“Ашығыс ярҙам” хәҙер тиҙерәк килерме?23.08.2016
 “Ашығыс ярҙам” хәҙер тиҙерәк килерме? Башҡортостандың “Ашығыс ярҙам” машиналары паркы оҙаҡламай 38 яңы автомобиль менән тулыланасаҡ. Яңыраҡ ил Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ошо хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был сараның ошо төр хеҙмәтте яҡшыртыуға йоғонтоһо ниндәй буласаҡ?


Сирләп киткән осраҡтарҙа “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡандан һуң иң теңкәгә тейгәне – уның оҙаҡ килмәй тороуы. Бер-ике сәғәттән һуң ғына ярҙам күрһәтә алыуҙа табиптың ғәйебе юҡ икәнен дә аңлайһың. Күрәһең, уларға шылтыратыусылар күп, машиналар һәм табиптар етешмәй. Ә иртән эшкә барғанда машиналар ағымында “Ашығыс ярҙам” автомобилдәренең үтә алмай тороуын күреп, ҙур ҡала шарттарында ошондай һуңлауға тағы бер сәбәп өҫтәлеүен төшөнөргә мәжбүр булаһың.
Ил күләмендә бындай автомобилдәр паркын өлөшләтә булһа ла яңыртыуға 3 миллиард һум аҡса бүленә, уға 1 317 машина алырға мөмкин, бынан тыш Рәсәйҙең Федераль медик-биологик учреждениелары 40 берәмек техника менән тулыланасаҡ.
Республикабыҙ Хөкүмәтенең былтыр декабрҙә ҡабул иткән “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү тураһында”ғы дәүләт программаһы төбәгебеҙҙә ғүмер оҙайлылығын 2020 йылға уртаса 75,3 йәшкә еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя, бының өсөн ошо документ халыҡҡа медицина ярҙамын үҙ ваҡытында һәм сифатлы итеп күрһәтеү юлдарын билдәләй. Был “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә лә ҡағыла. Хатта тәүге сиратта тип тә ҡабул итергә мөмкин.







Вернуться назад