Беҙ, ир-ат, көндәлек мәшәҡәттәр менән мауығып, ғүмер буйы бергә йәшәгән тормош юлдашыбыҙ тураһында йыш ҡына онотоп та ебәрәбеҙ. Уларҙы балаларҙың әсәһе тип кенә әйтергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Уйлап ҡараһаң, ҡатындарыбыҙ йәшәү шарттары тыуҙыра, уңышҡа өлгәшеүгә булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта ир-ат менән бер ҡатарҙан эшләй, ҡайтҡас, ғаилә усағын дөрләтә, балаларҙы тәрбиәләй. Ә беҙ ситтән генә күҙ һалып, ул — минең бисә, тип кенә һанайбыҙ.
Лена Ғәзиз ҡыҙы менән 57 йыл татыу ғүмер кисерәбеҙ. Өс балабыҙға юғары белем алырға, үҙаллы тормош ҡорорға булышлыҡ иттек. Уның менән Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡығанда таныштыҡ. Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙын 1956 йылда Аҡъярға алып килдем һәм ғаилә ҡорҙоҡ. Шул осорҙан алып ул башҡорт балаларына урыҫ теленән дәрес бирҙе, эшен 40 йыл яратып башҡарҙы.
Аҡъяр урта мәктәбендә уҡытҡан йылдарында үҙешмәкәр түңәрәктә ихлас ҡатнашты, район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә бейене, лектор, ата-әсәгә кәңәшсе булды. Тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе балалар менән райондың тарихы менән ҡыҙыҡһынды, походтарға алып сыҡты. Украин шағиры Тарас Шевченконың ижадын өйрәнгән саҡта Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһына шағир эҙҙәре буйлап сәйәхәт ҡылдылар һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланылар. Лена Ғәзиз ҡыҙы Хәйбулла һәм Йылайыр райондарының иҫтәлекле урындарына ла походтар ойошторҙо, уҡыусыларҙың тырышлығы менән мәктәп музейына ауыл тормошон сағылдырған материалдар тупланы.
Класс етәксеһе булараҡ, уҡыусыларҙы төрлө сараларға йәлеп итте. Көҙ еткәс, уңыш йыйыуҙа һәм ырҙын табағында эшләнеләр. Балаларға төплө белем биреү өсөн күп көс һалды. Аҡъяр мәктәбендә ун ике йыл эшләү осоронда биш уҡыусыһының мәктәпте алтын миҙалға тамамлауына өлгәште. Улар илебеҙ өсөн файҙалы, юғары квалификациялы белгес булып танылды.
Үткән быуаттың 70-80-се йылдарында Лена Ғәзиз ҡыҙы Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге) эшләне. Был коллективта Сажиҙә Зайлалова, Разия Ниғмәтуллина, Мәхтүмә Яхина, Мәйсәрә Әхтәмова кеүек абруйлы һәм тәжрибәле уҡытыусылар араһына инде. Тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланды — “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Уҡытыусы-методист”, “Хеҙмәт ветераны” тигән исемдәр бирелде. Район һәм мәктәп күләмендәге сараларҙа яһаған сығыштары юғары кимәлдә була торғайны.
Хеҙмәт һәм тормош юлына күҙ һалһаң, уҡыусылары араһында республикабыҙҙың күп кенә арҙаҡлы шәхестәрен күрергә була. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, шағирә Йомабикә Ильясова, абруйлы фән ғалимдары Әмир Юлдашбаев, Миҙхәт Мәмбәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Макаева, бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева һәм бик күп танылған уҡытыусылар, табиптар менән Лена апайҙары хаҡлы ғорурлана ала.
Миңә комсомол, партия һәм дәүләт органдарында оҙаҡ йылдар юғары вазифаларҙа эшләргә тура килде. Шул ваҡытта ҡатыным төп терәк булды, балаларҙы тәрбиәләү ҙә уның өҫтөндә ине. Әле һигеҙенсе тиҫтәне тултырып киләбеҙ. Ленама барыһы өсөн дә ҙур рәхмәтлемен.
Роберт АРЫҪЛАНОВ,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.