Юлымдағы фәрештә23.08.2016
Рәсимә Ураҡсина... Был исемде әйткән саҡта абруйлы уҡытыусы, оҫта ойоштороусы һәм тынғыһыҙ башлап йөрөүсе, актриса, шағирә, кәңәшсе, тоғро дуҫ, ихлас кеше күҙ алдына баҫа. Минең күңелемдә ул айырым урын алып тора һәм был тәү сиратта Сибай педагогия училищеһында уҡыған саҡтарыма ҡайтып ҡала. Әлеге уҡыу йортона килеп инеүем һәм унан һуңғы яҙмышым тап Рәсимә апай менән бәйле лә инде.


1979 йылдың йәмле июнь айы. Учалы районының Яңы Байрамғол ауылына спектакль менән Сибай халыҡ театры килеп төшә. Мин – әле генә Совет Армияһында хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайтып, артабанғы тормош юлын һайлау алдында торған йәш егет. Тамаша башланыр алдынан яныма ихлас йылмайып мөләйем йөҙлө, теремек апай килде. Үҙе менән таныштырғандан һуң, минең турала һорашырға тотондо. Барыһын да белешкәс, мине Сибайға уҡырға саҡыра башланы.
Баҡһаң, бындағы педагогия училищеһында урта белем нигеҙендә хеҙмәт һәм һыҙма дәрестәр буйынса уҡытыусылар әҙерләү буйынса махсус курс асыла икән. Нисә минут һөйләшкәнбеҙҙер, аныҡ ҡына әйтә алмайым, әммә ул мине уҡырға килергә ышандырып күндерҙе. Спектаклде ҡарағанда яңы танышымды ғына күҙәттем, буғай. Уйнауы, әлбиттә, бик оҡшаны. Бына шулай уны тәү башта актриса булараҡ танып белдем.
Училищеға инеү имтихандарын уңышлы тапшырғандан һуң, уҡыуҙар башланды. Учалы районынан бер төркөмдә өс егет булып сыҡтыҡ. Уларҙы ла Рәсимә апай һайлап алып, Сибайға саҡырған икән. Училищела Рәсимә апайҙың башланғысы, тырышлығы менән башҡорт әҙәбиәте һәм теле буйынса бихисап саралар үтә торғайны. Техник йүнәлеш буйынса уҡыһаҡ та, ул: “Егеттәр, мәктәптә барыһы ла кәрәк буласаҡ, үҙ дәрестәрегеҙ менән сикләнеп ҡалмаясаҡһығыҙ, класс етәксеһе буласаҡһығыҙ, төрлө кисәләр үткәрергә тура киләсәк, училищела үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмаҫҡа тырышығыҙ, барыһын да һеңдереп барығыҙ”, – тип беҙҙе һәр яҡлап әүҙем булырға саҡырыр ине.
Ул уҡытыусы ғына түгел, уҡытыусыларҙы тәрбиәләүсе лә, был һөнәргә һөйөү тәрбиәләүсе лә булды. Рәсимә апайҙың шағирә булыуын да тап ошо осорҙа белдем. Дөрөҫ, был турала үҙе артыҡ белдереп бармай ине. Илем, телем, халҡым тип яныусы тынғыһыҙ шәхес ине.
Сибай училищеһын тамамлағас, туранан-тура юғары уҡыу йортона инеү хоҡуғы алдым. Әлбиттә, техник йүнәлеш буйынса белем алғас, авиация институтын һайланым. Диплом алғас, Рәсимә апай ҡайҙа барыуым менән ҡыҙыҡһынды. “Ҡуй, Әхәт, инженер һинең һөнәр түгел, булмышың икенсе”, – тине лә мине Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына инергә өгөтләне һәм “диктор булырһың” тип ысҡындырып ҡуйҙы. Хәҙер килеп, моғайын, уның күрәҙәсе һәләте лә булғандыр тип уйлап ҡуям. 1982 йылда студент саҡтан Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы менән хеҙмәттәшлек итә башланым, шөкөр, әле лә шунда эшләп йөрөйөм.
Рәсимә Ураҡсина... Был исем һәр ваҡыт оло хөрмәт менән йөрәк түремдә һаҡланыр. Яҙмышымдың ошондай күркәм зат менән осраштырыуына сикһеҙ рәхмәтлемен.

Әхәт МОРТАЗИН,
Башҡортостандың халыҡ артисы,
радио һәм телевидение дикторы.




Вернуться назад