Тамсылап йыйыла бал17.08.2016
Тамсылап йыйыла бал Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе – умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны арта. Улар араһында ололарҙы ла, йәштәрҙе лә осратырға мөмкин. Әммә бал ҡорто аҫрау ғына яҡшы умартасы тигәнде аңлатмай, шунлыҡтан барыһы ла уңышҡа өлгәшә алмай, был эштең нескәлектәрен белеп, түҙемле һәм сабырҙар, үҙҙәре лә нәҙекәйбилдәр кеүек көнө-төнө тир түккәндәргә генә “баллы” тормошта йәшәү мөмкинлеге асыла.

Шундай геройҙарымдың береһе Әбйәлил районында йәшәй. Ишморат Вәлиевтең ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүенә күп түгел, әммә тиҙ арала үҙен ысын ҡортсо итеп күрһәтә алған. Ишморат Фәрит улы өсөн был һөнәр яҡын. Өләсәһе яғынан туғандары заманында Бөрйән районында танылған умартасы булған. Ололарҙың һөйләүенсә, улар 80-дән ашыу умарта тотҡан. Ул ваҡытта башҡорт балына әллә ни иғтибар булмай: һатыуы ауырға тура килә. Бала саҡтан ҡанында умартасылыҡ шөғөлөн тойоп үҫкән Ишморат Вәлиев бал ҡорттарын тотоу тураһында хыяллана башлай, ҡатыны ла уның теләгенә ҡаршы килмәгәс, тәүәккәлләп өс умарта һатып ала.
– Тәүҙә кешенең умартасы эшенә һәм бал ҡорттарына ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш. Күптәр был эшкә табышлы булыуын иҫәпкә алып тотона һәм тәрән яңылыша. Иң мөһиме – үҙең дә бал ҡорттары кеүек тырышып тир түкмәгәндә, татлы һәм шифалы бал алыу мөмкин түгел. Әле 20 умартам бар, уларҙы ҡарарға игеҙәктәрем Нургиз менән Нургизә ярҙамлаша. Күптән түгел быйылғы уңышты йыйып та алдыҡ, бал яҡшы күренә.
Хуш еҫле, шифалы балды өҫтәлгә ултыртҡанға тиклем күпме тырышырға кәрәклеген умартасы үҙе генә беләлер. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгәсә бал ҡорттарын арымай-талмай тәрбиәләү генә талап ителмәй, уларҙы төрлө сирҙәрҙән ҡурсалау, хатта умарталарҙы һаҡлау, етештерелгән балды һатыу кеүек эштәрҙе лә башҡарырға тура килә. Табышлы кәсеп булһа ла, мәшәҡәте лә, эше лә етерлек, ти оҫта умартасы. Яңы уҡыу йылына кейем, мәктәпкә кәрәк-яраҡ алыу өсөн игеҙәктәр балды баҙарға ла алып сыға, өйҙәренән дә килеп алыусылар бар.
– Ҡортсолоҡ күп ваҡыт талап итһә лә, нәҙекәйбилдәрҙең көн дә хәлен белешеп, уларҙың “йырын” тыңлап, аралашып алһам, бар мәшәҡәт онотола, рәхәтлек тойғоһо кисереп, ял итеп ҡайтам, – ти йәш умартасы.
Умартасыларҙы борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел: ситтән килтерелгән бал ҡорттарының районда осрауы, табыш артынан ҡыуып, урындағы ҡортсоларҙың йылдар буйына түккән хеҙмәтен юҡҡа сығарырға ла тартынмаған сит өлкә кешеләренең “ҡырағайҙарса” ҡыланыуы хәүефкә һала. Үҙ ереңдә башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү йылдан-йыл ауырлаша, ти Әбйәлил умартасылары. Әле улар бал ҡорттары кеүек тырыш һәм эшсән булыуҙары менән алдырһа, артабан нисек булыуын әйтеүе ҡыйын.







Вернуться назад