Эх, ҡымыҙы ла ҡымыҙы!..17.08.2016
Эх, ҡымыҙы ла ҡымыҙы!.. Ҡымыҙҙың шифаһы тураһында тарих биттәре бай мәғлүмәттәр һаҡлай. Был батырҙар эсемлеге бик күп халыҡтарҙа таралған. Уны бейә, кәзә, һыйыр, хатта дөйә һөтөнән дә бешәләр. Әммә халҡыбыҙ барыбер бейә һөтөнән әсетелгән ҡымыҙға өҫтөнлөк биргән һәм башҡорт ҡымыҙы донъя тәғәм-ризыҡтары араһында айырым урын биләй.


Ҡымыҙ бешеүгә Күгәрсен районында етди иғтибар бирелә, бындағы ҡымыҙ үҙенә генә хас тәме, шифаһы менән айырыла.
“Тәүәкән” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Дауыт-Ҡайып ауылында урынлашҡан ҡымыҙ фермаһында етештерелгән батырҙар эсемлеге иһә иң талапсан һатып алыусының да ихтыяжын ҡәнәғәтлән­дерерлек.
Эх, ҡымыҙы ла ҡымыҙы!..Бөгөн бында бөтәһе 80 баш бейә аҫрала, шуның 30-ы – һауын бейәһе. Улар көнө буйына тәбиғәт ҡосағында йөрөй. Көтөүселәр һәр һауынға ваҡытында алып килеп тора. Һауынсылар Эльвира Сәғитова менән Миңлегөл Яҡшыбаева һауын ҡорамалдары ярҙамында бейәләрҙе дүрт тапҡыр һауа. 30 литрҙан ашыу продукция һыуытҡыстарға урынлаштырыла. Аҙаҡ уны әсетергә ҡуялар. Шунан әҙер продукция 1,5 литрлыҡ 60 пластик һауыттарға ҡойола. Һауылған һөттөң сифатын тикшереп тороу өсөн заманса йыһазлан­дырылған лаборатория ла эшләй. Етештерелгән продукция килешеү нигеҙендә район, Күмертау, Стәрле­тамаҡ, Мәләүез, Өфө ҡалаларының балалар баҡсаларына, дауаханаларға, санаторийҙарға таратыла, артып ҡалғанын юлаусылар һатып ала.
– Сифатлы ҡымыҙға ихтыяж бар, шуға ла ҡайһы саҡ продукция хатта етмәй ҡала, – ти ферма мөдире Әмир Харрасов. – Киләсәктә һауын бейәләре һанын арттырырға уйлайбыҙ. Бының өсөн уңайлы бөтә шарттар бул­дырылған.


Вернуться назад