Бурыслы үлмәҫ, тиһәләр ҙә...23.08.2016
Әлеге көндәрҙә Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы “Бурыслы” операцияһы үткәрә. Сараның маҡсаты – административ штрафы булғандарҙы табып,
бурыстарын түләттереү.
Мәғлүм булыуынса, автоинспекторҙар һалған штрафты ике ай эсендә түләргә кәрәк. Ярайһы уҡ ҙур арауыҡ, ләкин бурысын ҡапларға ашыҡмаған кешеләр ҙә байтаҡ. Тотола ҡалған осраҡта был үтес улар өсөн ике тапҡырға арта! Һис тә отошло түгел, әлбиттә, шуға күрә ваҡытында түләп ҡотолоу яҡшыраҡ. Юл ҡағиҙәләрен боҙғанһың икән, үҙең ғәйепле. Етмәһә, бындай штрафты 20 көн эсендә түләү шоферға 50 процент ташлама бирә.