Күмәкләгән – яу ҡайтарған17.08.2016
Күмәкләгән – яу ҡайтарған Һәр төбәктең матур йолаға әйләнгән саралары, үҙ тантаналары һәм байрамдары бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре ниндәйҙер тарихи йә урындағы иҫтәлекле датаға бәйле булһа, икенселәре бөтөнләй башҡа сәбәптән ойошторола. Нисек кенә булмаһын, ярайһы ғына әҙерлек эштәре талап иткән был сараларҙа халыҡ теләп ҡатнаша, көтөп ала. Яңауыл ҡалаһында үткәрелеп килгән “Урам байрамы” тураһында нәҡ шулай тип әйтергә була.

Ул ниндәйҙер дәрәжәлә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы менән ауаздаш. Әлбиттә, ҡалала шәхси йортонда ғүмер иткәндәрҙең көндәлек тормошо күп кенә үҙенсәлектәргә эйә: ул бер үк ваҡытта ауылдыҡына һәм ҡаланыҡына оҡшаш та, айырыла ла. Шулай ҙа йәшәү урыны кешеләрҙе барыбер берләштерә һәм яҡынайта, күршеләр хаҡында күберәк белергә, улар менән тығыҙыраҡ ара­лашырға этәрә. Ә иң мөһиме – ҡалалағы тәғәйен бер урам һәм биҫтә, даими йәшәү урыны булараҡ, бында тыуып-үҫкән һәм көн иткән һәр кемдең күңеленә яҡын. Шуға ла “Урам байрамы” тәү сиратта йәш быуында илһөйәрлек, ватансылыҡ һәм патриотлыҡ тойғолары тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Хеҙмәте менән дан-шөһрәт ҡаҙанған сал сәсле ветеран­дарҙың, бер нисә тиҫтә йыл татыулыҡта ғүмер иткән матур парҙарҙың, бөгөнгө көндә коллективтарында алдынғы бул­ғандарҙың исем-шәрифе бар урамға яңғырауы, бер яҡтан, оло хөрмәт билдәһе булһа, икенсе яҡтан, уларҙың туған-тыумасаһында, таныштарында, ут күрше­ләрендә, әлбиттә, урынлы ғорурлыҡ уята.
Күмәкләгән – яу ҡайтарғанБыл сараның ғәмәли йәһәттән әһәмиәте лә мөһим. Иң тәүҙә ул урындағы властың халыҡ менән бәйләнешен артабан нығытырға булышлыҡ итә. Был юҫыҡта яңауылдар үҙенсәлекле һәм тәьҫирле ысул тапҡан тип билдәләргә кәрәк.
Урам һәм биҫтәнең тышҡы күренеше, юлдар торошо һәм уларҙы тәртипкә килтереү кеүек күп кенә башҡа мәсьә­ләләрҙе хәл итеүгә халыҡ әүҙем йәлеп ителә. Мәҫәлән, быйыл “Урам байрамы” ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урын­лашҡан “Үрнәк” биҫтәһендә ойошторолдо. Сараға әҙерләнеү барышында бындағы юлдар­ҙың яҙғы ташҡындан бер ни тиклем зыян күреүе, урамдарҙы яҡтыр­тыуҙа етеш­һеҙлектәр булыуы асыҡланды. Етәкселек тәҡдиме менән был пробле­маларҙы хәл итеү дөйөм эшкә әйләнде. Ҡар һыуҙарын ағыҙған торбаларҙы алыштырыу һәм кәрәк урындарға яңыларын ҡуйыу менән шөғөлләнгән коммуналь хеҙмәттәргә Беүә һәм Үрнәк урамында йәшәүселәр үҙҙәре лә әүҙем ярҙамға килде. Ә урамдарҙы яҡтыртыуҙы тейешле кимәлгә еткереү, әлбиттә, белгестәр ҡулына тапшырылды. Шулай итеп, проб­лемалар ҡала хеҙмәт­тәренең йә урындағы халыҡтың үҙҙәренә генә йөкмәтелмәне, дөйөм тырышлыҡ менән хәл ителде. Йорт хужаларының күршеләре менән ярыша-ярыша үҙ ихаталарын һәм яҡын-тирәне тәртипкә килтереүенә лә һоҡланмау мөмкин түгел ине...
