Аулау ҡоралдары ла яңыра17.08.2016
Аулау ҡоралдары ла яңыра Балыҡ тотоу, аулау ҡорамалдарының күплеге тураһында һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ – бихисап улар. Өлкән быуын вәкилдәре иҫләйҙер: ырғаҡ урынына тимерсыбыҡтан бөгөп эшләнгән ҡармаҡты капрон епкә бәйләп тә табыш ала торғайныҡ. Заман үҙгәргән һайын ҡорамалдар ҙа яңыра.

Ырғаҡты дөрөҫ һайлау – эштә ярты уңыш. Шуға күрә, ниндәй балыҡҡа һунар итеүеңә ҡарап, ырғаҡты һайлайһың да инде. Әле беҙҙә бер нисә төрлө нумер ҡуялар:
1. Халыҡ-ара нумер.
2. Рәсәй нумеры.
3. Фин нумеры.
4. Япон нумеры.
Шуларҙың иң киң таралғаны – халыҡ-ара һәм Рәсәй нумерҙары. Таблица һәүәҫкәр балыҡсыларға кибеттән ырғаҡ алғанда ярҙам итер.
Халыҡ-ара нумерация буйынса ырғаҡ ни тиклем ҙур булһа, нумеры шунса бәләкәй була, ә Рәсәйҙә – киреһенсә. Табан балыҡ тотоу өсөн ниндәй ҡармаҡ кәрәклеген ҡарайыҡ.

Классификация Ырғаҡтың һаны

Рәсәй нумеры 3,4 – 7

Халыҡ-ара 15 – 6

Ырғаҡтарҙың төҫө әллә ни роль уйнамай. Һабы оҙон булмаһын. Тик бер нәмәне онот­мағыҙ: ырғаҡтың осо бер яҡҡа бөгөлөп торорға тейеш. Ҡайһы бер һәүәҫкәрҙәр миҙ­гелгә бер нисә ырғаҡ алмаштыра, быны өнәп бөтмәйем. Башта уҡ яҡшы ырғаҡ ҡуйырға һәм тейешенсә һаҡ­ларға кәрәк.
Ырғаҡтарҙың тишек­леһе һәм тишекһеҙе була. Бәйләү өсөн икеһе лә уңайлы. Оҫта балыҡсылар тишек­һеҙҙе ҡуллана. Универсаль бәйләү өлгөһө, моғайын, иң отош­лоһолор. Епте тишектән индерәһең дә, осон кирегә әйләндереп, һалып ҡуяһың. Икенсе осон ырғаҡ тирәләй 4-5 тапҡыр урайһың. Шунан һуң ике остан да тигеҙ итеп тартаһың. Ырғаҡ һығыла. Тиҙ өҙөлөп бармай, уңайлы ла.


Вернуться назад