Аҡкүҙҙе ҡурҡытмайым тиһәң…17.08.2016
Аҡкүҙҙе ҡурҡытмайым тиһәң… Бөтә балыҡсыларҙың да тотҡан табышын айырып бөтмәүе ихтимал. Мәҫәлән, ҡыҙылғанат менән ажауҙы бутайҙар, ҡорман менән күстерәне айырмағандар ҙа бар. Бөгөн беҙ ҡорман балығына оҡшаған тағы ла бер төр балыҡ – аҡкүҙ (сопа) менән танышасаҡбыҙ. Күҙҙәре ғәҙәти балыҡтарҙыҡынан күпкә ҙур, йәйғор төҫө биреп тора. Оҙонлоғо 35-40 см, ауырлығы 1 кг тирәһе. Тәңкәләре ҡорман балығыныҡынан ҙур. Ҡойроғо оҙон, ҡарағусҡыл төҫтә. Күберәк ағын һәм тәрән йылғаларҙа йәшәй. Көтөүгә берләшеүсән, көҙ етеү менән һыу ятҡылыҡтарының тәрән урынын эҙләй башлайҙар.

Ыуылдырыҡты 4-5 йәшкә ет­кәс сәсә­ләр, һыу­ҙың йылы­лығы 12-14 гра­дусҡа еткәс, ҡа­быу­ҙан туҡ­тайҙар. Ағын һыуҙа, ташҡын бөтөп бар­ғанда, ыуыл­дырыҡтарын ҡом ара­һында сәсәләр, 15-20 йыл йәшәйҙәр. Аҡкүҙҙе йәйен дә, ҡышын да тоторға мөмкин. Ул төбө ылымыҡлы урындарҙы әллә ни яратмай. Уның өсөн кәмендә 3 метр тәрәнлек кәрәк. Һай урындарҙа бер-ике йәшлек аҡкүҙҙәр осрай. Ҡыш иһә тәрән соҡорҙарҙа ята.
Һыла балығын тотам тиһәң, аҡкүҙ өйөрөнөң ситенә ҡармаҡ һалырға кәрәк. Аҡкүҙ балығы ҡорманға йәки күстерәгә ҡарағанда йышыраҡ эләгә. Нисек тоторға һуң? Ҡалҡыуыслы ҡармаҡ һалыу, минеңсә, файҙа килтермәйәсәк, сөнки ул ярҙан ярайһы уҡ алыҫта йөҙә. Күбеһенсә фидерға, ерәгә яҡшы эләгә. Мәҫәлән, Дим йылғаһында нисек тоторға була? Бер ярҙан икенсеһенә еп тартып, уға 8-10-лы ҡармаҡ бәйләйбеҙ. Епте төрлө аҙыҡтар менән емләйбеҙ. Ырғаҡтарға бүрттерелгән борсаҡ, кукуруз, селәүсен ҡуябыҙ. Был ысул тартып ҡуйыу (перетяг) тип йөрөтөлә. Әгәр ҙә һәр бер ырғаҡ янына айырым ҡашы (кашель) бәйләһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ. Фидерға тотоу өсөн 40-80 грамлы емһалғыстар ҡулланыу отошло. Ярҙан тотабыҙ тиһәгеҙ, ҡармаҡ сыбығығыҙ кәмендә 3 метр оҙон­лоғонда булырға тейеш. Ҡармағығыҙҙың осо ярайһы уҡ ҡаты булһын, сөнки был балыҡты күбеһенсә ағында тоторға тура килә.
Кәтүктең энерцияһыҙы яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, сөнки эләккән балыҡты тиҙерәк сығарырға мөмкинлек бирә. Кәтүккә епте 100 метрҙан да кәм урамаҫҡа кәрәк. Емһалғыстан һуң 40-60 см оҙон­ло­ғонда нәҙе­герәк ҡармаҡ ебе ҡу­йырға кә­рәк. Төп ептең үрелгәне яҡшы­раҡ. Халыҡ-ара классификация буйынса 7-10-лы ыр­ғаҡ­тар, Рәсәй бил­дә­лә­үе буйынса 5-6-лары яҡшы тип иҫәп­ләнә. Яҙ, көҙ айҙарында – селәү­сен, аҡ ҡорт, мәңне, эна­ғараҡ ҡарышлауығына, йәй көндәре бүрттерелгән бойҙай, ҡамыр, икмәк ҡатыһына яҡшы эләгә.
Тағы бер нәмәне иҫтә тоторға кәрәк: аҡкүҙ ырғаҡтағы емде тартып алып ҡасып китеүсән. Шуға күрә ырғаҡта емегеҙ ныҡ торорға тейеш. Сиртә башлаһа, кинәт тартмағыҙ, сөнки ауыҙы йырылыуы бар. Икенсенән, ҡалған балыҡ­тарҙы ҡурҡытыуығыҙ ихтимал.
Нимәгә эләгә һуң? Ҡорман балығын нисек емләйһегеҙ, аҡкүҙ ҙә шуны ярата. Бүрт­терелгән ем, ваҡланған ит киҫәктәре, икмәк туралған селәүсен ҡулланыла. Кибеттәрҙән дә алырға мөмкин. Эҫе көндәрҙә, бигерәк тә ҡараңғы төшкәс, аҡкүҙҙәр өҫкә һикереүсән (сөнки кислород етешмәй) йә һыу төбөндәге сығып ятҡан шишмәгә йыйыла.


Вернуться назад