Эҫегә ҡаршы 14 кәңәш23.08.2016
Эҫегә ҡаршы  14 кәңәш Башҡортостанда әле хөкөм һөргән эҫелекте аномаль һауа шарттары тип атайҙар. Бындай селлә йәй урталарында элегерәк тә йыш була торғайны, әммә уның шулай оҙаҡ дауам итеүен ҡарттар ҙа хәтерләмәй. Ғәҙәттән тыш юғары температура арҡаһында хәле мөшкөлләнгән, табипҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған кешеләр һаны арта. Һеҙ ҙә шундай көнгә ҡалмаһын өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
1. Асыҡ ҡояш нурҙары аҫтында һәм һауаһы елләтелмәгән бүл­мәләрҙә мөмкин тиклем аҙыраҡ булырға кәрәк.
2. Үҙегеҙ ултырған бүлмәлә һауа ағымының тейешенсә алышынып тороуына иғтибар бирегеҙ. Кондиционер булмаһа, ултырған урынға яҡын фен йәки вентилятор ҡуйырға кәрәк. Һауа тынсыу­ланмаһын, иркен йөрөй алһын өсөн фатирҙағы эске ишектәрҙең барыһы асып ҡуйылырға тейеш. Кис ҡояш һүрелгәс тә, тәҙрәләрҙе асығыҙ һәм, мөмкинлек булһа, иртәнгә хәтлем япмаҫҡа тыры­шығыҙ.
3. Өҫтәмә йылытыу сығанаҡ­тарын һүндерегеҙ. Йортта электр энергияһы ҡулланып эшләгән һәм шул сәбәпле тирә-яҡҡа йылы бөрккән приборҙар, техника күп була. Был йәһәттән тәү сиратта электр лампаларын һирәгерәк тоҡандырырға тырышығыҙ. Электр һәм газ плитәләрен дә аҙыраҡ ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы. Ғөмүмән, бындай шарттарҙа плитәлә ҡайнар аш әҙерләү түгел, ә йәшелсә-емеш менән туҡланыу һәйбәтерәк.
4. Йортта йылы урындарҙан еләҫерәк мөйөштәргә күсергә тырышығыҙ. Әйтәйек, иҙәндә келәм йәйеп, көндөң иң эҫе мәлен шунда үткәреү тәнгә еңеллек бирәсәк. Күп кеше бындай осорҙа иҙәндә йоҡлай.
5. Үҙегеҙҙең “һыуытыу сис­темаһы”н булдырығыҙ. Әйтәйек, һыуытҡыстан алынған боҙ киҫәк­тәре тултырылған туҫтаҡ алдына вентилятор ҡуйығыҙ, һәм ул ошо һауыттан килгән һалҡынды бүлмәгә өрҙөрһөн.
6. Урамға еңелсә кейем менән сығығыҙ. Ул асыҡ төҫтә булһа, тағы ла һәйбәтерәк. Синтетик кейемдән баш тартығыҙ.
7. Организм һыуһыҙ интек­мәһен. Күпме шыйыҡлыҡ эсергә кәрәклеген һәр кем үҙе хәл итә, сөнки һыуға мохтажлыҡ төрлө кешелә төрлөсә. Ләкин бала­ларҙың тәнендә матдәләр алмашыныуы тиҙ бара, шуға уларға күп эсергә кәрәк. Йөрәк-ҡан та­мырҙары, үпкә, бөйөр сирҙәренән яфаланыусыларҙың да һыуҙы күп юғалтыуҙан зарар күреүе ихтимал. Тирләүгә ҡамасаулыҡ булмаһын өсөн, тирене таҙа тоторға, йәғни йылы һыуҙа йыш сайҡанырға кәрәк.
8. Эҫелә күп ашарға тырыш­мағыҙ. Йәйге селләлә тоҙло, ҡыҙҙырылған, консерваланған аҙыҡ ҡулланырға кәңәш ителмәй.
9. Бындай һауа шарттарында иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ.
10. Һыуҙың һыуытыу үҙен­сәлектәрен файҙаланығыҙ. Хатта аяҡты һыуға тығып ултырыу ҙа тәнгә еңеллек бирергә һәләтле.
11. Форсат булһа, көндөң иң эҫе өлөшөн кондиционер даими эшләгән урындарҙа үткәрегеҙ. Улар иҫәбенә кибеттәр, китапханалар, кинотеатрҙар һәм баш­ҡалар инә.
12. Тәндең артыҡ йылына башлауын (эҫе ҡабыуын) һәм һыу­һыҙланыу башланыуын ваҡы­тында шәйләп ҡалырға өйрәнегеҙ.
13. Бындай мәлдә үҙегеҙ тураһында ғына түгел, ә баш­ҡаларҙы ла ҡайғыртығыҙ. Бигерәк тә балалар менән ҡарттарҙың температураның ныҡ үҙгәреүен һиҙмәүе лә бар.
14. Селлә осоронда йорт хайуандарын һәм ҡоштарын да онотмағыҙ. Уларҙың тәне лә эҫелә кешенеке кеүек интегә.





Вернуться назад