Дөрөҫ емләһәң, балыҡһыҙ ҡайтмаҫһың17.08.2016
Тотҡан урыныңды емләмәйенсә, балыҡ тотормон тип уйлама ла. Яҡшы итеп емләр өсөн өй шарттарында нимәләр кәрәк һуң?

300 г ҡыҙҙырылған һәм ваҡланған көнбағыш; 300 г ер сәтләүеге (арахис) ҡыҙҙырылған һәм ваҡланған килеш; 200 г манный ярмаһы; бер буханка ҡара икмәктең эсе; 1 литр һыра; 4 ҡалаҡ ҡарабойҙай балы; 1 пакет ванилле шәкәр ҡомо.
Бөтәһен дә бергә ҡушып, яйлап ҡына болғатырға кәрәк. Һыраны самалап өҫтәгеҙ. Артыҡ шыйыҡ булмаһын. Әҙер булғас, йоморсаҡтар әүәләп, ҡармаҡлаған урынығыҙға ырғытығыҙ. Был рецепт тәңкәле балыҡтар өсөн әҙерләнә. Бигерәк тә һаҙан, ҡорман, табан балығы һәм аҡкүҙ өсөн уңай. Был емләүҙән һуң балыҡһыҙ ҡайтмаясаҡһығыҙ. Әгәр ҙә ырғаҡҡа кукуруз йәки бүрттерелгән борсаҡ кейҙерәһегеҙ икән, уларҙы емләүгә лә ҡушығыҙ.



Вернуться назад