Һарытау өлкәһенең Мәҡсүт ауылында йыйын ойошторолдо. Сара ауыл активистарының береһе, башланғыс кластар уҡытыусыһы Римма Биктимерованың башланғысы менән үткәрелде. Байрамға борон-борондан ошо ерҙе төйәк иткән Кәмәлек башҡорттары йыйылды. Һарытау өлкәһендә күркәм йыйынды үткәреү өсөн Республика халыҡ ижады үҙәге Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Низаметдиновты ебәрҙе. Ул йыйындың режиссер-ҡуйыусыһы булды, ҡурай буйынса дәрестәр бирҙе. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, “Ятаған” этно-төркөмө ағзаһы Илдар Шакиров иһә думбырала уйнау йәһәтенән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сараға танылған йырсы Ирек Ноғоманов та саҡырылды.
– Әҙерләнеүгә генә бер аҙна ваҡыт китте. Оҫталар менән бер сәхнәлә балалар ҙа ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, думбырала уйнаны. Дәртле бейеүҙәр ҙә тамашасылар күңеленә хуш килде, – тине Илдар Шакиров. – Саф башҡортса һөйләшкән урындағы халыҡ таң ҡалдырҙы. Төбәктә изге күңелле, ихлас, сәнғәтте яратҡан кешеләр йәшәй.