ОСАГО-ға сират бөтәсәк23.08.2016
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Заемсыларҙың хоҡуғын яҡлап” проекты етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Виктор Климов Рәсәй банкына Башҡортостан Республикаһын Рәсәй автостраховкалаусылар союзының агентлыҡ һатыуҙары системаһында ҡатнашҡан “пилот төбәктәр” иҫәбенә индереү тураһындағы мәсьәләне ҡарауҙы һорап мөрәжәғәт итте.

Әлеге схема страховка баҙарында ҡатнашыусыларҙың – Рәсәй автостраховкалаусылар союзы ағзала­рының килешеү төҙөүен күҙ уңында тота. Ул сиратты бөтөрөү мөмкин­леген бирәсәк. Был осраҡта страховка компаниялары үҙҙәренең генә түгел, шулай уҡ килешеүгә ҡушылған башҡа компанияларҙың да полисын һатасаҡ.
Климов билдәләүенсә, әле төбәктә ОСАГО полисын һатыуға бәйле хәл ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта уны “берҙәм агент” программаһына индереү ошо мәсьәләне хәл итеү, социаль көсөргәнеште кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Мөрәжәғәттә былай тиелә: “Өфөлә сиратта торған автомобиль хужалары араһында низағлашыу осраҡтары бар. Карл Маркс урамындағы “Росгосстрах” офисында полистар тултырыуға сират бик ҙур. Көнөнә сиратҡа 200 кеше яҙылһа, ни бары 10 полис ҡына бирелә. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, өҫтәмә хеҙмәт алыуға ризалыҡ булған осраҡта, ОСАГО-ны кисектермәҫтән тапшыралар. Өфөнөң Достоевский урамындағы 100/1-се йортта урын­лашҡан “СОГАЗ” офисында ла, башҡа страховка компанияларында ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә. Ҡайһы бер ҙур булмаған ҡалаларҙа (Салауат, Стәрлетамаҡ һ.б.) страховка компанияларының филиалдарын ҡыҫҡартыу ҙа мәсьәләне ҡатмар­лаштыра”.
Ошо көндәрҙә Үҙәк банк проблемалы төбәктәр һанын туғыҙға тиклем арттырыу тәҡдимен индерҙе. Краснодар крайы, Ростов, Мурманск, Силәбе, Волгоград һәм Иваново өлкәләре ингән “берҙәм агент” системаһының исемлеген тағы ла өс төбәк, шул иҫәптән Башҡортостан тулыландырасаҡ.
– Рәсәй автостраховкалаусылар союзы республиканы пилот төбәктәре исемлегенә индереүҙе хуплаһа, проблема киҫкенлеген юғалтасаҡ һәм сентябрҙә сират ҡыҫҡарасаҡ “Страховка агенты” – ваҡытлыса ҡарар, әлбиттә. Ләкин ул әлеге хәлде яйға һалырға булышлыҡ итәсәк. 1 ғинуар­ҙан страховка компаниялары ОСАГО-ны онлайн һатасаҡ. Һөҙөмтәлә был хеҙмәттән файҙаланыу мөмкинлеге киңәйәсәк. Шулай ҙа мотлаҡ страховка өлкәһендә системалы үҙгәрештәр талап ителә, – ти депутат.






Вернуться назад