Эш эҙләгәндәргә ярҙам17.08.2016
Башҡортостандағы һәм башҡа төбәктәрҙәге вакансиялар тураһындағы мәғлүмәтте “Рәсәйҙә эш” рәсми мәғлүмәт порталынан табырға мөмкин.
Бында мәшғүллек өлкәһендәге “Роструд” тарафынан төҙөлгән мәғлүмәт базаларына ингән вакансиялар һәм эшкә дәғүә итеүселәр хаҡындағы белдереүҙәр баҫыла. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған төбәктәрҙәге вакансияларҙы “Эш табырға” тигән ҡушымтала йәки интерактив карталағы төбәктән эҙләргә кәрәк. Шулай уҡ “Резюме өҫтәргә” ҡушымтаһында эшкә дәғүәсе тураһындағы мәғлүмәтте урынлаштырырға була. Әлеге порталда норматив-хоҡуҡи документтар, аналитик күҙәтеү, статистика һәм белешмә мәғлүмәттәре бирелгән.
Әйткәндәй, әле республикалағы эш биреүселәр 10 меңгә яҡын вакансия тәҡдим итә. Предприятиеларға һәм ойошмаларға токарь, машинист, слесарь, программист, бухгалтер, ашнаҡсы, табип кеүек һөнәр эйәләре кәрәк.