Искәндәр ҡояшы16.08.2016
Искәндәр ҡояшы Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.

(Ш. Бабич)
Ултырғысҡа ултырғанда аяғы иҙәнгә лә тейеп етмәгән малай ҡурай уйнаны. Ғәҙәттә, ауыл малайҙары оялсан, ҡыйыуһыҙ була. Тик Искәндәр, бар донъяһын онотоп, бер-бер артлы башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнаны ла уйнаны. Тамашасыларының кем булыуы мөһим түгел, иң мөһиме – ул ҡурай менән бер бөтөн. Ана, алдында Урал һырттары буйлап башҡорт тирмәләре теҙелгән. Уҡ-һаҙаҡтарын аҫҡан егеттәр сая ҡараштарын алыҫтағы офоҡтарға төбәгән. Күнәктәрен сыңлатып, ҡыҙҙар көмөштәй саф шишмәгә юллана. Ҡуйы томан ятҡан яландарҙан текә ялдарын сәнсеп, дөбөрҙәтеп аттар сабып уҙа... Шул шанлы дәүерҙәр менән бөгөнгөнө тоташтырып, редакцияның беҙ ултырған бүлмәһенән “Яуымбай”, “Тау бөркөтө”, “Ҡара өйрәк”, “Перовский”ҙар ағылды...


Хәҙер онотола барған, хатта өлкәндәрҙең дә күбеһе белмәгән “Яуымбай” көйөн ҡурайҙа уйнау бөгөн күптәрҙең ҡулынан килә торған эш түгел. Ә ун ике йәшлек Искәндәр башҡорт халыҡ йырҙарына бәлә­кәйҙән ғашиҡ. Шуның өсөн дә бит быйыл Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаевтың 125 йыллығына арналған республика ҡурай бәй­геһендә ҡатнашыу бәхете тейҙе уға. Унда ун ике йәшкә тиклемгеләр араһында III урынды яуланы ул. Иплелеге, һөйкөмлөлөгө менән бөтә кешене үҙенә тартып торған был егет ғорур ҡаялары, күккә олғашҡан ҡарағайҙары, халыҡҡа әкиәти батырҙарҙы, аҡбуҙаттарҙы биргән Бөрйән районынан. Әле был донъяға ыуыҙ ғына аңы, балаларға ғына хас саф ҡараштары менән баҡҡан Искәндәрҙең күҙҙәрендә миллә­темдең яҙмышын күреп бер тет­рәндем, бер һөйөндөм. Ҡасандыр, башҡортто бөлгөнлөккә төшөрөргә, тубыҡландырырға тырышып барлыҡ батырҙарын ҡырып бөтөрөүҙе маҡсат итеп алғандарға яуап итеп ниндәй улдарыбыҙ тыуа бөгөн дә!
Резеда менән Айҙар Ишмо­ратовтарҙың дүрт балалы ғаилә­һендә кинйә малай ул Искәндәр. Тик был уның өсөн иркә булыу, өс апаһы алдында еңмешләнеү тигән һүҙ түгел. Кескәйҙән үк маҡсаттарына өлгәшә белгән, тормошҡа төплө ҡарашы булған үҫмер тип белә уны ауылдаштары. Яңы Усман мәктә­бенең бишенсе класын “бишле” билдәләренә генә тамамлаған уңған егет сатраш, волейбол, хоккей уйнарға ла өлгөрә, футбол буйынса район ярыштарында ҡатнашып, ра­йон олимпиадаһында ла математиканан призлы урындар ала.
Спортты үҙ иткән Искәндәр бөгөн Өфөлә йәшәүсе еҙнәһе менән күнекмәләр залында ла ихлас шөғөлләнә.
Ғөмүмән, Өфөгә сәйәхәт ҡылыу оҡшай уға. Был һүҙҙәрен балаларса ҡыҙыҡһыныуҙан сығып ҡына түгел, ә етди итеп, баш ҡалабыҙҙы эре мәҙәни үҙәк икәнен күҙ уңында тотоп әйткәне асыҡ күренде. Киләсәктә каникулға ғына түгел, ҡайҙа барһа ла гелән үҙе менән йөрөгән ҡурайы менән өфөләрҙе бөтөнләйе менән яуларға ла килер әле ул.
Ана, Искәндәр ҡурай уйнағанда күҙ алдынан үткән тирмәләрҙең сығараҡтарына алтындай уҡтарын ҡаҙап Уралтауҙан ҡояш күтәрелде, Искәндәр ҡояшы... Халҡыбыҙҙың дәһшәтле ғүмер юлдарын яҡтыртып барасаҡ ҡояш әле бер ҡасан да байымаясаҡ әле, сабый саҡтарынан уҡ милләт асылын йөрәктәрендә йөрөткән ошондай улдарыбыҙ барында...



Вернуться назад