Балҡышлы миҙгелдәр23.08.2016
Балҡышлы миҙгелдәр …Рәсимәһеҙ йәшәүгә күнегеп булмаҫ кеүек ине. Әммә бер йыл ваҡыт үтеп китеп тә бара. Ул һаман да беҙҙең арала, гел йәш, матур көйө йылмайып баҫып тора кеүек. Күңелдә мәңге ҡалыр инде…

Ғүмерҙәребеҙ, көнитмештәребеҙ, юл-сәфәрҙәр, ижади мөхит, китаптар, балалар донъяһы, ғаилә, ер-баҡса мәшәҡәттәребеҙ гел бер самалыраҡ, бер мәлдәрәк, бергәләшеп “уртаға егелеп” үтте…
Иҫемдә: 1969 йылдың 1 сентябре, БДУ, башҡорт филологияһының урыҫ-башҡорт төркөмө студенттары Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылына көҙгө ашлыҡ эштәренә китергә йыйынғанбыҙ. Оло йөк машинаһына тейәлештек. 25-ләп студент араһынан иң күҙгә салынғаны Сабир тигән бер дәү егет булғандыр, хас та айыу инде, етмәһә, үҙе бөтә ҡыҙҙарҙы ла сырҡылдатып ҡосаҡларға тырыша. Беҙ буласаҡ бикәм Фәниә Ғәлимова менән (бер ауылданбыҙ һәм мәктәптәнбеҙ) эре генә ҡиәфәттә ултырып алғанбыҙ. Йәнәһе, беҙ бындағы бала-саға түгел, уҡытып килгән “оло” кешеләр. Йәнә бер ҡыҙ күҙгә “кереп” бара, һис тик тормай: “Рәсимә” тип өндәшәләр үҙенә. Һөйләшкәндә ара-тирә “ҫ” өнөн ысҡындыра. Бәй, был беҙҙең яҡ ҡыҙы – Дим буйынан түгелме икән, тип уйлайым. Ысынлап та Дим буйынан, Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылынан булып сыҡты. Иҫке Бәпес ауылына барып еткәндә, бер фатирға төшөрлөк булып дуҫлашып алғайныҡ инде… Һәм бөтә ғүмеребеҙ шулай үтте, һис кенә лә айырылманыҡ, хатта Рәсимә ғаиләһе менән минән алыҫтараҡ йәшәһә лә (тәүҙә Сибайҙа 20 йылға яҡын йәшәнеләр), күңелдәр, ынтылыштар гел бергә булды.
Бер-бер артлы кейәүгә сыҡтыҡ, балаларыбыҙ тыуҙы, артабан туй проблемалары, ейән-ейәнсәрҙәр мәшәҡәттәре баҫты. Мин нәшерсе, Рәсимә китап яҙыусы булып китте. Бына бит ул тормош кешене нисек осраштыра ла мәңгелеккә бәйләп тә ҡуя (быныһы инде Аллаһы Тәғәлә тәҡдире). Теге машина башындағы орсоҡ кеүек өйөрөлгән, оҙон керпекле, терегөмөштәй ихлас күҙҙәре менән йылмайып, нисек күңел түренән урын алһа, шул килеш ҡала бирҙе Рәсимә: йомартлығы, киң күңеллелеге, бер ҡатлылығы, эскерһеҙ ярҙамсыллығы менән арбаны. Был сифаттарҙы ла Хоҙай һәр теләгән бәндәһенә биреп бармай, лайыҡтарға ғына насип итә. Күпме юл сәфәрҙәрен бергә үттек, әллә күпме сит илдәргә сыҡтыҡ, Рәсимә тоғро юлдаш, ышаныслы дуҫ була белде…
Ҡуйған маҡсаттарына, теләктәренә ирешмәйенсә ҡалманы ул. Ныҡыш та, еңмеш тә булды: Р. Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты, Башҡорт дәүләт университеты, “Шоңҡар’’ әҙәби түңәрәге, Сибай ҡалаһында билдәле архитектор, йәшлек мөхәббәте Урал Ураҡсин менән ҡорған ғаилә тормошо, педучилищела уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге, халыҡ театры, сабыйҙары Салауат һәм Гөлназды алып йөрөп үткәргән йәйге театр гастролдәре, Өфөгә күсеү, ҡайнап торған әҙәби тормош һәм мәғрифәтселек, китаптар яҙыу, нәшерләү, балалар фольклоры өҫтөндә эшләү (ике томы донъя күрҙе), дәреслектәр, әсбаптар төҙөү, кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләү һәм яҡлау, балаларын вуздарҙа уҡытыу, ғаилә тормоштарын, туйҙарын ойоштороу, Мәскәүҙә биш йылға һуҙылған (!) үтә лә тынғыһыҙ һәм яуаплы педагогик хеҙмәт, талантлы “щепкинсылар”ҙы береһен дә юғалтмай (27 студент) республиканың башҡорт театрҙарына ҡайтарыу (бөгөн инде ул йәштәр — тамашасыларға билдәле артистар) һәм башҡа бихисап саралар, конкурстар, әкиәттәр донъяһы (“Һаумы, һаумы, әкиәт”)...
Ғүмер даръяһының уртаһында ҡайнаған, тормош һәм ижад дилбегәһен ҡулынан ысҡындырмаған Рәсимәбеҙ гел ашыҡты. Ул башҡарған хеҙмәттәрҙең иге-сиге күренмәне: янып-ярһып, алҡынып йәшәне, һоҡланып туйманы. Көткән донъяһын шау сәскәләргә күмде, һәр көнөнән шатлыҡ, бәхет эҙләне...




Вернуться назад