Күптән түгел Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарамағына бик ҡыҙыҡлы (ә кемдәр өсөндөр, бәлки, ҡыҙғаныс) закон проекты әҙерләп тапшырҙылар: атай-әсәйҙән ҡалған фатирҙы йәки йортто уларҙың бөтә балалары түгел, ә бер генә балаһы мираҫ итеп алырға хоҡуҡлы буласаҡ.Мираҫ мәсьәләһе – элек-электән бик ҡатмарлы һәм оҙайлы бәхәстәр тыуҙырған өлкә. Атай-әсәйҙән йәки башҡа туған тейешле кешенән ҡалған фатир йәки йорт, банктағы аҡса, автомобиль, шәхси предприятие, кибет... Мираҫ итеп алырлыҡ күсемһеҙ мөлкәт йәки әйберҙең иҫәбе-һаны юҡ шикелле. Уның нигеҙендә бығаса татыу ғына йәшәп килгән туғандар араһында ла ыҙғыш сығыуы тураһындағы миҫалдар аҙым һайын осрай.
Ыҙғыш сәбәбендә туған-тыумасаның холҡо мотлаҡ насар булыуы түгел, ә коллектив милекселек менән шәхси милек араһындағы тәбиғи ҡаршылыҡ ята. Элегерәк “колхоз малы – минең малым” тигән шаярыу ҡатыш әйтелгән бер лаҡап була торғайны. Кемдер колхоз мөлкәтенән нимәне булһа ла кеше күрмәгәндә сәлдерергә ярата, ә кемгәлер бындай сифат хас түгел, ул намыҫлы эшләп йөрөй. Һөҙөмтәлә коллектив милектән төрлө кеше төрлөсә файҙа күрә, ә бит хоҡуҡтар бер үк.
Мираҫҡа алынған фатир менән дә шул уҡ хәл: уны хатта юридик яҡтан да барыһын да ҡәнәғәтләндерерлек итеп бүлешеү мөмкин булмаған эш. Ҡала фатиры булһа бер хәл, ә ауыл өйө буйынса күҙ алдына килтерегеҙ: соланы, аш һәм алғы бүлмәләре рәсми бүлешкәндән һуң да уртаҡ милек тип һаналасаҡ. Ҡалған өлөшөнә күпме генә майҙан тороп ҡала инде. Ярай ҙа мәрхүмдәрҙең балалары ике йә өс кеше генә булып сыҡһа, ә ун бала үҫтерһәләр? Һәр береһенә эләккән икешәр-өсәр квадрат метр “торлаҡ майҙанын” нисек айырым милек тип иҫәпләйһең дә уларҙы нисек кенә файҙаланаһың...
Ауыл өйө мираҫ булғанда ҡалала йәшәүсе вариҫтар күп кенә осраҡта милектәге өлөшөнән баш тарта, сөнки ул ғына майҙандан фәтүә лә юҡ, туғандар менән асыуланышҡы һәм атай-әсәйҙең рухын рәнйетке лә килмәй. Ғәҙәттә, ошо уҡ йортта йәшәгән кинйә бала файҙаһына баш тарталар. Ләкин был вариҫтарҙың ҡатындары йәки ирҙәре, балалары һәм башҡа туған-тыумасаһы ла бар бит әле, улар ни әйтер... Тағы ла шуныһы: тура вариҫтар (йәғни, мәрхүмдең балалары) баш тартҡан осраҡта ла ейәндәре киләсәктә үҙ хоҡуғын даулай аласаҡ бит. Ниндәй әҙәм булып үҫеп етеүҙәре – бер хәл, әммә юридик яҡтан улар хаҡлы буласаҡ. Шуға күрә туғандары ризалығы менән йортта тороп ҡалған хужа ла милек мәсьәләһен ғүмерлеккә хәл итте тип булмай. Ҡайһы бер кинйә балалар (күрәһең, аҡыллыраҡтары) ошо уҡ ихатала айырым йорт төҙөй башлай. Уныһын инде бер кем менән дә бүлешергә тура килмәйәсәк (үҙенең вариҫтары үҫеп еткәнсе).
Хәйер, ауылда, исмаһам, ихатала яңы өй һалырға була әле, ә ҡалала атай-әсәй фатирындағы йоҡо бүлмәһенең өстән бер өлөшөн “эләктергән” вариҫҡа нимә эшләргә? Бындай саҡта юристар “Натуралата бүлеү мөмкин түгел” тигән ҡарар сығарыу менән сикләнә. Ә бит был вариҫтың яңы фатир һатып алырға йәки ипотека түләргә хәленән килмәй, юғиһә ус аяһындай майҙанға ҡарап аптырап ултырмаҫ ине.
Туғандар араһында ыҙғышҡа килтермәгән осраҡта ла милек бүлешеү әллә ни ҡыуаныслы хистәр бүләк итмәй. Ҡырымда йәшәгән бер танышыма Өфө фатирынан бер өлөш эләккәйне, дөрөҫөрәге – тотош фатир тип әйтерлек. Ире фажиғәле рәүештә һәләк булғас, уның, үҙенең, ике балаһының өлөштәрен ошо танышым нотариус аша үҙенә яҙҙырғайны. Әммә фатир майҙанының ундан бер өлөшө – иренең бер туған һеңлеһенеке. Хәҙер был танышым фатирҙың был ундан туғыҙ өлөшөн ни эшләтергә лә белмәй: ҡәйенһеңлеһе бер тәҡдимгә лә риза түгел, һәм уны ла аңларға мөмкин – был ғына аҡса менән ул нимә һатып алһын? Фатирҙы икәүләп һатып, табышты уртаға бүлеү ҙә маҡсатҡа ярашлы түгел – бер фатирҙы һатып икәүҙе алып булмай, юғиһә барыһы ла шулай эшләр ине.
Ил парламентына тәҡдим ителгән закон проекты ошо ерлектә тыуҙы ла инде. Уның асылы шунда: мираҫҡа хоҡуҡ барлыҡҡа килгәс тә, вариҫтар алты ай эсендә фатирҙы ҡайһы туғаны исеменә яҙҙырыуҙы хәл итергә тейеш. Был берҙән-бер хужа артабан ошо фатирҙа йәшәйәсәкме йәки һатып (үҙ исеменән генә һәм үҙе билдәләгән хаҡҡа) ҡалған туған-тыумасаһына бүлеп бирәме – шәхси эше. Әгәр ҙә туғандар алты ай эсендә килешә алмаһа, фатирҙы нотариус һата һәм алынған керемде әлеге вариҫтарға бүлеп бирә. Тәбиғи, был осраҡта нотариустың хеҙмәте һәм фатирҙы һатыу мәшәҡәттәре өсөн киткән сығым тотоп алып ҡалына. Тимәк, туғандарға үҙҙәренә һөйләшеп килешеү отошлораҡ буласаҡ.