Нәҡ ошонда сараның өсөнсө ыңғай практик әһәмиәтенә лә айырым туҡта­лырға кәрәк: “Урам байрамы”ның һәр йыл яңы урында ойошторолоуын иҫкә төшөр­һәк, ҡалала төрлө көнкүреш мәсьәләләрен шулай сиратлап хәл итеүҙең үҙен­сәлекле юлы табылған тип әйтергә кәрәк. Көндәлек тормошта бер-бер артлы тыуып торған бындай проблемаларҙың мөһим­леген һәм көнүҙәклеген район һәм ҡала хакимиәттәре халыҡ менән кәңәшләшеп билдәләүе лә ыңғай күренеш. Үҙ-ара аралашыу ваҡытында шулай уҡ төрлө йәш­тәгеләрҙе борсоған социаль мәсьәләләр ҙә өҫкә ҡалҡып сыға, уларҙы хәл итеү буйынса тәҡдимдәр иҫәпкә алына, кәрәк булғанда тейешле ярҙам һәм булышлыҡ күрһәтелә.
“Үрнәк” биҫтәһенең заманса мате­риалдарҙан һалынған, бер-береһенән матур 111 йорт-хужалығында 322 кеше йәшәй, уларҙың алты тиҫтәһе – хаҡлы ялдағылар, дүртәүһе – тыл ветераны, тағы ла дүртәүһе – оло ғо­рурлыҡ менән күкрәгендә “Хеҙмәт ветераны” миҙалын йөрөтә. Бындағы ғаи­ләләрҙең өсәүһе – күп балалы.
“Урам байрамы”нда үҙ ихаталарын яҡшы тәртиптә тотҡан өсөн ун һигеҙ йорт хужаһына район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә Үрнәк урамынан Глүзә менән Радик Ғәниев, Резеда менән Дамир Мулләхмәтов, Люциә менән Зәмфир Саҙрисламовтың, Беүә урамынан Инна менән Флүр Шәйхуллин һәм Хәсибә менән Фәнүс Ғаязовтың өйҙәре “Өлгөлө йорт” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Сараны ойоштороусылар үҙҙәренең юбилейҙарын билдәләгәндәрҙе лә онотманы. Һәр береһенә йылы һүҙҙәр әйтелде, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Мәҫә­лән, сирек быуаттан артығыраҡ тимер юлында эшләгән Анархана Ҡадир ҡыҙы Ғарипова менән Алина Сафуан ҡыҙы Зәкирйәнова үҙҙәренең 75 йәшен май айында билдәләһә, 23 йыл бухгалтер вазифаһын башҡарған Әнисә Хәйрун ҡыҙы Мөхәмәтдинова иҫтәлекле байрамын 21 августа үткәрә. Ғүмерҙәренең ете тиҫтәһен үткән Фәнүзә Ғәҙел ҡыҙы Бикчәнтәева һәм Дәмфирә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы Вилданова, 65 йәштәрен тултырған ирле-ҡатынлы Зәбир Зәкир улы менән Фәрүзә Хәмзи ҡыҙы Хәйретдиновтар, алты тиҫтәһен түңәрәкләгән Флүсә Рәис ҡыҙы Сафина ла район һәм ҡала етәкселә­ренән, күрше-күләндәренән ихлас ҡотлауҙар ҡабул итте.
Байрамға әҙерләнеү барышында матурланып һәм бөхтәләнеп ҡалған һәр йорт-ихата ҡаршыһында ҡунаҡтарҙы йыр-моң һәм мул һыйлы өҫтәлдәр ҡаршы алды. Хужабикәләр милли аш-һыу, төрлө тәмләткестәр әҙерләү буйынса бер-бере­һенән уҙҙырырға теләп тырышҡайны. Күр­шеләрҙең ихлас күңелдән аралашыуы оҙаҡ дауам итте.











Вернуться назад