Президент табип эҙләй20.03.2012
Рөстәм Хәмитов Архангел районында булып ҡайтҡандан һуң үҙенең блогында ауыл өсөн табиптар эҙләй башланы.
“Архангелдән 20 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Валентиновка ауылында бик яҡшы медицина пункты бар. Өс-дүрт йыл элек уны төҙөүгә 25 миллион һум аҡса тотонолған. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттар, йылы фатир бар. Үҙем инеп ҡарап сыҡтым. Ә табип юҡ, — тип яҙа үҙенең блогында республика Президенты һәм эш тәҡдим итә. — Валентиновкаға кем табип булып эшкә барырға теләй? Өфөнән — 100 саҡрым. Юлға асфальт түшәлгән, эргәлә генә Инйәр аға, тәбиғәт бик матур, фатир ҙа, гараж да бар. Эш хаҡы — 15-17 мең һум. Ашығығыҙ. Бер генә дөйөм практика табибы кәрәк!”
“Табиптар блогты уҡыймы икән? Бәләкәй генә эксперимент үткәреп ҡарайыҡ”, — тип өҫтәп ҡуйған республика башлығы.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад