Шәфҡәт туташтары ниңә етешмәй?23.08.2016
Илебеҙҙә табиптар һәм шәфҡәт туташтарына ҡытлыҡ арта бара. Айырыуса махсуслашҡан белгестәргә – неврологтарға, диетологтарға, офтальмологтарға һәм логопедтарға – мохтажлыҡ ҙур. Ни өсөн?
Ә бит, уйлап ҡараһаң, дәүләт ҡаҙнаһы медицина ихтыяждарына аҡсаны мөмкин тиклем күберәк бүлергә тырыша. Былтыр, мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә Башҡортостанда 53 миллиард һум бирелгән. “Әйтегеҙ әле – беҙҙең республикала шул хәтлем ресурс йүнәлтелгән тағы ла берәй тармаҡ бармы икән?” – тигәйне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге медицина форумында сығыш яһап.
Шулай ҙа табиптарға ҡытлыҡ ҙур, һәм ошо сәбәпле поликлиникаларҙа сират барлыҡҡа килә. Махсуслашҡан белгестәргә байтаҡ ваҡытҡа алдан яҙылып ҡына инергә мөмкин. Был хәл айырыуса Өфө менән Стәрлетамаҡҡа хас. Бигерәк тә шәфҡәт туташтары етешмәй һәм уның сәбәптәре сер түгел: хеҙмәт хаҡы үтә аҙ һәм эш шарттары ауыр – смена барышында (көндөҙ ҙә, төнөн дә) гел аяҡ өҫтөндә булырға кәрәк, сирлеләр араһында төрлө кеше осрай, һәр дауалау процедураһы өсөн яуап бирәһең...
Рәсәйҙә бөгөн 40 меңгә яҡын табип һәм 270 мең (!) шәфҡәт туташы урындары буш тора. Өфөлә быйыл яҙ үткәрелгән вакансиялар йәрминкәһе күрһәтеүенсә, Башҡортостанда 2,5 мең табип етешмәй. Был сарала район һәм ҡала дауаханаларының баш табиптары медицина университетын тамамларға йыйынған йәштәр менән дә осрашты, уларҙы үҙ дауаханаларына эшкә килергә өгөтләне. Әйткәндәй, ошо университет быйыл ғына ла 500 белгес әҙерләп сығарҙы. Тимәк, табип һөнәре алып сыҡҡан егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ етерлек. Тик улар ҡайҙа? Быныһы инде икенсе мәсьәлә.