Башҡорт тирмәләре Силәбене биҙәйәсәк17.08.2016
19-20 августа Силәбе өлкәһендәге Ҡоншаҡ башҡорт ауылының – 280 һәм райондың 86 йыллығын байрам итеү айҡанлы биләмәлә башҡорт тирмәләрен ҡороу күҙаллана. Сараға республикабыҙҙан ҡунаҡтар һәм Силәбе өлкәһе Хөкүмәте вәкилдәре бара.

Әйткәндәй, Ҡоншаҡ районында төп халыҡ – башҡорттар. Улар бында йәшәгәндәрҙең 60 процентын тәшкил итә. Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, Ҡоншаҡ ауылына 1736 йылда башҡорттар нигеҙ һалған. Әле бында алты мең самаһы милләттәшебеҙ йәшәй.
Байрам айҡанлы бай мәҙәни-спорт программаһы тәҡдим ителә. Райондағы башҡорт коллективтарының концерты, төрлө спорт ярыштары, күңелле уйындар ойоштороласаҡ. Ҡоншаҡ районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы башҡорт ауылының үҫеш тарихы буйынса күргәҙмә әҙерләй.





Вернуться назад