Француз сабыйын башҡортса әүрәттек23.08.2016
...Париждың утыҙ һигеҙ күпере араһынан Александр Өсөнсө төҙөткәнен – 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә бағышланғанын, алтын һындар менән биҙәлгәнен эҙләп киләбеҙ. Ҡаланың һәр урамы, йорто, хатта ташы — тере тарих, һанап бөткөһөҙ музейҙары, һәйкәлдәре, йәшеллеккә күмелгән парктары, ҡотороп сәскә атҡан каштандары, бер япраҡһыҙ шау сәскәнән генә торған Әҙәм ағасының (Әҙәм аҫылынған) алһыу сәскәләре күҙҙе ҡамаштыра.


Парижды күргәндән һуң үлергә лә әҙер кешене аңлап була. Нисә йыл күңелде өйкәп, хыялды ҡотортоп торған ниәт булғас, Париждың затлы бутиктарындағы сифаты һәм хаҡы менән күҙҙе ҡыҙҙырып, тешкә сағылып торған сепрәк-сапраҡ та арбамай беҙҙе: берҙән-бер теләк — тиҙерәк теге күперҙе табыу. Юлдаштарым Рәсимә Ураҡсина менән Ғәлиә Ғәлимова ялға туҡтағас та, яр ситенә килеп, аяҡтарын иҫтәлекле Сена йылғаһына һәлендереп, бәләкәс кенә һары йомғаҡ кеүек бәпкәләре менән тулҡындарға ҡаршы йөҙгән өйрәктәрҙе башҡортса саҡырып, икмәк ашата-ашата фотоға ла төшөрә башланы. Нәҡ беҙҙең өйрәктәр инде, тик беҙҙекеләр март уртаһында баҫырға ғына ултыра, ә былар буйтым йөҙөргә өйрәнеп алған, рәхәтләнеп йөҙәләр. Ҡош балалары ла, кеше балалары кеүек, телдәрҙе аңлаймы икән?
Рәсимә, балалар фольклоры белгесе булараҡ, Эвиондан Беллегар­деға электричкала барғанда арып көйһөҙләнгән сабыйҙы башҡортса йырлап, бейетеп, әүрәтеп барҙы.
Арымай, арымай, арымай.
Беҙҙекеләр арымай, ашағаны
һары май.
Һәтес, һәтес, һәтес тә,
үҙе матур бәпес тә,
Көлөп тора, бейеп тора,
кәүҙәләре йәтеш тә.
Бушлай концертты тотош вагон тамаша ҡылды. Бейеүсе ҡыҙыбыҙ азербайжан кешеләренең бәпесе булып сыҡты. “Үҙ мосолманыбыҙ, аңлай’’, – тип уйланыҡ. Артабан Парижға юлланғанда, вагондар буйлап сәйәхәткә сыҡҡан ике йәшлек француз малайы Рәсимәнең янында шып туҡтаны. Сабый күңеле һиҙә, күрәһең, Рәсимә апайыбыҙ ҙа күп инәлтеп тора торған кеше түгел, һамаҡтарын тағы башлап ебәрҙе, зәп-зәңгәр күҙле, һап-һары сәсле малайыбыҙ башҡорт көйөнә ҡул­дарын юғары күтәреп, болғандай-болғандай бейей башламаһынмы! Атаһы менән әсәһе аптырап малайҙарын фотоға төшөрөргә тотондо, улдарының бейеүсе һөнәрен яңы астылар, ахырыһы. Малай тамам арып, Урал Ураҡсиндың алдына уҡ менеп ултырҙы ла сәпәкәй итә башланы. Силәгенә күрә ҡапҡасымы, әллә ишәк ишен Бохаранан табамы? Күңел тулҡындары бер тәңгәлдә бәүелгән француз малайы менән башҡорт апайының тартыу көсө нимәлә? 200 йыл элгәре француз ҡыҙҙарына тамған ҡан тамсыһы уяндымы әллә? Беҙҙең фольклорҙа ундай осраҡтар әллә күпме һаҡлана. Еңеүселәргә барыһы ла рөхсәт ителгән һәм кисерелгән. Нисек кенә булмаһын, балаларға тел кәртә була алмай. “Тел тарихын, халыҡ тарихын балаларҙың телмә­ренән өйрәнә башлау кәрәк”, – тип әйтә торғайны беҙҙең уҡытыусыбыҙ Мөхәммәтхәй ағай Әхмәтов...











Вернуться назад