Рәхмәт һиңә, Рәсимә апай!23.08.2016
Беҙ Рәсимә апайҙы беренсе тапҡыр Мәскәүҙә күрҙек. Һаулыҡ һорашып танышҡас, мөләйем генә йылмайып, үҙенә яҡын кеше итеп, арҡабыҙҙан һөйҙө.
Ә был мәлдә Рәсимә апай өсөн иң тынғыһыҙ, яуаплы осор ине: биш йыл буйы үҙ балалары кеүек итеп ҡарап, етәкләп тигәндәй йөрөткән 27 студентын М. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһын тамамлатып, ҡулдарына диплом алдыртып, Өфөгә, Башҡортостанға алып ҡайтырға тейеш ине.
Һәр беребеҙ Рәсимә апайҙан ниҙер һорай, нимәлер һөйләй, ҡыҙҙар илаша, мәж киләбеҙ. Йылдар һиҙелмәй аҡты. Йәш артистар училищеның сәхнәһенә таянып илаша башланыҡ. Рәсимә апай ҙа балауыҙ һыға. Ысынлап та, ташлап китеүе ҡыйын булды, ә бит алда унан да яуаплыраҡ сәхнә көтә, тамашасы алдына ҡуйылған эштәрҙе үтәр, аҡлар кәрәк. Шуға ла Рәсимә апай тыныс түгел. Кемделер яратып ҡосаҡлай, икенсегә эш ҡуша, өсөнсөһөн иркәләй, бармаҡ янай. Ныҡ борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Үҙ ғаиләңде биш йылға ҡалдырып, кеше балалары өсөн өҙөлөп йәшәү еңелдән булмағандыр.
Өфөгә ҡайтҡас, беҙ төрлө театрҙарға бүленеп, айырылышып бөттөк. Тик беҙҙе бергә йыйыусы, осраштырыусы һаман да Рәсимә апай булды. Ғаилә ҡороп йәшәй башлағандарға ла үҙенең фатихаһын бирҙе, ярҙам итте. Бөтәбеҙ ҙә тиерлек ғаилә ҡорғас, дуҫлығыбыҙ тағы ла нығыраҡ көсәйҙе. Бәпестәребеҙ тыуа башланы. Һәр бер сабыйға ҡушылған башҡорт исеменә ҡыуана ине ул.
1 июнь – курстың осрашыу көнө. Әле Мәскәүҙә училищела уҡыған саҡта уҡ билдәләнгәйне ул. Һәм беҙ был көндө һәр йыл һайын Рәсимә апайҙың баҡсаһына йыйылдыҡ. Ә ундағы матурлыҡ! Иҫ киткес матур сәскәләр һәм сәскәләрҙән дә матурыраҡ, ихласыраҡ итеп беҙҙе көләс Рәсимә апайыбыҙ ҡаршылай. Ярата ине ул беҙҙе, бәпестәребеҙҙе. Һәр сабыйға, уның исеменә шиғырҙар яҙҙы.
Бергәләшеп тәмләп сәй эсәбеҙ… Рәсимә апайҙың иң яратҡан йыры “Шәүрәкәй”ҙе йырлайбыҙ. Уның үҙенең тауышы ла бик матур, моңло ине. Их, шул минуттар…
Арабыҙҙан бик иртә китте шул. Әле лә юҡһынабыҙ, бик ныҡ һағынабыҙ. Рәхмәт һиңә, Рәсимә апайыбыҙ!
Щепкинсылар.