовтың биология әсбабын магазиндан табып булмай, ти. Былтыр класс етәксеһе менән бергәләп ата-әсәләр хәлде шул рәүешле яйға һалырға тырышҡан: райондағы мәктәп китапханалары буйлап йөрөп, ҡайһы берҙәрендәге артыҡ дәреслектәрҙе йыйғандар. Быйыл ни эшләрҙәр – билдәһеҙ. Баҡһаң, китапты бушлай алыу хоҡуғы күп балалы һәм матди ярҙамға мохтаж ғаиләләргә генә гарантиялана.
Халыҡ фронты мәсьәләне хәл итеүҙе мәктәп дәреслектәренең федераль исемлеген раҫлау ваҡытын киренән ҡарауҙан башлаған. “2017 йылда төҙөләсәк яңы исемлек алдағы биш йылда үҙгәрмәҫлек булырға тейеш, – тип хәбәр итәләр ойошманың төбәк штабынан. – Юҡһа, мәктәптәр яңы талаптарға күнегеп өлгөрмәй, бюджеттарына ла артыҡ көс төшә, шулай уҡ ата-әсәләр дәреслектәрҙе үҙ аҡсаһына һатып алырға мәжбүр ителә”.
Әлбиттә, барыбер был аҙым белем усаҡтарын бушлай китаптар менән тәьмин итеү мәсьәләһен көн үҙәгенән төшөрә алмаясаҡ, ти “фронтовик”тар. Уҡыусыларға бөтөн дәреслектәрҙе дәүләт иҫәбенә алыуҙы гарантияларлыҡ ниндәйҙер аныҡ механизмдар уйлап табылырға тейеш.