Кемдең йөрәге йышыраҡ тибә?23.08.2016
= Алтмыш йәшкә етеү менән кешеләрҙең күпселеге тәм тойоу рецепторҙарының яртыһын тиерлек юғалта.
= Ғүмер буйы кеше организмында 450 килограмға яҡын эритроцит барлыҡҡа килә.
= Кешенең күҙ йомоу йышлығы – 2-10 секунд. Күҙҙәге селтәрле шекәрә ҡатмарлылыҡ дәрәжәһе буйынса 10 миллиард компьютер операцияһына тиң.
= Кешенең бөйөрө 1 миллиондан ашыу кескәй генә микроскопик көпшәләрҙән тора. Был көпшәләрҙең суммар арауығы (ике бөйөрҙә лә) 65 километрға етә.
= Көнөнә ике тапҡыр ғына йылмайып та ҡан баҫымын түбәнәйтергә мөмкин.
= АҠШ-та һуҡырайыуҙың төп сәбәбе – шәкәр диабеты.
= 20–40 йәштә йөрәктең уртаса ауырлығы ир-егеттәрҙә – 300, ҡатын-ҡыҙҙарҙа – 270 грамм.
= Кешеләрҙең 25-33 проценты тәүлектең яҡты ваҡытында сөскөрә.
= Һөйләшкәндә 72 мускул йәлеп ителә.
= Ғүмер буйы кешенең сәсе уртаса 950 километрға үҫә.
= Биохимиктар раҫлауынса, кеше ҡаны плазмаһы менән диңгеҙ һыуы составы буйынса бик оҡшаш.
= Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге ир-егеттәрҙекенә ҡарағанда йышыраҡ тибә.
= Ҡыҫҡа ваҡытлы хәтер бер үк ваҡытта 5-9 самаһы мәсьәләне, һанды эшкәртә ала. Телефон һандарын хәтерҙә ҡалдырыу һәләте лә ошоноң менән аңлатыла.
= Өйләнмәгән кешеләр араһында психик төшөнкөлөккә бирелеүселәр өйләнгәндәргә ҡарағанда ете тапҡырға күберәк.
= Ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр менән сағыштырғанда, күҙҙәрен ике тапҡырға йышыраҡ йома.
= Кешеләр һәм эттәр генә простатит менән сирләй.
= Ашағандан һуң һыу йәки башҡа төрлө эсемлек ярҙамында ауыҙҙағы кислотаны 61 процентҡа шыйығайтабыҙ.
= Ауыҙҙағы кислотаның теш туҡымаһына йоғонтоһо арҡаһында кариес барлыҡҡа килә.
= Кешенең мейеһе дөйөм кәүҙә ауырлығының 2 проценты самаһын тәшкил итә. Әммә ул организмдағы кислородтың һәм калорияның 20 процентын, глюкозаның байтаҡ өлөшөн “ашай”.
= АҠШ-та йыл һайын аллергиянан дарыуҙарға 500 миллион доллар тотонола.
= Организмда ҡан тәүлек эсендә 97 мең километрлыҡ “юл” үтә.
= 30 йәштән һуң кешенең кәүҙәһе бәләкәсәйә башлай.
= Көнөнә бер ҡап тәмәке тартыу йылына ярты сынаяҡ ыҫмала эсеүгә тиң.
= Тәнгә ҡағылыу менән электр импульсы арҡа мейеһенә 170 м/сек тиҙлектә барып етә.
= Ғүмер дауамында кешенең бер бармағы 25 миллион тапҡыр тиерлек бөгөлә.
= Организмдағы иң ҡаты субстанция – теш эмале.
= Күп ашаған осраҡта ишетеү һәләте түбәнәйә.
= Кеше ашамайынса – 30-40 көн, һыуһыҙ – 3-5 тәүлек, һауаһыҙ 3-6 минут йәшәй ала.
= Кешенең сығарылған һулышында углекислоталы газ атмосфералағынан 100 тапҡырға юғарыраҡ.
= Ғүмере эсендә кешелә ике ҙур бассейнды тултырырлыҡ шайыҡ барлыҡҡа килә.
= Күҙҙе асып сөскөрөп булмай.
= Ир-егеттәр – 130, ҡатын-ҡыҙҙар 120 сантиметрҙан тәпәшерәк булған осраҡта кәрлә тип иҫәпләнә.
= Кеше организмында иң көслө мускул – тел.
= Кешенең тәне 10 триллион күҙәнәктән тора.
= Иң ауыр эске ағза – бауыр (1,5 кг самаһы).
= Кешенең күҙе 10 000 000 төҫтө айырырға һәләтле.
= Зәңгәр күҙлеләр бүтәндәргә ҡарағанда ауыртыуҙы нығыраҡ тойоусан.
= Ашҡаҙан һуты ябай ҡатнашманан яһалған тинлектәрҙе лә иретә ала.

Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.




Вернуться назад